Башҡорт донъяһы
10 Сентябрь 2021, 14:30

Ижади йәштәребеҙгә илһам өҫтәне

Милли кейем көнө айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Эльвира Ишморатованың “Stikhia” халыҡ-ара проекты менән берлектә баш ҡаланың эре сауҙа-күңел асыҡ үҙәктәрендә сағыу, ҡыҙыҡлы саралар үткәрҙе.

Ижади йәштәребеҙгә илһам өҫтәнеИжади йәштәребеҙгә илһам өҫтәне
Ижади йәштәребеҙгә илһам өҫтәне

Милли кейем милли сифатты сағылдырған билдә генә түгел, ә оло тарихты, рухи ҡеүәтте күрһәткән дәлил дә. Халыҡтың йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған.

Милли кейем көнө айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Эльвира Ишморатованың “Stikhia” ҡыҙҙар һәм ҡатындар өсөн халыҡ-ара проекты менән берлектә баш ҡаланың эре сауҙа-күңел асыҡ үҙәктәрендә сағыу, ҡыҙыҡлы саралар үткәрҙе. Ойоштороусыларҙың береһе, ҡоролтай ағзаһы Ләйсән Мостафина билдәләүенсә, башҡорт йәштәре араһында ижади һәләтлеләр, булдыҡлылар бихисап.

– Милли кейем көнөндә уларҙы бер урынға туплай алдыҡ. Бик йылы, эшлекле ижади мөхит хасил булды. Бер-береһе менән таныштылар, тәьҫораттары менән бүлештеләр. Был бик шәп һәм тағы ла ҙурыраҡ башланғыстарға нигеҙ һала, - ти Ләйсән Мостафина.

“Планета” сауҙа-күңел асыу комплексында ойошторолған милли кейемдәр дефилеһы сағыу тамашаға әүерелде, унда килгән кешеләрҙә, ҡала ҡунаҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

– Минең өсөн милли кейем – халҡымдың күңеле, уның мәҙәниәте, үҙенсәлеге сағылышы. Сара һәр кем өсөн мөһим: беҙ милли мираҫыбыҙҙа сағылған рухи нигеҙебеҙҙе, тамырҙарыбыҙҙы тойорға тейешбеҙ. Йәш дизайнерҙарҙы сараға саҡырыуҙары айырыуса ҡыуаныслы, был ижади ҡомар, илһам өҫтәй, - ти этник кейем һәм биҙәүестәр дизайнеры, төрлө кимәлдәге конкурстар еңеүсеһе Иҙел Хәкимов.

Сарала шулай уҡ “Салауат”, “Эксклюзив” ательелары, дизайнер-стилист Римма Байтимерова, билдәле модель Эльвира Ишморатова һәм башҡа милли йүнәлештә эшләгән ижади кешеләр ҡатнашты. Сара башҡорт йыр-моңдары менән үрелеп барҙы, радиожурналист, алып барыусы Ғәзиз Әбделмәнов ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо, файҙалы мәғлүмәттәр менән танышыу, билдәле дизайнерҙарҙан иҫтәлекле бүләктәр отоу мөмкинлеге булды.

“Мега” сауҙа үҙәгендә иһә милли кейемгә бәйле күргәҙмә ойошторолдо. Ҡатнашыусылар араһында башҡорт милли биҙәүестәр эшләүсе Дилара Асаинова ла булды.

– Милләтебеҙҙең үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге беҙҙең ҡулда. Ошо изге уй менән башҡорт биҙәүестәрен эшләй башланыҡ. Боронғоса һаҡал һәм яғаларҙа бай тарихыбыҙҙы сағылдырабыҙ. Заманса стилләштерелгән селтәрҙәр балалаларыбыҙ күңелендә милли рух тәрбиәләр тип ышанам. Һөйөклө туған телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү өсөн Милли кейем байрамы - ҙур этәргес, - ти Дилара.

Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас