Башҡорт донъяһы
10 Сентябрь 2021, 04:46

Көслөләр ярты юлдан кире боролмай

Уның ғүмере дауаханала үтә.

Бөгөн һүҙ СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, хеҙмәт ветераны, 40 йылдан ашыу әсә һәм бала сәләмәтлеге һағында торған, райондаштары алдында оло хөрмәт һәм дан ҡаҙанған акушер-гинеколог Фәнил Ғарифуллин тураһында. Ул – Ирәкте ырыуы вәкиле.

 Фәнил донъя яҙғы ҡояш нур­ҙарына күмелгән миҙгелдә – 1950 йылдың 21 мартында Балтас районының башҡорт ауылы Үрге Ҡанһөйәрҙә ябай колхозсылар Шәмғинур менән Әхмәтнәби Ғари­фуллиндар ғаиләһендә тыуған. Бишенсе бала ауылдағы иң матур йортҡа йәм өҫтәй. Күп балалы ғаиләлә бәхетле тауыштар тынмай, йәшәйеш һәр ваҡыт игелекле мөнәсәбәттәргә ҡорола. “Әсә кеше, балаларын һөйөп, “Минең ете бәхетем” тип йыш ҡабатлай ине”, – ти ауылдың өлкән быуын вәкилдәре.

Мәктәптә яҡшы уҡый Фәнил. Аллаһ Тәғәлә буласак табиптарҙы бөтәһен дә бер класҡа йыйған. Фәрит Мотаһар улы Харисов, Денис Ғәҙел улы Әхмәтов, Илдус Хатип улы Имаев һәм Фәнил Әхмәт­нәби улының бергә уҡыуҙарын яҙмыш ҡушыуы тип ҡабул итергә мөмкин. 1967 йылда улар Баш­ҡортос­тан дәүләт медицина инсти­тутының дауалау факультетына уҡырға инә. Уҡыған йылдарҙа уҡ “Ашығыс ярҙам” бригадаларында төнгө сменаларҙа эшләй башлай­ҙар. Матди хәлдәрен яҡшыртыуҙан бигерәк, һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу маҡсатын ҡуя улар. Ҡала шарттарында көтөлмәгән ваҡиғалар йыш булып тора, иң мөһиме – юғалып ҡалмаҫҡа, кәрәкле ваҡытта пациенттарға ашығыс ярҙам күрһәтергә.

Фәнил Әхмәтнәби улы башта фельдшер, VI курсты тамамлағас, табип булып эшләй. Донъяға ҡараш үҙгәрә. Нәҡ ошо дәүерҙә Фәнилдең тормошонда мөһим ваҡиға була – ул үҙе кеүек фельдшер булып эш­лә­гән Фидәлиә Мәүли ҡыҙына өйләнә.

Йәш саҡтарын иҫкә алған саҡта һүҙгә һаран Фәнил асылып китте: “Фидәлиә тормошомда бәхет сыға­нағы булды. Беҙ ир менән ҡатын ғына түгел, серҙәштәр, фекер­ҙәштәр булып йәшәнек. Эшемдең нескәлектәрен, ҡатмарлығын аңлай белде. Үҙе тырыш, аҡыллы, ниндәй генә һынауҙар үтһәк тә, рух ныҡлығын, тормошҡа ышанысын юғалтманы. Мин көслө тылым барын һиҙеп йәшәнем. Мөхәб­бәтебеҙ емештәре Эмиль менән Нияздың инсафлы, тәртипле булып үҫеүе – Фидәлиәнең тырышлығы ул. 40 йыл ғүмерем дауаханала үтте. Таяныр кешем булғанға күңелем тыныс ине”, – тине ул.

Фәнил Ғарифуллин интернатураны 8-се дауаханала үтә. Был ваҡытҡа ул хәтһеҙ тәжрибә туплап өлгөргән була. Акушер-гинекология бүлегендә тәжрибәле табиптар менән эшләргә насип була. Хәҙер инде 50 йылдан артыҡ ваҡыт уҙһа ла, Фәнил Әхмәтнәби улы бүлек мөдире, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы Ольга Ивановна Французованы, дауахананың бала табыу бүлеге мөдире Александра Семеновна Епаничникованы оло ихтирам менән иҫкә ала.

Тәжрибә йылдар буйы йыйыла, ә тырышлыҡ һәм кеше яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тыумыштан килә. Уҡыуҙы тамамлау менән егетте әрме сафына алалар. Фәнил Ғари­фуллин хәрби бурысын өлгөлө үтәй.

Армиянан ҡайтҡас, йәш белгес­те Ҡалтасы үҙәк дауаханаһына аку­шер-гинеколог итеп эшкә ебә­рә­ләр. Май сүлмәге тышынан билдәле, ул үҙен оҫта ойоштороу­сы, хеҙмәткәр итеп күрһәтә. Шуға ла уны бер йылдан һуң баш табип­тың ойоштороу-методик эш буйынса урынбаҫары итеп үрләтәләр.

Ул заман – медицинаның үҙенсәлекле осоро. Шприцтарҙы, гинекология приборҙарын махсус һауыттарҙа ҡайнаталар. Район ҙур, “Ашығыс ярҙам” машинаһы ауырыуҙарҙы төн буйы ташый. Сис­темалар резинанан эшләнгән, ҡайната-ҡайната улар йомшарып бөтә. Кисектергеһеҙ ярҙамдан һуң планлаштырылған операциялар ваҡыты етә. Фәнил Ғарифуллиндың һәр көнө изгелек ҡылып үтә.

– Ошо йылдарҙа ялһыҙ, йоҡоһоҙ төндәрем эш графигыма инде. Ауыр хеҙмәт, яуаплы вазифа икә­нен аңланым. Район үҙәгендә генә түгел, Краснохолмск, Күтәрем төбәк дауаханаларына йыш саҡырҙылар. Үҙаллы эшләргә өйрәндем. Буласаҡ әсәнең ғүмере минең хеҙмәтемә бәйле бит. Бар ергә лә өлгөрҙөм. Тормошта мин оптимист. Шапырыныу түгел – тәүәккәллек, һалҡын ҡанлылыҡ та бар. Ул сифаттар булмаһа, ундай кешегә дауалау хеҙмәтендә урын юҡ.

Эшкә барған көндә үҙеңде һынау тотҡан кеүек тояһың. Ҡалтасы дауаханаһы биналары бик иҫке ине. Шарттар насар, тишек түбәләр аҫтында эшләргә тура килде. Шулай ҙа Ҡалтасы тормошомда онотолмаҫлыҡ төбәк булып ҡалды. Халыҡ беҙҙе яратты, үҙ итте. Төрлө милләт вәкилдәренең ихтирамын яуланыҡ, – тине табип.

1983 йылдың июнендә, КПСС-тың Балтас район комитетының бе­ренсе секретары Ғәфүрйән Фәт­хуллиндың саҡырыуы буйынса, район үҙәк дауаханаһына баш табип булып эшкә ҡайта. Бында ла уны яңы мәшәҡәттәр көтә. Дөрөҫө­рәген әйткәндә, ул тыуған яғына йыш ҡайтып йөрөй һәм шуға ла хәл итәһе проблемаларҙың күпле­ген белә, еңел тормошҡа өмөт итмәй.

Етәксе булырға ризалашҡанһың икән, бөтәһе өсөн дә яуап тотаһың. Хәл итәһе мәсьәләләр күп: биналарға капиталь ремонт кәрәк, диагностикалау өсөн аппараттар етмәй, кадрҙар составын яңыр­тырға ваҡыт. Коллективта 400-ҙән ашыу кеше эшләй. Һәр береһенең үҙен борсоған мәсьәләһе бар. Фәнил Ғарифуллин тәүҙә автотранспорт паркын яңырта. Ҡыҫҡа ваҡытта гараж, 60 урынлыҡ дауалау корпусы, аш бешереү бинаһы төҙөлә, бала табыу бүлеге бина­һының түбәһе ремонтлана. Районда анестезиолог булмай. Махсус белгесте уҡытып ҡайтаралар. Рентген һәм флюорография кабинеттары өсөн заманса ҡорамал килтерелә. Был үҙгәрештәрҙе хеҙмәттәштәре бик шатланып ҡабул итә.

Баш табип ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарының эшен яҡшыртыуға иғтибарҙы йүнәлтә. Тутағас, Шауъяҙы, Мишкә, Текән ауылдарында колхоз рәйестәре ярҙамы менән яңы пункттар төҙөлә. Тушҡыр, Көндәшле ауылдарында яңы стационар һәм амбулатория биналары һалына.

Тырыш, уңған булдыҡлы егеттәр Ғ.Ф. Хафизов, Ф.М. Ғималетдинов, Ғ.В. Гәрәйшин, М.М. Кашапов төбәк дауаханаһының абруйын, тотҡан әһәмиәтен күтәрҙе. Үҙәк дауахана өсөн улар таяныс ине, һөнәри оҫталыҡтары һоҡланырлыҡ кимәл­дә булды. Халыҡ уларҙы ысын күңелдән ихтирам итте, баһалай белде. Шундай уҡ маҡтау һүҙҙә­ренә Һәйтәк төбәк дауаханаһының хеҙмәткәрҙәре К.Ғ. Вәлиев менән К.С. Сираев та лайыҡ. Ауылдарҙа иң кәрәкле кешеләр ине улар.

Данды һатып алып булмай. Ул һәләт көндө-төнгә ялғап эшләгәндә, йылдар дауамында сирлеләрҙең күңел кисерештәренә үтеп ингәндә генә халыҡ хәтеренә күсә. Табиптар бригадалар менән ауылдарға сыға – был ысул күпкә отошлораҡ. Беренсе сиратта мәктәптәге уҡыусы­ларҙың сәләмәтлеген тикшереү, ваҡытында кәрәкле прививкалар яһау шул замандан уҡ килә.

Һәр яңылыҡты табиптар белем­дәрен камиллаштырыу курсында өйрәнеп ҡайта. Дүрт кеше “СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” почетлы исеменә лайыҡ була. Т.А. Ноғаев, Р.М. Таҡаетдинова, А.Ф. Әхмәтова һәм Ф.Н. Ғарифуллин – шул исемлектә.

– Балтасҡа ҡайтып төшкәс, беренсе кәңәшселәрем ихлас ярҙам итте, урынлы һүҙҙәре алдағы эшем­дә файҙалы булды. БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы Р.Ғ. Илья­сова, тәжрибәле оло быуын вә­килдәре Р.Х. Хажиев, Т.А. Тимершина, А.Н. Цветкова, К.Ғ. Вәлиев, К.С. Сираев, М.И. Федосова, Д.Ғ. Әхмәтов, Р.Ф. Ҡулова, Р.Н. Әхмә­тов, Ш.Н. Вәлиев, Р.Ф. Сабиров, Ф.Р. Нәбиуллин, Ф.Ғ. Хаматова ра­йон халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән. Уларға ышанып, кәңәш­ләшеп эшләп киттем. Халыҡтан улар тураһында бары яҡшы һүҙҙәр генә ишетергә мөмкин.

Ауылда теш дауалау кабинеты бары тик үҙәктә генә булғандыр. Р.А. Ғәбитов һәм И.С. Вәлинуров йәш белгестәр булараҡ өлгөлө эшләй ине. Розалиә Таҡаетдинова, 30 йылдан ашыу эшләп, маҡтауға лайыҡ булды, ихтирам ҡаҙанды. Ҙур ойошмаларҙа ул заманда яғыулыҡ хәстәрләү йыл да ҙур проблемаға әйләнә ине. Күмерҙе үҙәк дауаханаға, ауылдағы дауа­ханаларға ла Яңауыл станция­һынан ташыныҡ. Был эш ҙур сығым талап итте, коммуналь хеҙмәт өсөн утынды үҙебеҙ ҡар кисеп ташыныҡ. Донъя бөтәйһен өсөн йыл буйы кисектергеһеҙ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йүгерәһең. Етәксе эшенең тәғәйенләнеше лә шунда инде, – ти Фәнил Ғарифуллин.

Баш табип вазифаһынан тыш, ул гинекология бүлегенә лә етәкселек итә.

– Һөнәрең буйынса эшләмәһәң, мүкләнәһең. Иҫәпкә тороуҙың, даими рәүештә акушер-гинеколог кү­ҙәтеүендә булыуҙы ҡаты талап иттек. Анализдар, процедуралар үтеү бушлай. Йөклөлөк осоронда бер ниндәй ҡыйынлыҡтар булмаһын өсөн, бала табыу бүлегендәге хеҙмәткәрҙәр һәр ваҡыт эш урынында булды. Ышаныслы һәм намыҫлы табиптар, баш акушер Ф.Ф. Хөсәйенова, Л.Х. Хәзи­мул­лина, Р.Х Садердинова, Ф.Ғ. Хаматова күҙәтеүендә беҙҙең пациенттар тыныс булды. Беҙ яңы тыу­ған сабыйҙың сәләмәтлеге, йәм­ғиәттең тулы хоҡуҡлы вәкиле булып үҫеүе өсөн яуаплыбыҙ. Районда демографик хәл даими үҫеш юлында булды. Был күрһәткес халыҡтың иркен һәм мул йәшәүенә дәлил.

Санитар-эпидемиология хеҙмә­те юғары кимәлдә эшләне. Баш табип В.Н. Якимов, Р.М. Солтанов, Р.Ш. Искәндәров ойошма, учреждение, район халҡы менән эпидемиологик хәлде контролдә тотто.

Оҙаҡ йылдар етәксе вазифа­ларҙа эшләү арытты. Ҡырҡ йыл Гиппократ антына тоғро ҡалдым. Хәҙер инде лайыҡлы ялға сығыуҙы хуп күрҙем.

Ике улым да юғары белем алды, үҙ ғаиләләре бар. Ейәндәрем буй етеп, үҙаллы тормош юлына баҫты. Төньяҡ-көнбайыш райондарында Ирәкте ырыуы үҫә, ҙурая. Ҡыуаныс­лы хәл. Бөгөн тыуған ауылым Үрге Ҡанһөйәрҙә 211 башҡорт йәшәй. Уңған, булдыҡлы халыҡ.

Һәр эште йомғаҡлар ваҡыт етә. Бергә эшләгән иптәштәремә, район етәкселегенә рәхмәт. Мине күп тапҡыр район, ауыл Советы депутаты итеп һайлаған һайлаусы­ларыма йылы һүҙҙәремде еткерәм, – ти Фәнил Әхмәтнәби улы.

Был һүҙҙәргә өҫтәп, үтә сабыр, аҡыллы, уңған Фәнил Ғарифул­линға оҙон ғүмер һәм һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

 

- Ханис ХӘЗИМОВ.

 

Балтас районы.

Читайте нас