Башҡорт донъяһы
10 Сентябрь 2021, 04:32

Беҙҙе дуҫлыҡ, тарих ептәре бәйләй

Башҡорт атлыларының яҙмышын өйрәнеү дауам итә.

Тарихын белгән һәм хөрмәт иткән халыҡтың киләсәге бар. Был йәһәттән башҡорттарҙа үткәненә хөрмәт, киләсәккә ышаныс менән ҡарау борондан килә. Шуғалыр ҙа ата-бабаларыбыҙ, тормош ҡуйған әллә күпме һынауҙарҙы еңеп, был ерҙә үҙенең барлығын һәм көслө булмышын күрһәткән, киләсәк быуында ла ошо илһөйәрлекте тәрбиәләүгә ынтылыш йәшәй. Өфөгә Луганск Халыҡ Республикаһынан килгән делегаттар менән осрашыу сараларында ла ошо хаҡта күп фекерҙәр әйтелде.

 Сара ике республика ара­һын­дағы дуҫлыҡты нығытыу, рухи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе, тарихи хәтер­ҙе һаҡлау маҡсатында ойошторолдо. Уны “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрә­кәте”нең Башҡортостан Рес­пуб­ликаһындағы төбәк бүлексәһе республиканың Йәмәғәт палатаһы ярҙамында үткәрҙе.

Ҡунаҡтар араһында Алчевск ҡалаһының Салауат Юлаев исе­мендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Флүр Ҡарасурин, “Луганщина яҡташтар берлеге” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Олег Акимов, Луганск Халыҡ Рес­публикаһының Йәмәғәт палатаһы етәксеһе Алексей Карякин, Луганск Халыҡ Респуб­ликаһының сит ил эштәре министры Владислав Дейнего һәм Луганск мәғлүмәт үҙәгенең йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, депутаттар бар ине.

Луганск делегацияһы “7-се гвардия кавалерия корпусы атлыла­рының һәм кавалеристарҙың батыр­лығы яңы документтарҙа һәм тикшеренеү­ҙәрҙә” фәнни-ғәмәли конферен­цияһында ҡатнашыу маҡсатында килгәйне.

3 сентябрҙә Башҡортостандың Милли музейында ҡунаҡтар алып килгән “Донбасс – геройҙарса” фотокүргәҙмәһе асылды. Уны, “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе ярҙамында “Рәсәй-Донбасс” берләштереү комитеты тәҡдименә ярашлы, “Луганщина яҡташтар берлеге” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы менән Луганск мәғлүмәт үҙәге ойошторған.

Фотографиялар Донбасс ерендә барған ваҡиғаларҙы, ерҙәрен яҡлау һағына баҫҡан кешеләр яҙмышын, халыҡтың тормош-көнкүрешен сағылдыра.

­Шуны билдәләргә кәрәк: Башҡорт­останды Луганск халҡы менән мөһим ваҡиғалар күпере тоташтыра – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихы. Фотокүргәҙмәлә лә 1943 йылдың 23 февралендә Донбасс өсөн көрәштә Петровск һәм Штеровка биләмәләре араһында батырҙарса һәләк булған Миңлеғәле Шайморатов тураһында мәғлүмәттәр сағылыш таба.

Фотокүргәҙмәне асыу тантана­һында Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, “Луганщина яҡташ­тар союзы” төбәк-ара йәмәғәт ойош­маһы етәксеһе Олег Акимов, “Луганск иҡтисади берлеге” хәрә­кәте ойошмаһы рәйесе, Луганск Ха­лыҡ Республикаһының Халыҡ советы депутаты Зинаида Наден, “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһенә нигеҙ һалған Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, Луганск мәғлүмәт үҙәге ди­ректоры Сергей Мешков сығыш яһаны.

Делегация ағзалары Башҡорт­остандың Милли музейындағы генерал-майор Миңлеғәле Шаймора­товтың тормош юлын сағылдырған документтар, әйберҙәр өлгөһө менән танышты. Директор Альбина Ярмуллина ҡунаҡтарға шәхестең Рәсәй Геройы миҙалын күрһәтте.

Артабан делегация Дим биҫ­тәһендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына юлланды. Унда экспозициялар менән таныштылар, “Шаймора­товсылар­ҙың батырлығы яңы документтарҙа һәм тикшеренеүҙәрҙә” фәнни-ғәмәли конференцияһында сығыш яһанылар.

Ошо уҡ көндә делегаттар генерал-майор Миңлеғәле Шаймора­тов­тың тыуған еренә – Ҡырмыҫ­ҡалы районының Шайморатов ауылына юлланды. Уларҙы Ҡырмыҫ­ҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, уның социаль эштәр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева ҡаршы алды.

Батырҙың тыуған еренә тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан ҡунаҡтар легендар шәхес – Миңлеғәле Шай­моратовтың һәйкәленә сәскә һалғандан һуң  Шайморатов ауылындағы Күп функциялы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан М.М. Шайморатовтың 3Д маппинг музейын ҡараны. Унда ла ҡунаҡтар “Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Башҡорт­остандағы төбәк бүлексәһе тарафынан “7-се гвардия кавалерия корпусы атлыларының һәм шай­моратовсыларҙың батырлығы яңы документтарҙа һәм тикшере­неүҙәрҙә” тип аталған конференцияла ҡатнашты. Эҙәрмәндәр, тарихсылар, фәнни хеҙмәткәрҙәр һәм музей эшмәкәрҙәре 7-се гвардия кавалерия корпусы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлылары батырлыҡтарын тикше­реүҙе йылдар дауамында алып бара. Ә конференцияны ойоштороу алдынан улар яңы тарихи дәлилдәрҙе асыҡлау йүнәлешендә ҙур эш башҡарған, йәғни Башҡорт­остан, Луганск Халыҡ Респуб­ликаһы, Киев ҡалаһы, Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһындағы Оборона министрлығы архивтарында тикшеренеүҙәр алып баралар, шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһы кешеләренең ғаилә архивтарына ла ҙур иғтибар бирелә.

– Беҙ генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовты оло хөрмәт менән хәтеребеҙҙә һаҡлайбыҙ. Тарихты үҙгәртергә, боҙорға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Киләсәктә лә ике республика араһында дуҫлыҡ ептәре нығыр, ҡаһармандар хаҡында иҫтәлек быуындан-быуынға тапшырылып килер тип ышанам, – тине Луганск Халыҡ Республи­каһының Халыҡ советы депутаты Сергей Серов.

Делегация вәкилдәре шулай уҡ райондағы Шайморатов исемен­дәге “Йондоҙ” эҙәрмәндәр отря­дының Ленинград өлкәһе Киров районы Воронов ауылы эргәһен­дәге экспедициянан алып ҡайтҡан экспонаттарҙан ойошторған күргәҙ­мәһе менән танышты.

– Алты йыл эсендә был экспе­дицияларҙа барлығы 49 уҡыусы ҡатнашты, 26 кешенең һөйәктәре табылды. Уларҙы беҙ 8 майҙа Киров районындағы ҙур мемориалға тантаналы шарттарҙа ерләүгә тапшырабыҙ. Бер нисә экспедицияла ҡатнашҡан ҡайһы бер егеттәрҙе Оборона министр­лығы­ның Ленинград өлкәһендәге уҡыу йортона уҡырға ебәрәбеҙ. Беҙҙә хәрби-патриотик, юнармеецтар клубтары әүҙем эшләй. Ғәҙәттә, өлгөр бала бөтә ергә лә өлгөрә: ул – йәш армеец та, эҙәрмән дә, – тип һөйләне “Йондоҙ” эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Зәки Бикбаев.

Ҡырмыҫҡалы ауылынан Резеда Әхтәмова оҙаҡ йылдар Миңлеғәле Шайморатовтың бала һәм үҫмер сағын өйрәнә, шуғалыр ҙа ҡунаҡтар өсөн уның һөйләгәндәре бик ҡыҙыҡлы булды.

Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһынан килгән делегация вәкилдәрен юғары кимәлдә ҡаршыланы һәм Миңлеғәле Шайморатовҡа бәйле тарих менән мөмкин тиклем киңерәк таныштырырға тырышты. Ҡунаҡтар ҙа, был ҡабул итеүҙе оло баһалап, “Беҙҙең барыбыҙға – уртаҡ тарихи иҫтәлек, был хаҡта оноторға тейеш түгелбеҙ”, – тип белдерҙе.

 

- Рәмилә МУСИНА.

Олег АКИМОВ, “Луганщина яҡ­таштар берлеге” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе:

– Миңлеғәле Шайморатовтың ҡаһарманлығы тураһында хәтер беҙҙең өсөн бик мөһим һәм уны һаҡлау өсөн бөтәһен дә эшләй­беҙ, шуға ла комитет ҡарары менән был күргәҙмәне Башҡорт­останда ҡалдырырға ҡарар иттек. Беҙ, ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, рус телендә һөйлә­шеүгә хоҡуғыбыҙҙы, Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлеген һәм тарихы­быҙҙы һаҡлауға өлгәштек.

 

Зинаида НАДЕН, “Луганск иҡтисади берлеге” хәрәкәте ойошмаһы рәйесе, Луганск Халыҡ Республикаһының Ха­лыҡ советы депутаты:

– Донбасстың 300 йыллыҡ тарихы бар. Ҡайҙа хәрби хәрә­кәт башлана, ҡайҙа сәйәси һәм иҡтисади ваҡиғаларҙы һуғыш менән хәл итеүгә юл ҡуйыла – был һәр ваҡыт ҙур ҡорбандарға килтерә.

Рәсәйҙең һәм Луганск Халыҡ Республикаһының тарихы үҙ-ара бәйләнгән. Башҡортостандың 400 йылдан ашыу Рәсәй дәүләте составында булғанын яңыраҡ белдем, бөгөн был берҙәмлекте өҙөү мөмкин түгел.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа республикабыҙға ике тапҡыр килеүе өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә лә хеҙ­мәт­тәшлекте дауам итербеҙ, тип ышанам. Йәштәр, балалар үткән һәм бөгөнгө ҡаһарман­лыҡты күреп үҫһен өсөн киләсәк­тә йәштәр һәм балалар ойошмалары менән дә хеҙмәттәш­лекте дауам итәсәкбеҙ.

 

Илдар БИКБАЕВ, “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Баш­ҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһенә нигеҙ һалған Дәүләт Думаһы депутаты:

– “Донбасс-Геройҙарса” күргәҙ­мәһен асыу – оло ваҡиға. Улар ете йыл инде һуғыш хәлендә ҡала. Әлбиттә, халыҡ килешеп йәшәргә тейеш. Беҙҙең хеҙмәттәшлектең маҡсаты – йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү.

Читайте нас