Башҡорт донъяһы
9 Сентябрь 2021, 07:00

"Барыһының да иҫтәлеген мәңгелләштереү ул"

Милләтәштәребеҙҙе Салауат Юлаев һәйкәленең торошо, Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәл яҙмыштары борсой.

"Барыһының да иҫтәлеген мәңгелләштереү ул""Барыһының да иҫтәлеген мәңгелләштереү ул"
"Барыһының да иҫтәлеген мәңгелләштереү ул"

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы менән тура бәйләнеш үткәрҙе, көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе, тип билдәләп үткәйнек. Һөйләшеүҙә милләтебеҙҙең ғорурлығы булған шәхестәрҙең иҫтәлегенә ҡағылышлы һорауҙар ҙа булды. Атап әйткәндә, милләттәштәребеҙҙе Салауат Юлаев һәйкәленең торошо, Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәл яҙмыштары борсой.

БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Данир Ғәйнуллин тура эфирҙа күтәрелгән мәсьәләгә ҡарата фекерен белдерҙе:

 –  Салауат Юлаев һәйкәле  – Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының символы, беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Ул мәҙәни ҡомартҡы объекты булараҡ,  дәүләт һағы аҫтында.

Салауат Юлаев һәйкәленә тарихи-мәҙәни экспертиза ысынлап та үткәрелгән һәм һис шикһеҙ, реставрация талап ителә. Радий Фәрит улы был һорауға тулы һәм дөрөҫ яуап бирҙе. Мин үҙем дә Рәсәй мәҙәниәт министрлығы тарафынан  билдәләнгән вәкәләтле эксперт булып торам һәм был эшкә профессиональ күҙлектән баһа бирә алам.  Һәйкәлгә реставрация барышына һәр йәһәттән ҙур иғтибар бүленәсәк һәм эш контролдә тотоласаҡ.

Миңлеғәли Шайморатовҡа Герой исеме биреү проблемаһын Башҡортостан йәмәғәтселеге күп йылдар дауамында күтәрә килде.  Беренсенән,  Радий Фәрит улы Хәбировҡа был исемде юллауҙа һалған тырышлығы өсөн ҙур рәхмәт. Шайморатовҡа Герой исеме биреү һәм уға Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыу –  беҙҙең яуҙа һәләк булған,  илебеҙҙе һаҡлаған барлыҡ ҡаһармандарға,  Башҡорт кавалерия дивизияһы составында алышҡан  олатайҙарыбыҙға мәңгелек һәйкәл, уларҙың  батырлығын мәңгелләштереү ул.

Минең бер нисә бабайым Башкавдивизия составында алышҡан,  һуғышта вафат булған. Һәйкәл уларға ла ҙур хөрмәт һәм ихтирам билдәһе буласаҡ. Ундай кешеләр һәр бер ауылда, ҡасабала бар.

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас