

Республикабыҙҙа легендар генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө - 122 йыллығына арналған төрлө саралар үткәрелә.
Шуларҙың береһе - "Торатау" конгресс-холы амфитеатрында данлы генерал һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлы тураһында һөйләгән "Ат уйнатып алдан бара..." спектаклен күрһәтеү. Тамаша асыҡ һауала бара, ул иртәгә, йәғни 27 августа, киске сәғәт 8-ҙә башлана. Сараға бар теләгәндәр ҙә килә ала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сәхнә әҫәре республиканың Милли һәм Хәрби-тарихи музейҙары, Милли тарих архивы һәм Ә.Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы фондтарында һаҡланған документтарға нигеҙләнеп яҙылған. Сценарий авторы - Зөһрә Бураҡаева.
Спектаклгә киләсәк тамашасыларҙың шул хаҡта ла хәтеренә төшөрәбеҙ: үҙегеҙҙең һәм тирә-яҡтағыларҙың һаулығына битараф булмағыҙ, вирустан һаҡланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, зинһар!