

Быйыл Уран ырыуының арҙаҡлы улы, башҡорт яҙыусыһы, журналист Ғайнан Әмириҙең тыуыуына 110 йыл. Ошо уңайҙан Яңауыл районы китапханаһының “Илһам” әҙәби үҙәгендә “Ватанымдың батыр улы” кисәһе үтте. Был хаҡта бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә.
“Кисәнең исеме осраҡлы алынманы. Ғайнан Әмири – батыр яугир ҙә. 1942 йылдың 2 майында ул 124-се айырым уҡсылар бригадаһы составында Аксаков станцияһынан фронтҡа китә. Һуғыш эшелоны ҡуҙғалыр алдынан былай тип яҙып ҡалдыра: “Мин ҡурҡыу белмәй көрәшәсәкмен, берәй утлы һыҙыҡ артында ауһам, йырланмаған йырҙар һинең менән ҡалыр”. Ул иптәштәре менән бергә биргән һүҙен тота. Һуғыштан имен ҡайтып, әҫәрҙәрендә эшсән халыҡты, яҡташтарын һүрәтләй, Тыуған илгә дан йырлай”, – ти кисәне ойоштороусы, Яңауыл район үҙәк китапхананың бүлек мөдире Дания Хәкимова.
Гвардия өлкән лейтенанты Ғайнан Әмири Мәскәү яны һуғыштарында, Курск дуғаһында, Днепрҙағы, Сталинград өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша.
Һуғыштан һуң Башҡортостан китап нәшриәтенең сектор мөдире була, “Октябрь” һәм “Әҙәби Башкортостан” журналдарында яуаплы сәркәтип, мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Ғайнан Әмири төрлө әҙәби жанрҙарҙа — прозала, поэзия һәм драматургияла – уңышлы эшләй.
Шағирҙың ҡәләме менән халыҡ араһында популяр һаналған “Батырҙар йыры”, “Волга йыры”, “Турат” һәм башҡа бик күп йырҙар яҙылған.
Кисәлә әҙиптең шиғырҙары, йырҙары яңғыраны. Сараға уның тыуған төйәге – Яңы Уртауыл ауылы – вәкилдәре лә килгәйне.
Ғайнан Әмирҙең тыуған ере – боронғо башҡорт ауылы. Яңы Уртауылға 1847 йылда нигеҙ һалынған. 1850 йылда бында – 197, 1859 йылда 55 йортта 318 аҫаба башҡорт йәшәгән. Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә әүҙем ҡатнашҡан төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының береһе Хәлим Насретдин улы Әмиров та ошо ауылдан. Ул Граждандар һуғышында һәм Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан. Хәлим Әмировҡа Яңы Уртауыл ауылында бюст асылды. Уртауылдар данлыҡлы яҡташтары тураһында иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай.
Яҙыусы менән шәхсән таныш булған Лилиә Чураева хәтирәләре менән уртаҡлашты. “Уны мин таҙалыҡты, тәртипте, бөхтәлекте яратҡан кеше тип хәтерләйем. Атайым Ғәйнан Әмири менән яҡындан аралашты. Беҙ уларға барғанда әңгәмәләрендә һүҙ күберәк әҙәбиәткә, китаптарға әйләнеп ҡайта ине”, – ти Лилиә Чураева.
Яңауыл ерендә башҡорт теленең моңона ғашиҡ әҙиптең ижад өлгөләре менән “Мәңге йәшә ерҙә, Әмири!” тигән күргәҙмә лә ойошторолғайны. Яңы уҡыу йылы башланғас, әҙәби кисә тағы үткәреләсәк.
Фотолар Яңауыл үҙәк китапханаһы төркөмөнән.