Башҡорт донъяһы
2 Сентябрь 2021, 11:30

Башҡорт телен күрше төбәктәрҙә лә өйрәнәләр

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан халыҡтарының һәм республикалағы дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса маҡсатлы программаға ярашлы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу әсбаптарын, методик ҡулланмаларҙы, стендтарҙы һәм башҡа уҡыу кабинеттары өсөн кәрәк-яраҡты Рәсәй төбәктәрендәге мәктәптәргә еткереүҙе хәстәрләй.

Башҡорт телен күрше төбәктәрҙә лә өйрәнәләрБашҡорт телен күрше төбәктәрҙә лә өйрәнәләр
Башҡорт телен күрше төбәктәрҙә лә өйрәнәләр

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан халыҡтарының һәм республикалағы дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса маҡсатлы программаға ярашлы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу әсбаптарын, методик ҡулланмаларҙы, стендтарҙы һәм башҡа уҡыу кабинеттары өсөн кәрәк-яраҡты Рәсәй төбәктәрендәге мәктәптәргә еткереүҙе хәстәрләй.

Миҫал өсөн, быйыл августа Силәбе ҡалаһындағы, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Красноармейск, Сыбаркүл, Сосновск райондарындағы төп дөйөм белем биреү учреждениеларына башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары өсөн һигеҙ стенд комплекты, 3630 дана дәреслек, ҡулланмалар, эш дәфтәрҙәре һәм китапханалар өсөн нәфис әҙәбиәт алып барылған.   

30-31 августа Ырымбур өлкәһенең Александровск, Новосергиевск, Красногвардейск, Һарыҡташ, Төйлөгән, Ҡыуандыҡ райондарындағы мәктәптәргә ике стенд комплекты, 682 дана дәреслек, ҡулланмалар, эш дәфтәрҙәре һәм китапханалар өсөн нәфис әҙәбиәт, Ҡазан һәм Яр Саллы ҡалаларындағы мәктәптәргә бер стенд комплекты, 220 дана дәреслек тапшырылған.   

2020/21 уҡыу йылында Башҡортостандан ситтәге төбәктәрҙә 57 белем биреү учреждениеһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнгәндәр. Шул иҫәптән Силәбе өлкәһендә – 39, Ырымбур өлкәһендә – 11, Ҡурған һәм Һамар өлкәләрендә – 3-әр, Һарытау өлкәһендә 1 мәктәптә. Туған тел булараҡ башҡорт телен сит төбәктәрҙә дүрт меңдән ашыу бала өйрәнә.

 

Фотолар Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас