

Таҙлар тарихта иң боронғо башҡорт ырыуҙарының береһе тип һанала. XIII быуат баштарында уларҙы Джучи-хан баҫып алған. Ошо ырыу вәкилдәре Батый-хан ғәскәрҙәре составында һуғышҡан. XV быуатта Урал аръяғы ерҙәрендә йәшәгән көслө Табын ырыуына барып ҡушылғандар. Аҙаҡ инде улар бөгөн йәшәгән ерҙәренә килеп төйәкләнгән. Джучи-хан үҙҙәрен “урман халыҡтары” тип теркәгән. Таҙлар улысына хәҙерге Балтас һәм Борай райондарының Иҫке Таҙлар, Яңы Таҙлар, Йомаҡай, Варзитамаҡ, Иҫке Ҡарғалы, Һәйтәк һәм Тусыбай, Тусыбай-Шауъяҙы инә, йәғни был ауылдарҙа Таҙлар ырыуы башҡорттары төпләнгән.
Башҡорт ауылдарының тарихы
1928 йылдарҙа Иҫке Ҡарғалынан бер нисә хужалыҡ, биш-алты саҡрым ситтәрәк күсеп, Сейәтау ауылына нигеҙ һала. Бер аҙҙан ауылдаштарҙың һаны 18 хужалыҡҡа етә. Был эште Ғәзиз Солтанов башлап йөрөй. Ошо ваҡиға тураһында 1990 йылдың 13 ноябрендә “Балтас таңдары” гәзитендә почетлы колхозсы Ф. Бәҙретдинов яҙып сыға.
Сейәтауҙың яҙмышы бик аяныслы. Иҫке Ҡарғалыла VIII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса 413 башҡорт йәшәгән. 1920 йылда 177 йортта 902 башҡорт иҫәпләнгән, ике хужалыҡта тирмән булған. Халыҡ игенселек, һунарсылыҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Һуғыш һөҙөмтәһендә ауыл ныҡ зыян күрә, ә 2000 йылда тулыһынса тарала. Ваҡ ауылдар әкрен генә тарих биттәренә күсә килә.
Мәҫәлән, башҡорт ауылы Иҫке Таҙларҙа 24 ат, 320 һыйыр һәм бихисап кәзә аҫрайҙар. Ауылда тирмән тотҡандар. Иҫке Таҙларҙа мәҙрәсә эшләп торған. Төп эштәре игенселек, малсылыҡ булған.
Һәйтәк ауылы XVII быуатта уҡ билдәле була. Мөһим дәлил: Өфө канцелярияһында бер указ һаҡлана. Һөйөндөк исемле кешегә оброк түләмәйенсә Һәйтәк ауылында йәшәргә рөхсәт ителә. Тимәк, ауыл 1642 йылдар тирәһендә архив документтарында күренә. Унда ике ҙур мәсет һәм мәҙрәсәләр эшләгән. Нөркә улысының үҙәге булған Һәйтәктә земство дауаханаһы ла урынлашҡан булған. Һәр дүшәмбелә баҙар ойошторолған. Тирә-яҡтан бик күп халыҡ йыйылған. Йыл да 14 декабрҙә оло йәрминкә үткәрелгән. Биш кешелә бакалея лавкаһы булған. Эре ер биләүселәр – Зәйнулла Баязитов, Шәһимәрҙән Сәғҙиев, Бикбау Афастунов.
XX быуат башында 93 йортта 525 башҡорт йәшәгәне билдәле. Бөгөн Һәйтәктә 746 кеше теркәлгән.
Тыуған ерҙең данлы улдары
Һәйтәк бик күп билдәле шәхестәр үҫтергән башҡорт ауылы булараҡ та дан алған. Улар араһында рәссам, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы Илдар Ихсан улы Ғаянов тураһында айырым әйтеп үткем килә. Яҡташыбыҙҙың ижадында башҡорт тарихының һынылышлы осорҙары – Рус дәүләтенә ҡушылыу, француз яуы, Башҡортостанға автономия яулау сағылдырыла.
Уның йөҙҙән ашыу картинаһы бар, шулар араһында – “Башҡорт илселәре Иван IV янында”, 11 картинанан торған “Салауат тураһында иртәк” серияһы, 1812–1814 йылдарҙағы Ватан һуғышына арналған картиналар циклы. Эштәре Өфөлә М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейында, “Academia” галереяһында, “Ҡазан” милли мәҙәни үҙәгендә һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Илдар Ғаянов әлеге ваҡытта Һәйтәк ауылының мәсетендә имам булып хеҙмәт итә.
Ошо уҡ ауылдан тағы бер һәләтле шәхес сыҡҡан – рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы, 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған рәссамы Зөфәр Ғаянов. Ул 1981–1987 йылдарҙа М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейына етәкселек итә. Уның башланғысы менән һәм етәкселегендә тарихта беренсе тапҡыр музей ансамбле үҙгәртеп ҡорола. 1997–2013 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетында уҡыта. Ижадында тәрән милли колорит сағыла. Уның хаҡында ла башҡорт халҡының данлы улы тип ғорурланып әйтергә мөмкин.
Зөфәр Ғаяновтың әҫәрҙәре Өфөләге М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейында (Өфө), Татарстан Республикаһының Дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Ҡазан), Удмурт Республикаһының дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Ижәү), “Алтын Урҙа” художество галереяһында, “Ҡазан” республика мәҙәниәт үҙәгенең Заманса сәнғәт музейында (Ҡазан), Ғ. Туҡайҙың мемориаль музейында (Ҡазан), Анкаралағы ТӨРКСОЙ генераль дирекцияһында һаҡлана. Билдәле шәхес 2015 йылда вафат була.
1920 йылда Бөрө өйәҙендә халыҡ һанын иҫәпкә алыу үткәрелә. Шул саҡта Балтас районындағы Таҙлар ырыуы халҡы һаны – 2140, ә 100 йыл элек уларҙың һаны 5700 кеше булған. 1917 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә шулай билдәләнгән.
Тусыбай ауылы исеме бик бай ер биләүсе Туйсыбай Яҡшембәтовтан алынған. Ауылға 1722 йылда нигеҙ һалынған. Туйсыбайҙың, мосолман дине рөхсәт иткәнсә, бер нисә ҡатыны булған. “Туйға бай булғанға Туйсы бай тип атап йөрөткәндәр” тигән легенда халыҡта һаман да йәшәй.
1834 йылда ауылда 49 йортта 147 башҡорт иҫәпләнгән. Эре ер биләүселәр – Тоҡташ Тоғаҡаев, Мәсәғүт, Мансур һәм Батырша Вәлишиндәр, Ғәләүетдин Мифтахетдинов.
Тусыбайҙар тағы ла бер ауылға нигеҙ һала. Ул Тусыбай-Шауъяҙы тип атала. Архив материалдарында был ауыл Туйсыбай-Шауъяҙы тип теркәлгән. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, унда 269 кеше йәшәгән.
Таҙлар ырыуы тураһында тарихи мәғлүмәттәр бик аҙ. Был ырыу башҡорттары ауыр тормош юлы үткән.
- Хәнис ХӘЗИМОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Балтас районы.

