Башҡорт донъяһы
13 Сентябрь 2021, 10:30

Кәтибә Кинйәбулатова көндәре үтә

13 сентябрҙән 22 октябргә тиклем Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә дистанция рәүешендә башҡорт шағирәһе Кәтибә Кинйәбулатоваға арналған саралар үтә.

Кәтибә Кинйәбулатова көндәре үтәКәтибә Кинйәбулатова көндәре үтә
Кәтибә Кинйәбулатова көндәре үтә

13 сентябрҙән 22 октябргә тиклем Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә дистанция рәүешендә башҡорт шағирәһе Кәтибә Кинйәбулатоваға арналған саралар үтә. Ул Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен популярлаштырыу маҡсаты менән Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан вәкиллеге тарафынан ойошторола.

Ошо көндәрҙә өлкәләрҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, сығарылыш класс уҡыусылары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары уҡыусылары төрлө конкурстарҙа һәм осрашыуҙарҙа ҡатнаша ала.

Конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың хеҙмәттәре башҡорт теле һәм уның диалекттарында, рус телендә ҡабул ителә. Түбәндәге темалар тәҡдим ителә:

- Кәтибә Кинйәбулатованың  ижадына һәм тормошона арналған асыҡ дәрес.

- Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә тыуған данлыҡлы милләттәштәргә бағышланған фәнни-ғәмәли конференция материалы.

- Йәш шағирҙар һәм авторҙар конкурсы.

- Кәтибә Кинйәбулатованың шиғырҙарын башҡарыу оҫталығы.

Кәтибә Кинйәбулатова көндәре сиктәрендә үткән конкурс  һөҙөмтәләре Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында ҡуйыласаҡ. Сара хаҡында тулы мәғлүмәт: https://education.bashkortostan.ru/documents/active/369032/.

Белешмәләр өсөн телефон: +7 (347) 218 16 93

Фото рәсми сығанаҡтан.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас