Башҡорт донъяһы
27 Август 2021, 06:00

Легендаға әйләнгән исем

Акцияның “Шайморатовсылар“ этабы Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөнә арнап ойошторолдо.  

Легендаға әйләнгән исемЛегендаға әйләнгән исем
Легендаға әйләнгән исем

Августа Башҡортостан музейҙарында “Башҡорт тарихы музейҙарҙа” республика акцияһының “Шайморатовсылар” тип аталған икенсе этабы ойошторолдо. Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына бағышлана.

“Шайморатовсылар“ этабы Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының (16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) беренсе командиры, генерал-майор Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатовтың тыуған көнөнә – 27 авгусҡа ҡарата ойошторолдо.

Ошо айҡанлы Башҡортостандың Милли музейы филиалы – Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арналған “Легендаға әйләнгән исем” мәҙәни-белем биреү сараһы үткәрелде. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Башҡортостандың Милли музейы белгестәре булдырған “Генерал-майор М.М. Шайморатов” экспозиция-күргәҙмә комплексы базаһында уҙғарылды.

Сарала Асҡар урта мәктәбе янындағы лагерь балалары ҡатнашты. Музей мөдире Рәмилә Лотфуллина йәш быуынды Миңлеғәле Шайморатовтың биографияһы һәм хәрби юлы менән таныштырҙы. Шулай уҡ “шайморатовсылар” булған яҡташтары – Советтар Союзы Геройҙары Таһир Тайып улы Кусимовтың һәм Ғәбдрәүеф Әбделғәни улы Дәүләтовтың тормош юлына байҡау яһалды.

Балалар “Всадники Победы” тарихи-документаль фильмын бик ҡыҙыҡһынып ҡараны, музей экспозициялары менән танышты.

Фото: БР Милли музейы сайтынан.      

Легендаға әйләнгән исем
Легендаға әйләнгән исем
Легендаға әйләнгән исем
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас