Башҡорт донъяһы
10 Сентябрь 2021, 09:00

Ҡурғандар туған телен өйрәнә

6 сентябрҙә башҡорт теле дәрестәре тәүге тапҡыр Сафакүл районының Ялан ауылы мәктәбендә үтте. Сөләймән һәм Абултай мәктәптәрендә лә туған тел дәрестәре ҡайтанан тергеҙелде.

Ҡурғандар туған телен өйрәнәҠурғандар туған телен өйрәнә
Ҡурғандар туған телен өйрәнә

Былтырғы  уҡыу йылында башҡорт теле Ҡурған өлкәһенең ике мәктәбендә уҡытылды. 2020 йылда иһә Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан өс педагог башҡорт телен уҡытыу өсөн махсус әҙерлек курсы үткәйне.

6 сентябрҙә башҡорт теле дәрестәре тәүге тапҡыр  Сафакүл районның  Ялан ауылы мәктәбендә үтте. Сөләймән һәм Абултай мәктәптәрендә  лә туған тел дәрестәре ҡайтанан тергеҙелде. Сафакүлдә башҡорт теле  –  1-9-сы кластарҙа, Яланда –  2, 7, 8-се кластарҙа, Абултайҙа – 2, 3, 4-се кластарҙа, Сөләймәндә 5, 6, 9-сы класта уҡытыла. Уҡытыусыларҙы әҙерләү курстарын дистанцияла үткәгәндәр.

Ҡурған өлкәһенең йәмәғәтселәре башҡорт теле дәрестәрен ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостандың  Мәғариф һәм фән министрлығына, Ҡурған өлкәһе Сафакүл районының мәғариф идаралығына һәм уның етәксеһе Әлфиә Таһир ҡыҙы Миңлехановаға рәхмәт белдерә.

Фото рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас