Башҡорт донъяһы
27 Август 2021, 15:00

“Остазың кем?" тигән боронғолар

Илеш районында уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең август кәңәшмәһе уҙҙы.

“Остазың кем?" тигән боронғолар“Остазың кем?" тигән боронғолар
“Остазың кем?" тигән боронғолар

Илеш районында уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең август кәңәшмәһе уҙҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина был хаҡта түбәндәгеләрҙе белдерҙе:

“Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рифат Шәйхетдинов, Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, мәғариф өлкәһенә һәм белем биреүҙең сифатына баһа биреү буйынса контроль-тикшереү эшмәкәрлеге идаралығының баш белгесе Рифат Дияров, Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Люциә Сөләймәнова, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, “Ҡыҙыл таң” гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов ҡатнашты.

Урал Таһир улы үҙ сығышында балаларҙың интернетҡа бәйле булыуына иғтибар итергә, шул уҡ ваҡытта икһеҙ-сикһеҙ селтәрҙе телебеҙгә, тарихыбыҙға бәйле мәғлүмәттәрҙе таратыуҙа, уҡыусыларҙы илебеҙҙең патриоттары итеп үҫтереүҙә файҙаланырға саҡырҙы: "Дәүләтебеҙҙең лайыҡлы граждандарын тәрбиәләүгә иғтибар итәйек!" Ул төбәк уҡытыусыларын яңы уҡыу йылы менән тәбрикләп, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Рифат Ғабдулхаҡ улы сығышын әүҙем сәйәси позициялы булыу мөһимлегенә бағышланы. Илдар Иршат улы төбәктәге мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр, яңылыҡтар хаҡында бәйән итте. Рифат Ғәли улының сығышы белем биреүҙең сифатын арттырыу тураһында барҙы. Люциә Сөләймәнова Илеш районы хакимиәтенә сараға саҡырыуҙары өсөн рәхмәт әйтте, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Вәдүт Ғәйфулла улы төбәктең баҫма менән бәйләнештә эшләгән уҡытыусыларын тәбрикләне һәм киләсәктә лә бәйләнеште өҙмәүҙәрен теләне. Фаил Камил улы ла гәзит уҡыусыларын ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы, әүҙем хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы.

Уҡытыусыларҙы ла, тәрбиәселәрҙе лә беҙ, Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәре, үҙ колллегаларыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ, сөнки Башҡортостандың, Рәсәйҙең йәш быуынын илебеҙ, төбәгебеҙ тарихы, шәхестәре миҫалында тәрбиәләйбеҙ. Ошо эштә бер-беребеҙгә ярҙам итеү бик кәрәк.

Борон ҡайҙа барһа ла кешенән: “Остазың кем?” – тип һорағандар. Был юҡҡа түгел, сөнки уҡытыусының, тәрбиәсенең абруйы ҙур булған. Педагог – ул балаға тормошта юл күрһәтеүсе. Остаз аша быуындар бәйләнеше булдырыла, тарих менән хәҙерге берләшә, ышаныслы киләсәк төҙөлә. Шуға күрә бөгөн ата-әсәләргә лә, мәғариф тармағының әүҙем вәкиле булараҡ, балаларыбыҙҙың күңел бөтөнлөгөн һаҡлау, интернеттың ҡара йоғонтоһонан ҡурсалау өсөн уҡытыусының абруйын һаҡлау мөһим. Беҙ педагогтың уң ҡулы булырға тейешбеҙ!” – тип белдерҙе Лариса Хашим ҡыҙы.  

Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас