

Силәбе һәм Мейәс ҡалаларындағы балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре эш башланы. Атап әйткәндә, яңы уҡыу йылынан Силәбе ҡалаһының 88-се һәм Мейәстең 99-сы балалар баҡсаларында өлкән төркөмдәрҙә башҡорт телен өйрәнәләр. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Силәбе өлкәһендә башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашҡанда ошо мәсьәлә күтәрелгәйне.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә башҡорт телен уҡытыу ойошторола. 2019 йылда был төбәктәргә 25 меңдән ашыу уҡытыу-методика әҙәбиәте, эш дәфтәрҙәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса программалар тапшырылған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын йыһазландырыу өсөн 20 тупланма бирелгән. Рәсәй төбәктәренән 53 педагог «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәре буйынса әҙерлек үткән, 82 уҡытыусы һөнәри белемен арттырған.
Фото рәсми сығанаҡтан.