Башҡорт донъяһы
1 Сентябрь 2021, 11:30

Рухлы балалар – милләт киләсәге

Баш ҡалалағы башҡорт мәктәптәрендә Белем байрамдары үтте. 

Рухлы балалар – милләт киләсәгеРухлы балалар – милләт киләсәге
Рухлы балалар – милләт киләсәге

Баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан 136-сы башҡорт лицейының үҙ тарихы һәм традициялары бар.

Туған халҡы, иле, теле өсөн янып йәшәгән арҙаҡлы милләттәшебеҙ, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, халыҡ мәғрифәтсеһе Мөхәммәт Исҡужин үткән быуаттың 90-сы йылдарында Сипайлово биҫтәһенең рус мәктәптәрендә башҡорт кластары асыуға башланғыс һалған. Артабан ул бында айырым башҡорт мәктәбен булдырыу теләге менән яна башлаған. Ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн тағы ла ата-әсәләр араһында аңлатыу эшен ойоштороп ебәргән. Уҡытыусылар ярҙамында 860-тан ашыу ғариза йыйылған. Һөҙөмтәлә 1994 йылдың сентябрендә Сипайловола башҡорт милли мәктәбе асырға тигән ҡарарға ҡул ҡуйылған.

Берҙәм көс менән юлланған һәм төҙөлгән уҡыу йортоноң тупһаһына тәүге йылда 660 бала аяҡ баҫа, уларҙы үҙ фәнен, туған телен яҡшы белгән 35 уҡытыусы ҡаршылай. 136-сы башҡорт лицейы 2007 йылдан Мөхәммәт Исҡужиндың исемен йөрөтә.

Быйыл да был мәктәп үҙ уҡыусыларын ҡаршыларға тулыһынса әҙер. Ремонт эштәре башҡарылған, уҡыу кластары тәртипкә килтерелгән. Лицей директоры Шәмсулла Хәбибулла улы Хәбибрахманов әйтеүенсә, быйыл өс беренсе класҡа 102 бала килгән. Мәктәптә белем аласаҡ балаларҙың дөйөм һаны – 780. Тантаналы линейка пандемияға бәйле талаптарға ярашлы беренсе, туғыҙынсы, ун беренсе кластар өсөн ойошторолған.

1 сентябрҙе ошо мәктәпкә уҡырға килеүсе Ильяс – түҙемһеҙләнеп, ә ата-әсәһе тулҡынланып көтөп алған. Ильяс – күп балалы Торсонбаевтарҙың өлкән улдары. Уны бөгөн мәктәпкә бар ғаилә, туғандары оҙатҡан: атаһы, әсәһе, һеңлеләре Лилиә менән Асия, апалары, олаталары килгән. "Ильястың Белем байрамына ятлаған шиғырын бар ғаилә отоп алды инде, бергәләп көн-төн әҙерләндек", – тип шаярта әсәһе.

“Баланы нәҡ 136-сы башҡорт лицейына уҡырға бирергә тип, фатирҙы яҡын-тирәнән ҡарап алғайныҡ. Ильяс улыбыҙҙың ошо мәктәпкә килеүенә бик шатбыҙ. Бында балалар башҡорт рухында, милли мөхиттә тәрбиәләнә. Ильяс 308-се башҡорт балалар баҡсаһына йөрөнө, әле күп төркөмдәштәре менән бер класҡа эләкте. Улымдың беренсе уҡытыусыһы Гөлфирә Мөхәмәт ҡыҙына һәм класташтарына – 1 А класына – ҙур уңыштар теләйем. Тырышып уҡыһындар, тыуған Башҡортостаныбыҙ өсөн лайыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар булып үҫеп етһендәр”, – ти Миләүшә Торсонбаева.

Өфөнөң Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында ла Белем көнө айҡанлы матур байрам үтте. Был уҡыу йорто үҙенсәлекле милли традициялары һәм педагогтары менән көслө. Мәғлүм булыуынса, бинала киләһе уҡыу йылына тиклем капиталь ремонт эшләнәсәк, биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Әйткәндәй, быйыл гимназия 25 йыллығын билдәләй.  

Ике уҡыу йортонда үткән тантаналы сараларҙа ла республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ҡатнашты.

– Бөгөн ҙур байрам. Республикала 1300 мәктәп үҙ ишектәрен асты, 500 мең самаһы уҡыусылар белем алырға барҙы. Уларҙың 58 меңе – беренсе класҡа. Өфөлә иһә 130 мең самаһы бала мәктәпкә юлланды. Баш ҡалала тәүге тапҡыр парта артына ултырған уҡыусыларҙың һаны иһә 15 мең тирәһе.

Беҙҙең дәүләт балалар сифатлы белем алһын өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙыра. Яңы мәктәптәр төҙөлә, булғандарына ремонт яһала. Быйыл, мәҫәлән, республикала 27 мәктәпкә капиталь ремонт үткәрелгән. Тап һеҙҙең иңегеҙгә, уҡытыуылар, еңел булмаған, әммә мөһим бурыс ята – йәш быуынды тәрбиәләү һәм уларға белем биреү.

Икенсе уҡыу йылын пандемия шарттарында башлайбыҙ. Былтырғыһы, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уҡыу-уҡытыу процесын санитар-эпидемиология талаптарына ярашлы ойоштора алыуҙы иҫбатланы. Әлбиттә, пандемия осоронда ҡайһы бер үҙенсәлектәр бар. Иң тәүге сиратта балаларҙың сәләмәтлеген хәстәрләйбеҙ, был – өҫтөнлөклө йүнәлеш.

Мәктәп йылдары белем алыу ғына түгел, киләсәктең нигеҙен билдәләй торған осор ҙа. Тап ошо ваҡытта балалар аралашырға, дуҫлашырға өйрәнә, холоҡтары формалаша. Тап уҡытыусылар ярҙамында уҡыусылар әхлаҡ һәм ватансылыҡ дәрестәрен ала. Мәктәп йылдары күңелегеҙҙә иң яҡты һәм шатлыҡлы йылдар булып ҡалһын, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы, уҡыусыларҙы тәбрикләп.

 

Фотолар рәсми сығанаҡтан. 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас