Башҡорт донъяһы
1 Сентябрь 2021, 14:00

Халыҡ уҡытыусыһы тәҡдим иткәс...

Баш ҡалала өр-яңы сквер барлыҡҡа килде. Ул Рихард Зорге урамындағы 44-се йорт янында урынлашҡан һәм беренсе уҡытыусыларға бағышлана.

Халыҡ уҡытыусыһы тәҡдим иткәс...Халыҡ уҡытыусыһы тәҡдим иткәс...
Халыҡ уҡытыусыһы тәҡдим иткәс...

Баш ҡалала өр-яңы сквер барлыҡҡа килде. Ул Рихард Зорге урамындағы 44-се йорт янында урынлашҡан һәм беренсе уҡытыусыларға бағышлана.  

Был башланғысҡа нигеҙҙе Рәсәйҙең Халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаның тәҡдиме һалған. Ул баш ҡаланың Октябрь районында йәшәй һәм республикала ошо юғары исемгә лайыҡ булған берҙән-бер уҡытыусы. Лиза Ҡыям ҡыҙы бик күп лайыҡлы уҡыусылар тәрбиәләгән, улар төрлө өлкәләрҙә уңыштарға өлгәшкән.

Арҙаҡлы педагог сквер төҙөү буйынса эшсе төркөмгә лә етәкселек иткән.

"Уҡытыусы һөнәре ҙур иғтибар талап итә. Уның бәҫен, абруйын һаҡлау сараларын күрергә кәрәк, юҡһа аҡыллы, тәрбиәле, юғары әхлаҡлы граждан үҫтереү тураһында һүҙ йөрөтөп булмаясаҡ", – ти Лиза Ҡыям ҡыҙы.

Сквер проектын йәмәғәтселек менән бергә тикшергәндәр. Унда тротуарҙар ҙа яңыртылған, яҡтылыҡ сығанаҡтары ҡуйылған.

Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников, сквер ҡаланың биҙәгенә әүереләсәк, тине. Ул тормошобоҙҙағы барлыҡ үҙгәрештәр тап уҡытыусылар тәрбиәләгән шәхестәргә бәйле, бөйөк һөнәр эйәләрен тейешенсә баһалау зарур тигән фекерен еткерҙе.

Лиза Әғәҙуллинаның уҡыусыһы Айнур Ғүмәров та педагог юлын һайлаған. Ул уҡыусылары менән скверҙы ҡарап сыҡҡас, республика символикаһы төшөрөлгән яңы эскәмйәләрҙе баһалап, бында асыҡ дәрестәр үткәрергә мөмкин, тигән һығымта яһаған.

Айнур Ғүмәров Лиза Әғәҙуллинаның алымдары буйынса уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү хәрәкәтен ойошторған, уның бай тәжрибәһен таратыу йәһәтенән ҙур эш башҡаралар.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова пандемия осоронда фиҙакәр хеҙмәт күрһәткән уҡытыусыларға рәхмәтен һүҙҙәрен еткерҙе. Парламентарий фекеренсә, Уҡытыусылар скверы педагог һөнәренә хөрмәт белдереү генә түгел.

"Уйлап ҡарағыҙ әле: беҙ уҡытыусыларға рәхмәт һүҙен йыш әйтәбеҙме? Рәсәйҙә мәктәптәр төҙөү өсөн яңы программалар ҡабул ителә, белем биреү уңайлы, сифатлы булһын өсөн шарттар булдырыла. Педагогтарға ярҙам күрһәтеү саралары бар, шул иҫәптән “Ауыл уҡытыусыһы” проекты ла. Белем биреүҙе һанлаштырыу бара. Әммә бер ниндәй ҙә юғары технологиялар тере аралашыуҙы, кешене алмаштыра алмай. Һәр осорҙа традицион ҡиммәттәр кешелектең төп байлығы булып ҡала, һәм уҡытыусы ғына белем биреп, ысын кеше тәрбиәләй ала. Барлыҡ педагогтар алдында баш эйәбеҙ", – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Был урында йәшәүселәр, сквер урамдың йәменә әүерелде, тип белдерә. Уны төҙөкләндереүҙең киләһе этабы – Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйыу.

Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас