Башҡорт донъяһы
27 Август 2021, 14:00

Геройҙың һәм дивизияның яҙмышы эҙенән

Республика музейҙарында Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған саралар үтә.

Геройҙың һәм дивизияның яҙмышы эҙенәнГеройҙың һәм дивизияның яҙмышы эҙенән
Геройҙың һәм дивизияның яҙмышы эҙенән

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының юғары кадрҙар составы” темаһына “түңәрәк өҫтәл” үтте.

Сара Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатовтың тыуған көнө айҡанлы ойошторолдо. Сәйәсмәндәр, тарихсылар, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашҡан “түңәрәк өҫтәл”дә Миңлеғәле Шайморатовтың биографияһына, хәрби юлына һәм үлеменә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан барлыҡ яугирҙәр тураһында мәғлүмәттәр эҙләүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Дан ҡаҙанған командирҙың башҡорт әҙәбиәтендәге урыны тураһында ла һүҙ булды.

Сараны Башҡортостандың Фәндәр академияһы, Башҡортостандың Стратегик эҙләнеүҙәр институты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы ойошторҙо.

 

Фото сығанағы: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы.

Геройҙың һәм дивизияның яҙмышы эҙенән
Геройҙың һәм дивизияның яҙмышы эҙенән
Геройҙың һәм дивизияның яҙмышы эҙенән
Геройҙың һәм дивизияның яҙмышы эҙенән
Геройҙың һәм дивизияның яҙмышы эҙенән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас