

Башҡортостандың Т. Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы 11 сентябрҙә – Мейәстә, 12-һендә Магнитогорскиҙа сығыш яһаясаҡ. Был ваҡиға Силәбе өлкәһендә үтәсәк Тынлы музыка халыҡ-ара фестивале сиктәрендә буласаҡ.
"Фестиваль ойоштороусылары үтенесе буйынса беҙ программаға тынлы музыка әҫәрҙәрен генә индермәнек, ә рус композиторҙары хоры әҫәрҙәрен, башҡорт хор музыкаһы ынйыларын да алдыҡ. Һүҙ Нур Дауытовтың – "Фатима", уның эшкәртеүендә "Буранбай" йыры, "Шәл бәйләнем" башҡорт халыҡ йыры темаһына композиция һәм башҡалар хаҡында бара. Коллектив менән солистар Татьяна Чулина (сопрано), Артур Шәрипов (баритон), Илгиз Фазылов (тенор) сығыш яһаясаҡ, шулай уҡ татар һәм ҡаҙаҡ йырҙары ла яңғыраясаҡ", – ти капелланың художество етәксеһе, баш дирижёры, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Алһыу Хасбиуллина.
Фестиваль 9 - 13 сентябрҙә Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер ярҙамы менән үтә. Сараны Силәбе дәүләт филармонияһы ойошторған. Биш көндә был өлкәнең ун ҡалаһында 16 концерт ҡуйыласаҡ.
Фото: kulturarb.ru