Башҡорт донъяһы
25 Август 2021, 12:00

Ҫыбы-мең башҡорттары төйәге ул

Ошо көндәрҙә Благовар районының Баштирмә ауылы халҡы яҡташ шағирҙары менән осрашты. Сараны Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм Ямаҡай ауылы мәҙәниәт йорто берлектә ойошторҙо.

Ҫыбы-мең башҡорттары төйәге улҪыбы-мең башҡорттары төйәге ул
Ҫыбы-мең башҡорттары төйәге ул

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Благовар районының Баштирмә ауылы халҡы яҡташ шағирҙары менән осрашты. Сараны Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм Ямаҡай ауылы мәҙәниәт йорто берлектә ойошторҙо.

Үҙәктең баш белгесе Гөлфирә Әхмәтшина, осрашыуҙы асыҡ тип иғлан иткәс, Ҡәнзәфәр бей, уның башҡорт халҡының Рәсәйгә ҡушылыуына индергән өлөшө, мең ырыуҙары тураһында ентекләп һөйләне. Баштирмә ауылының тарихы, уның исеме ҡайҙан килеп сығыуы тураһында, бында кемдәр йәшәгәне хаҡында ла әйтеп үтте.

Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы билдәләүенсә, ауылдың ысын атамаһы — Башҡорт Тирмәләре. Ул райондың иң боронғо ауылдарының береһе, ҫыбы-мең башҡорттары төйәгенең үҙәге. Заманында Баштирмәнән Моталлап, Һарайлы-Моталлап, Күсем, Үрге, Түбәнге, Урта Хәжәт ауылдары айырылып сыҡҡан. Батша дәүерендәге 7-се ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ауыл Өфө өйәҙенең старшина Дауыт-Әхмәр Ҡорбанғолов командаһындағы 8-се башҡорт кантоны составына ингән. 167 (ир-егет — 85, ҡатын-ҡыҙ — 82) аҫаба башҡорт йәшәгән, тип теркәлгән.

Артабан Баштирмә вәкилдәре һүҙ алды. Шамил Рәжәпов һәм Фәниә Ибраһимова ауылдың тормошо, ҡыҙыҡлы кешеләре, арҙаҡлы шәхестәр менән иҫтәлекле осрашыуҙар тураһында хәтирәләрен уртаҡлашты.

Үҙ сиратында урындағы шағирҙар тыуған төйәк тураһындағы шиғырҙарын уҡыны. Флүр Әбдрәҡиповтың Баштирмә ауылына арналған шиғыры барыһының да күңеленә хуш килде. Рәхимә Ямалетдинова, Айһылыу Ҡарасуринаның моңло йырҙары, Ҡәҙриә Ибраһимованың дәртле бейеүҙәре сараға йәм өҫтәне.

 

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас