

Башҡортостандың "Төнгө бүреләр" мотоклубы ағзалары Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында булды.
Делегацияны урындағы хакимиәт башлығы Әлфир Сабиров, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева ҡаршы алды. Сарала ҡатнашыусылар Рәсәй Геройы, генерал-майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Артабан ҡунаҡтар Шайморатов ауылындағы күп функциялы мәҙәниәт йортона йыйылды. Унда тыуған яҡты өйрәнеүсе Резеда Әхтәмова ҡаһармандың музейы менән таныштырҙы, ҡыҫҡаса тормош юлы тураһында һөйләне. Артабан мотоклуб ағзалары 3Д маппинг аша 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы хаҡындағы фильмды ҡараны.
"Бөгөнгө сараға Башҡортостандың барлыҡ ҡала-райондарынан мотоклуб составына ингән егеттәр килде. Иртәгә, 5 сентябрь, Өфөнән таңғы сәғәт 4-тә Луганск өлкәһенә ҡуҙғалабыҙ һәм Һарытау ҡалаһында туҡтап, 6 сентябрь тәғәйенләнгән урынға барып етергә тейешбеҙ. Вирус сәбәпле делегация составын кәметтеләр - юлға дүрт кеше генә сығасаҡбыҙ. 8 сентябрь ҙур байрам – Донбасс ерен немец илбаҫарҙарынан азат итеү көнө. Беҙҙең легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы был ваҡиғаға ҙур өлөш индергән. Төп әлеге сәфәрҙә бурыс – 8 сентябрь Донбасс ерендәге Туғандар ҡәберлегендә генерал-майорҙың, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең иҫтәлегенә Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған еренән имән үҫентеләре алып барып ултыртыу. Был эштә шулай уҡ бар Рәсәйҙән килгән “Төнгө бүреләр” ағзалары ла ҡатнашасаҡ. 2016 йылда беҙ Луганск өлкәһенә Донбасты азат иткән геройҙарға бағышланған йондоҙ алып барҙыҡ. Ул Луганск тимер юл вокзалында урынлаштырылды. Ләкин йондоҙҙо ике мәртәбә шартлаталар, шулай ҙа кире тергеҙҙеләр. Ошондай уҡ йондоҙ былтыр Донецк ҡалаһында ла барлыҡҡа килде. Шул юлдарҙан йөрөгәндә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа арнап Руслан Дорошенко “Йондоҙ” тип аталған йыр яҙҙы. Уның исем туйы Донецк ҡалаһында үтәсәк.
Еңеү хаҡына үҙҙәрен аямай һуғышҡан ата-бабаларыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ, үткәндәрҙең шаңы, атай-олатайҙарҙың даны яугирҙәрҙең вариҫтары хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ", - тип һөйләне “Төнгө бүреләр” мотоклубының Башҡортостан бүлеге етәксеһе Семен Кулагин.
“Төнгө бүреләр” вәкилдәренә хәйерле юл, изге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Текстың авторы - Фирүзә Рәхмәтуллина.
Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.