

Ошо көндәрҙә Пермь крайы Барҙы районы Березники ауылында йәшәгән бер төркөм милләттәштәребеҙ "Беҙ ғәйнә башҡорттары" проекты сиктәрендә ойошторолоған "түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашты һәм үҙ тарихы тураһында күберәк мәғлүмәт белде.
Сараны Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң урындағы филиалы — Пермь крайындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторған.
Мәғлүм булыуынса, Березники ауылы Тайни улусына кергән. Башҡортостандағы кантон идара итеү системаһы ваҡытында 1-се башҡорт кантонының 4-се йортона ҡараған. Халыҡ араһында ауыл Бирзнәк, Ҡайын ауыл тип исемләнгән.
Профессор Әнүәр Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған. Ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 20-се башҡорт полкы яугиры, зауряд-сотник, "1812 Ватан һуғышы иҫтәлегенә" көмөш миҙалы менән наградланған Әлекәй Сабит улы Мораҡаев йәшәгән. 1868 йылда ауылдың йәмиғ мәсете эргәһендәге мосолман мәктәбендә 50 малай һәм 40 ҡыҙ белем алған.
"Беҙҙең төбәктә әле булһа асыҡланмаған, аҙ өйрәнелгән тарихи факттар, ваҡиғалар күп. Халыҡ улар менән теләп бүлешә. Беҙҙең маҡсат — тамырҙарыбыҙҙы барлау, элек-электән төбәгебеҙҙә йәшәгән башҡорт халҡының әлегәсә билдәле булмаған тарихи биттәрен асыу", — тип белдерә үҙәк белгесе Рәфис Моҡаев.
Березникила йәшәгән әүҙем милләттәштәребеҙ арҙаҡлы яҡташтарын иҫкә алды, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә туҡталды, уртаҡ хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен барланы. Шулай итеп, "түңәрәк өҫтәл" милләттәштәрҙе генә түгел, фекерҙәштәрҙе һәм рухташтарҙы бергә тупланы.
Мәғлүмәт һәм фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.