Башҡорт донъяһы
7 Сентябрь 2021, 18:00

Милләттәштәребеҙ менән осрашыуҙа ниҙәр ҡаралған?

9 – 11 сентябрҙә Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә.

Милләттәштәребеҙ менән осрашыуҙа ниҙәр ҡаралған?Милләттәштәребеҙ менән осрашыуҙа ниҙәр ҡаралған?
Милләттәштәребеҙ менән осрашыуҙа ниҙәр ҡаралған?

9 – 11 сентябрҙә Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә. Сараларҙа Башҡортостандың рәсми делегацияһы, шул иҫәптән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнаша.

Мәҙәниәт һәм мәғариф көндәренең киң программаһына төрлө йүнәлештәге саралар ингән. "Свердловск өлкәһенең этно-мәҙәни төрлөлөгөндә башҡорттар" исемле фәнни “түңәрәк өҫтәл” Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең үҙенсәлекле мәҙәниәтен, телен һаҡлау эшенә арналасаҡ, ә урындағы башҡорт йәмәғәтселеге әүҙемдәре һәм башҡорт ата-әсәләре эшлекле осрашыуҙарҙа ҡатнашасаҡ.  

Башҡортостан менән Свердловск өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге араһындағы хеҙмәттәшлекте көйләгән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ.

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре барышында саралар Үрге Пышма ҡалаһында ла планлаштырыла. Унда Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһенең Мәғариф министрлығы вәкилдәре осрашасаҡ. Өлкәлә йәшәгән башҡорт ата-әсәләре өсөн бында махсус майҙансыҡ булдырыласаҡ, балаларҙы туған телдә уҡытыу хоҡуғын яҡлау, тормошҡа ашырыу буйынса консультациялар, йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.

Башҡортостан делегацияһы урындағы педагогтарға башҡорт теле кабинетын йыһазландырыу өсөн заманса матди-техник ҡорамалдар тапшырасаҡ.

"Аҡбуҙат" республика балалар журналы 30 йыллыҡ юбилейы уңайынан баҫманың презентацияһын, викторина, шиғырҙар конкурсы, "Урал батыр" йәнһүрәтенең һәм комиксының исем туйын уҙғарасаҡ.

Шулай уҡ ошо көндәрҙә Башҡортостандың Республика халыҡ ижады үҙәге Свердловск өлкәһенең төрлө райондарында башҡорт хореографияһы, вокал, ҡурай, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторасаҡ.

Свердловск өлкәһендә Башҡорт тарихы йылына ярашлы үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының ҙур концерты менән тамамланасаҡ, данлыҡлы “Далан” фольклор-эстрада төркөмө сығыш яһаясаҡ.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас