

Ошо көндәрҙә Пермь крайының Барҙа районындағы Березники ауылында йәшәгән бер төркөм милләттәшебеҙ "Беҙ – ғәйнә башҡорттары" проекты нигеҙендә ойошторолоған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты һәм үҙ тарихы тураһында күберәк мәғлүмәт белде.
Сараны Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң урындағы филиалы – Пермь крайындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге – ойошторған.
Мәғлүм булыуынса, Березники ауылы элек Тайни улусына кергән, Башҡортостандағы кантон идара итеү системаһы ваҡытында 1-се башҡорт кантонының 4-се йортона ҡараған. Халыҡ араһында ауыл "Бирзнәк", "Ҡайын ауыл" тип исемләнгән.
Профессор Ә.З. Әсфәндиәров, 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып, ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған. Унда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 20-се башҡорт полкы яугире, зауряд-сотник, “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә” көмөш миҙалы менән бүләкләнгән Әлекәй Сабит улы Мораҡаевтың йәшәгәне билдәле. 1868 йылда ауылдың йәмиғ мәсете эргәһендәге мосолман мәктәбендә 50 малай һәм 40 ҡыҙ белем алған.
"Беҙҙең төбәктә әле булһа асыҡланмаған, аҙ өйрәнелгән тарихи факттар, ваҡиғалар күп. Халыҡ улар менән теләп бүлешә. Беҙҙең проект ошо маҡсатҡа ярашлы эшләй: элек-электән төбәгебеҙҙә йәшәгән башҡорт халҡының әлегәсә билдәле булмаған тарихи биттәрен асыу”, – тип белдерә үҙәк белгесе Рәфис Моҡаев.
Березники ауылында йәшәгән әүҙем милләттәштәребеҙ арҙаҡлы яҡташтарын иҫкә алды, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә туҡталды, уртаҡ хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен барланы. Шулай итеп, “түңәрәк өҫтәл” милләттәштәрҙе генә түгел, фекерҙәштәрҙе һәм рухташтарҙы ла бергә тупланы.
Фото рәсми сығанаҡтан.