Башҡорт донъяһы
12 Сентябрь 2021, 17:15

Һамар өлкәһендә - башҡорт ихатаһы

Бөгөн Һамар өлкәһе Куйбышев районының иң матур урынында “Халыҡтар дуҫлығы паркы” этнография комплексын асыу тантанаһы булды.

Һамар өлкәһендә - башҡорт ихатаһыҺамар өлкәһендә - башҡорт ихатаһы
Һамар өлкәһендә - башҡорт ихатаһы

Бөгөн Һамар өлкәһе Куйбышев районының иң матур урынында “Халыҡтар дуҫлығы паркы” этнография комплексын асыу тантанаһы булды. Шулай уҡ бөгөн Һамарҙа Ҡала көнө билдәләнде, ә Һамар өлкәһе етенсе тапҡыр Халыҡтар дуҫлығы көнөн билдәләй.

Комплекс биләмәһендә 20 милли ихатанан тыш, ғаилә ялы өсөн парк зонаһы, ҙур мәҙәни саралар үткәреү өсөн ҙур майҙансыҡ, сувенирҙар һәм милли ризыҡтар һатылған сауҙа зонаһы бар.

Милли йорттар губернияның һәм башҡа төбәктәрҙең төрлө мөйөштәренән килтерелгән теге йәки был халыҡтың көнкүреше, йолалары, мәҙәниәте тураһында һөйләгән экспонаттар менән тулыландырылған. Унда тиҫтә йылдар, хатта быуаттар буйы ғаиләләрҙә һаҡланған әйберҙәр ҙә, йолаларға ярашлы эшләнгән яңы әйберҙәр ҙә бар. Һәр экспонат тураһында аныҡ мәғлүмәт буласаҡ.

Милли йорттар традицион ысул менән төҙөлгән, төҙөлөш өсөн ағас һәм таштар был халыҡтарҙың тарихи йәшәгән урынынан килтерелгән. Барыһы ла нисек бар шулай итеп эшләнгән, бар тәртиптәр иҫәпкә алынған.

Һәр милли йортҡа ингән урында “Алтын китап” ятасаҡ, бында был халыҡ тураһында бар мәғлүмәт буласаҡ. Этномәҙәни комплекс проекты авторҙары йолаларға иғтибарлы, шул уҡ ваҡытта заман технологияларына ла битараф түгел. Бында махсус интерактив таҡталар ҡуйылған. Уларҙа QR-код ҡулланып төрлө халыҡтарҙың музыкаль һәм әҙәби ижады менән танышырға була.

20 милли йорт һәм ихатанан торған үҙенсәлекле архитектур ансамбль 12 гектар ерҙә урынлашҡан, ул Һамар өлкәһе халыҡтары мәҙәниәтенең күп төрлөлөгөн сағылдыра.

Әле паркта башҡорт, рус, татар, сыуаш, мордва, украин, белорусс, ҡаҙаҡ, осетин, немец, йәһүд, әзербайжан, тажик, төрөкмән, ҡырғыҙ, үзбәк, грузин, әрмән, дағстан йорттары, шулай уҡ фин-уғыр йорто бар.

Биләмәләр тигеҙ бүленгән, биналар бер иш майҙанда (50-60 квадрат метр), ихаталары 500 квадрат метрҙа урынлашҡан. Йорттар тышҡы йөҙө лә, эске биҙәлеше менән дә айырыла. Төҙөлөш этнографтар һәм архитекторҙар тәҡдимдәре, милли үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып башҡарылған. Һәр ихатала шул халыҡҡа хас хужалыҡ биналары ла бар.

Был матур сарала Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашҡан. Сәләмләү телмәре менән мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина сығыш яһаны. Шулай уҡ сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре һәм Ғафури районының тарихи-мәҙәни үҙәге ҡатнаша.
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Самара #ЗовПредков #ДДН

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас