Башҡорт донъяһы
7 Сентябрь 2021, 06:47

Шишмә урамындағы йортта...

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

...Ике ҡатлы йорттоң болдоронда теҙелеп киткән төрлө үлсәмле кроссовка, сандали, туфлиҙарҙың күплегенә иҫебеҙ китеп, бер аҙ аптырап торҙоҡ. Йыбанманыҡ, һананыҡ – 33 пар аяҡ кейеме булып сыҡты.

 Лариса менән Борис Первушиндарҙың ҙур ғаиләһенә икенсе тапҡыр юл тотоуыбыҙ. Бынан өс йыл элек уларҙың оло ғаиләһенә яңы йәм, өр-яңы мәшәҡәттәр өҫтәп, өс игеҙәк ҡыҙҙарының тыуыу шатлығын уртаҡлашҡаныбыҙ иҫтә. Тик бөгөн дүрт йәшлек игеҙәктәр өйҙә булмай сыҡты, улар – балалар баҡсаһында.

Туғыҙ баланы аяҡҡа баҫтырып, уларҙы уҡытыу, сәләмәтлектәрен хәстәрләү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән Первушиндар тормоштарына зарланмай, хатта пандемия ла уларҙың донъя көтөүҙәге пландарын юҡҡа сығара алмаған.

– Көтөлмәгән ҡатмарлылыҡтарға, коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡарамаҫтан, тормош әүәлгесә үҙ яйына дауам итә, – ти Лариса Радик ҡыҙы. – Матди яҡтан йонсоманыҡ, ил етәкселегенә, балалы ғаиләләрҙең хәлен аңлап, яуаплы мәлдәрҙә ярҙам ҡулы һуҙыуы бик ваҡытлы булды. Балалар өсөн айлыҡ түләүҙәрҙән тыш, ғаиләләге дүрт уҡыусыға яңы уҡыу йылына әҙерлеккә ҡырҡ мең һум аҡса алдыҡ. Ғөмүмән, пандемия осоронда күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләр иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Первушиндар ғаиләһе 2018 йылда Дүртөйлөнөң “Метеостанция” тип йөрөтөлгән биҫтәһендә “Торлаҡ сертификаты” ярҙамында ике ҡатлы ҙур йорт алған, “Әсәлек капиталы”н төҙөлөш материалдарына тотонған. Шишмә урамындағы ул саҡта буш, иркен тойолған йорттоң икенсе ҡатында ремонт тамамланған, балаларға айырым бүлмәләр яһалған. Йорт хужаһы Борис Андреевич алһыу төҫтәге япмалар, йыйнаҡ карауаттар теҙелгән ҡыҙҙар бүлмәһенән һуң спорт ҡорамалдары, компьютер, һәр ерҙә тәртип күҙәтелгән егеттәр бүлмәһенә саҡырҙы. Бөрө педагогия институтының химия-биология факультетын тамамлаған Илья әле Төркиәлә эшләп йөрөй, бөгөн бүлмәгә уның ҡустыһы – 21 йәшлек Слава “хужа”. Ул да ағаһы кеүек химия-биология факультетын тамамлаған, бөтә теләге – магистратурала уҡыуҙы дауам итеү.

Быйыл Денис – Х, Кристина VIII класҡа уҡырға бара. “Арғымаҡ” ат-спорт мәктәбендә яратып шөғөлләнгән Настя V класта уҡыуын дауам итәсәк. Борис Андреевич ҡыҙының жокей булып юртаҡтарҙа ярышҡанын, Татарстан, “Терра Башҡортостан” бәйгеләрендә ҡатнашыуын, ярайһы уңыштарға өлгәшеүен ғорурланып һөйләй. Төпсөктәрҙең ғаиләлә иң иркә һәм шуҡ булыуы билдәле инде, быйыл мәктәпкә уҡырға төшәсәк Дима ла – шундай тиктормаҫтарҙың береһе.

– Балалар үҙебеҙ ҡасандыр тамамлаған мәктәптә белем ала, уҡытыусылар коллективы бик яҡшы. Химия уҡытыусыһы Юлия Петровна Устюжанинаға рәхмәтлебеҙ, улдарыбыҙҙа үҙе яратып уҡытҡан фәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята алды, – ти Лариса Радик ҡыҙы.

Күп балалы әсәнең көндәлек мәшәҡәттәрен һанап бөтөүе лә, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. “Иртән барыһын да ашатып-эсереп, ҡайһыһын мәктәпкә, ҡайһыһын балалар баҡсаһына оҙатып, өйҙә арлы-бирле мәшәҡәттәрҙе башҡарғансы, берәм-һәрәм ҡайта башлайҙар. Ғәҙәттә, уларҙы үҙем машинала илтәм, машинала алып ҡайтам. Өй “таксисы” мин, – тип шаярта Лариса. – 2003 йылда беренсе тапҡыр машина һатып алғас, йөрөтөргә өйрәнергә тура килде. Яңы һөнәрҙең кәрәге тейҙе, хәҙер “ЯндексТакси”ҙа эшләйем.

Ғаилә башлығы Борис Первушин мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләүен дауам итә. Туғыҙ балаһының һәр береһе өсөн йән атҡан, уларҙың киләсәген күҙаллаған атай йортта таймаҫ имән бағанаға тиң. “Уның һүҙ әйтеүе лә кәрәкмәй, аңлау өсөн бер ҡарашы ла етә”, – ти ҡыҙҙарының алтыһы ла.

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Дүртөйлө ҡалаһы.

Читайте нас