

Кисә Өфөлә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто кубогына үткәрелгән “Батырфест” фестиваленең сираттағы ярышы уҙған. Салауат Юлаев һәйкәле янындағы амфитеатрҙа ойошторолған "Батыр START" турнирында 25 бәйгесе биш спорт төрө буйынса көс һынашҡан.
Спортсылар Конго, Камерун, Чад, Һиндостан, Мысыр, Иран, Ираҡ, Төркмәнстан, Тажикстан, Үзбәкстандан килгән, Рәсәй исеменән иһә Башҡортостан һәм Удмурт Республикалары егеттәре сығыш яһаған. Ярыштар ир-аттың мәргәнлеген, таһыллығын, көсөн, йылдамлығын, сослоғон билдәләгән.
Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфҡәт Үмәрғәлин сәләмләгән, турнирҙың төп судьяһы — республиканың мас-рестлинг федерацияһы рәйесе Раил Бикмаев, секретары – Башҡортостан дәүләт аграр университетының физик культура һәм спорт кафедраһы мөдире Руслан Бикембәтов.
Турнир программаһына суҡмар ташлау, уҡ атыу һ.б. кеүек башҡорт милли үҙенсәлектәре менән һуғарылған ярыштар ҙа ингән. Бәйге һөҙөмтәләренә ярашлы, алтынсы урынды Төркмәнстан атлеты Бабагилде Якубов яулаған, бишенсе баҫҡыста — Тажикстандан Тохир Рузекулов, дүртенселә — Удмурт Республикаһынан Иҙел Шакиров, өсөнсө урында — Конго ҡунағы Миателана Геш Тефред, икенселә — Ирандан Пурхейдара Навида. Турнир еңеүсеһе исеменә Башҡортостандан Илнур Мифтахов лайыҡ булған. Бөтә ҡатнашыусыларға ла маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылған.
Фото: Халыҡтар дуҫлығы йорто.