Башҡорт донъяһы
3 Сентябрь 2021, 06:14

Табындар табынға йыйылды

Башҡорт ырыуҙарының иң ҙур берләшмәһе вәкилдәре кәңәш ҡорҙо.

Учалы районының Туңғатар ауылы эргәһендәге Кесе Ирәндек тауы итәгендә иркен ялан бар. Барын-табындарҙың борон-борондан йыйылыр урыны булған ул. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тирә-яҡтағы ауылдарҙан һуғышҡа йыйынған ир-ат та ошо яланда туҡтап киткән. Туңғатар ауылы халҡы тиҫтәләгән ат арбаһында Мейәс тимер юл станцияһына йүнәлгән яҡташтарын шифалы үлән сәйе менән һыйлап оҙатып ҡалыр булған.

 Күптән түгел тап ошо яланда, Башҡорт тарихы йылына ярашлы, Табын ырыуының бишенсе йыйыны уҙғарылды. Яланда үткән сара үҙе бер һабантуйҙай булды. Байрам Ҡорама ауылы мәҙәниәт йортоноң “Ҡорама” театры әҙерләгән “Табын ырыуы тарихы” театрлаштырылған тамашаһы менән асылды.

Ҡунаҡтарҙың, төрлө район делегаттарының сығыштары, ат сабышы, көрәш, уҡ атыу, “Табын ырыуы батыры” уйындары, Учалы районынан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә килгән ҡул эше оҫталарының күргәҙмәһе, сағыу концерт сығыштары, балалар өсөн уйындар – барыһы ла сараны йәмләне. Бер үк ваҡытта балалар өсөн “Тамыр” телеканалы һәм “Аҡбуҙат” журналы үҙ програм­маһын тәҡдим итте.

Көндөң икенсе яртыһында йы­йындың пленар ултырышы башланды. Делегаттар көнүҙәк мәсьә­ләләрҙе тикшереү өсөн мәҙәниәт усағына йыйылды. Мәртәбәле ҡунаҡтар – Учалы район советы секретары Зариф Ғарипов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, барыһын да тәбрик­ләп, уңышлы эш теләне.

– Бәрәкәтле Учалы ерендә һеҙҙе тәбрикләүемә шатмын. Беҙҙең районда ун һигеҙ ауыл биләмәһе хакимиәте, унда Табындан башҡа ырыу вәкилдәре лә йәшәй. Беҙ татыу халыҡбыҙ, ә бындай осрашыуҙар тағы ла нығыраҡ дуҫлаштыра, яңы маҡсаттар ҡуя, — тип билдәләне Зариф Ғарипов.

Учалы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадиров та, делегаттарҙы сәләмләп, йыйындың пленар өлөшөндә һәммәһенә лә уңышлы эш теләне.

– Беҙҙең райондың төньяҡ өлөшөндә барын-табындар һәм ҡара-табындар йәшәй. Шәжәрәне өйрәнеү буйынса эште 2016 йылдан башланыҡ, быға тиклем тамырҙарыбыҙҙы ныҡлап белмәй инек. Яҡташыбыҙ, билдәле тарихсы Спартак Ильясов беҙгә тари­хыбыҙҙы ентекләп өйрәтте, хәҙер хатта йәштәр ҙә үҙ шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһына. Биш йыл рәттән Барын-Табын ырыуы йыйынын уҙғарабыҙ. Ә ошо күләмле сараны ойоштороу күптәнге хыялыбыҙ ине, – тине Мозафар Харис улы.

Табын ырыуҙары союзы идараһы рәйесе вазифаһын баш­ҡарыусы Фәнил Ҡоҙаҡаев ырыу хәрәкәте тарихы, башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.

– Табын ырыуҙары берләшмәһе республикала тәүгеләрҙән булып төҙөлдө. Бөгөн Учалы районында беҙ бишенсе тапҡыр йыйылдыҡ. Тәүге ырыу йыйыны 1993 йылда Красноусол ҡасабаһында уҙға­рылғайны, унда Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Архангел райондары вәкилдәре ҡатнашты. Ә инде 1994 йылда ойошторолған йыйынға Өфө, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы райондарында йәшәгән ырыу­ҙаштарыбыҙ ҡушылды. Ул ваҡыттарҙа йыйын ҡарарҙары буйынса мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу, ошо  райондарҙа башҡорт гимназияларын асыу, тарихи шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү, аҫаба ерҙәребеҙҙе һаҡлау эше әүҙемләштерелде.

2007 йылда баш ҡалала уҙғарылған ҡорҙа ун райондан һәм илдең өс төбәгенән делегаттар ҡатнашты. Йәмәғәт ойошмаһы рәсми статус алып, уның гимны, гербы раҫланды. 2017 йылда ойошторолған дүртенсе йыйын да Өфөлә үтте. Йәмәғәт ойошмаһы тарафынан  ҙур эштәр атҡарылды.

Бигерәк тә шул йылдан башлап традицияға ингән йәштәр өсөн “Табынфест” фестивален билдәләргә кәрәк. Унда мәҙәни, спорт сараларынан тыш, уҡыу майҙансыҡтары ла ойошторола. Мәҫәлән, “Эшҡыуарлыҡ һәм туризм”, “Тарихи сығанаҡтар менән эш” һәм башҡа проекттар йәштәргә киләсәктә кәрәк буласаҡ теоретик белем һәм ғәмәли тәжрибә бирә. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: дәрестәр әүҙем үтә – тыңлаусылар үҙ проекттарын яҡлай, етешһеҙлектәрен асыҡлай, кәңәштәр ала.

– “Табын ырыуының йәш ғаилә­һе”, “Өлгөлө йорт”, “Йәш эшҡыуар”, “Табын батыры”, “Табын һылыуы” кеүек конкурстар ҙа дәррәү уҙа, — тип бәйән итте Фәнил Ҡоҙаҡаев.

Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев Табын ырыуҙары тарихына туҡталды.

– Табын – башҡорт ырыу­ҙа­рының иң ҙур берләшмәһе. XIV–XVI быуаттарҙа табындарҙың бер өлөшө, Башҡортостандың урманлы-таулы райондарына күсеп килеп, Ағиҙелдең түбәнге ағымы, Еҙем, һуңғараҡ Инйәр йылғала­рының үҙәндәрендәге уңдырышлы ерҙәргә урынлаша. Ырыуҙың икенсе бер өлөшө көнсығыштан Урал аръяғында Әй һәм Йүрүҙән йылғалары буйҙарын һәм Мейәс, Уйылға, Уй, Яйыҡ йылғаларының үрге ағымдарын биләй.

XV быуаттың аҙағында – XVII быуат башында табындарҙың бер аҙы Ыҡ йылғаһы ярҙарына кире күсенә. Ҡалғандары, көньяҡҡараҡ китеп, Тоҡ, Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек йылғалары буйындағы ерҙәрҙе үҙләштерә. XVIII уртаһында Урал аръяғы табындары Уй һәм Тубыл йылғалары буйындағы далаларға китә. XVI–XVIII быуаттарҙа улар биләгән ерҙәр төньяҡтан – Пышма йылғаһына ҡәҙәр, көньяҡтан иһә Туғыҙаҡ йылғаһына тиклем барып етә.

Башҡортостан Рәсәйгә ҡушыл­ғас, Нуғай һәм Себер юлдары буйындағы ерҙәр Табын улысының аҫаба ерҙәре итеп ҡалдырыла. XVIII быуатта табындар Әйле, Ҡаңны, Ҡатай, Көҙәй, Ҡыпсаҡ, Мең, Түңгәүер, Терһәк, Үҫәргән, Юрматы ырыуҙары менән күршеләш була. XVIII–XIX быуаттарҙа табын ерҙәре Быҙаулыҡ, Верхнеуральск, Екатеринбург, Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Троицк, Өфө һәм Силәбе өйәҙҙәре эсендә бүлгеләнеп ҡала. Кантондар системаһы идаралығы осоронда табындар 2-се, 3-сө, 4-се тау арты, 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се, 9-сы башҡорт кантондарына тарҡатыла.

Хәҙерге көндә Табын ырыуҙары Башҡортостандың Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Балтас, Тәтешле, Дәүләкән, Учалы, Салауат райондарында, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл, Һамар өлкәһенең Оло Чернигов, Һарытау өлкәһенең Пугачев райондарында, Ырымбур өлкәһенең Александров, Красногвардейск, Новосергиевка һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Красноармейск райондарында таралып йәшәй.

– Эҙләнеүҙәр табындарҙың Татарстанда, Ҡаҙағстанда,Ҡарағалпаҡ республикаһында йәшәүҙәрен  раҫ­лай. Беҙ ундағы ырыуҙаштарыбыҙ менән дә бәйләнеш булдырырға, шәжәрә­ләрҙе барларға тейешбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ бик уҡымышлы, зирәк булған. Был турала тарихсы Петр Рычков та билдәләгән. Шулай уҡ Табын ырыуында һәр ғаилә шәжәрә­һен яҡшы белгән. Беҙ ошо традицияны мотлаҡ дауам итергә тейеш­беҙ, – тигән теләктәрен белдерҙе ул.

Йыйында Әбйәлил, Дәүләкән, Балтас, Тәтешле, Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Салауат райондарынан,  Силәбе өлкәһенән барлығы 80 делегат ҡатнашты. 12 делегаттан торған күрше өлкә делегацияһына Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов етәкселек итте.

– Силәбе өлкәһендә 170 меңгә яҡын башҡорт иҫәпләнә. Улар – аҫаба халыҡ. Борондан үҙ ерендә йәшәйҙәр, ошонда милләт булараҡ барлыҡҡа килгәндәр, үҙ тарихын яҡшы беләләр, туған телде онотмайҙар. Мәҫәлән, Арғаяш районындағы 21 мәктәптең 19-ында башҡорт теле уҡытыла, был эш балалар баҡасаларында ла алып барыла. Делегациябыҙ составына тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар, йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре ингән. Беҙ бында ырыуҙаштарыбыҙ менән аралашырға, тамырҙарҙы барларға, тәжрибә уртаҡлашырға килдек. Киләсәктә Силәбелә лә ошондай уҡ йыйын уҙғарырға йыйынабыҙ, – тип белдерҙе Әлфир Байымов.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тарының “Без – башҡортлар” ижти­мағи хәрәкәте ағзаһы Винарис Абдуллин республиканың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән башҡорттар тураһында, уларҙың диалекты әҙәби телдән айырылып торһа ла, үҙҙәрен башҡорт тип иҫәпләүен, шуға ла улар менән бергә, берҙәм булырға өндәне.

Райондарҙан килгән делегаттар съезда ҡатнашыусыларҙы үҙ төбәк­тәрендәге эштәр торошо менән та­ныштырҙы, үҙҙәрендәге табындар­ҙың тарихы һәм бөгөнгөһө, билдәле яҡташтары хаҡында һөйләне. Тәтешленән Бәхтигәрәй Арманшин, мәҫәлән, Кейековтар нәҫеленең шәжәрәһен төҙөгән. Ә Силәбе өлкәһе вәкиле Арыҫлан Бикбулатов үҙенең генә түгел, мөрәжәғәт иткән бик күп кешеләрҙең дә нәҫел тамырҙарын барлаған.

Пленар өлөш тамамланғас, Табын ырыуҙары советы ағзалары һәм уның рәйесе һайланды. Табын ырыуҙары берләшмәһе башлығы итеп журналистика ветераны, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фәнил Ҡоҙаҡаев тәғәйенләнде. Совет сос­тавына табындар йәшәгән барлыҡ төбәктәрҙән 30 кеше билдәләнде.

Шулай уҡ йыйындың резо­люцияһы ҡабул ителде. Документта Табын ырыуҙарынан күренекле шәхестәрҙең исемдәрен мәңге­ләштереү; йыл һайын “Табынфест” йәштәр фестивален уҙғарыу; күренекле яҡташтар менән осрашыу эштәрен дауам итеү; ғаилә, балалар һәм йәштәр, мәҙәниәт, мәғариф һәм ауыл хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре араһында ошо эшкә йәлеп итеү буйынса осрашыуҙар үткәреү; Ғафури районында Табын ырыуҙарының ырыу билдәһен булдырыу һәм ҡуйыу буйынса эштәрҙе тамамлау кеүек саралар теркәлде.

Табын ырыуы хәрәкәте әүҙем­селәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Учалы районы хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән дәртлән­дерелде. Ә Фәнил Ҡоҙаҡаев менән Мозафар Ҡадировҡа “Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе” тигән почетлы исем бирелде.

Йыйын штандартын Көҙәй ырыуы ҡабул итеп алды.

 

- Римма СОЛТАНОВА.

Учалы районы.

Читайте нас