Башҡорт донъяһы
7 Сентябрь 2021, 10:15

Башҡорт теле уҡытыусыларын саҡырабыҙ

10 сентябрҙә Өфөнөң күп профилле һөнәрселек колледжы Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын даими арттырыу үҙәге менән берлектә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн семинар ойоштора.

Башҡорт теле уҡытыусыларын саҡырабыҙБашҡорт теле уҡытыусыларын саҡырабыҙ
Башҡорт теле уҡытыусыларын саҡырабыҙ

10 сентябрҙә Өфөнөң күп профилле һөнәрселек колледжы Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын даими арттырыу үҙәге менән берлектә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн семинар ойоштора.

“Башҡортостан — аҡ тирмәләр иле” исемле сара Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбайҙың 80 йыллыҡ юбилейына арнала.

Семинарҙа ҡатнашыусылар Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын даими арттырыу үҙәге эше менән танышасаҡ, Ҡәҙим Аралбай менән осрашыуҙа ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ  Ф.Б.Санъяровтың “Һүҙ оҫталарының ижадын өйрәнеү” темаһына лекция ойоштороласаҡ. Сарала ҡатнашыусыларға үҙәктең махсус сертификаты тапшырыласаҡ.

Семинар хаҡында  белешмәне (347) 262-91-90, 235-94-71 телефондарына шылтыратып алырға була.

Сара Өфө, Рәсәй урамы,  100/3 (“Ҡала советы” туҡталышы) адресы буйынса үтәсәк, ҡатнашыусыларҙы теркәү 10:00 сәғәттән 11:00 сәғәткә тиклем дауам итәсәк.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас