

Пермь крайының Көйәҙе ҡасабаһында "Ата-бабалар ораны" грант проекты саралары үтте.
Мәғлүм булыуынса, ул Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә ярҙам фонды тарафынан республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Урындағы башҡорттар Башҡортостан делегацияһын асыҡ йөҙ һәм милли аш-һыу менән ҡаршы алды. Cараны Көйәҙе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Переславцев асып, урындағы башҡорттарҙың тарихын, мәҙәниәтен һаҡлауҙа теләктәшлек һәм ярҙам күрһәткән өсөн Башҡортостанға рәхмәт белдерҙе, сарала ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы — Пермь крайындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Рәфис Моҡаев учреждение эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Методист Зәүә Махатова ғәйнә һәм танып башҡорттарының милли кейем өлгөләрен күрһәтте. Боронғо эскиздар буйынса тегелгән кейемдәрҙе "Ғилмияза" ансамбле солисткалары ла кейеп ҡараны.
"Ата-бабалар ораны" проектының үҙенсәлектәре менән Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы, проект кураторы Нурия Иҡсанова һөйләне. Урындағы әүҙем милләттәштәргә рәхмәт хаттары тапшырылды.
Проектҡа ярашлы, Пермь башҡорттары алдында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, "Без - башҡортлар" хәрәкәте лидеры Радик Бәхтиев сығыш яһаны. Ул төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихына һәм бөгөнгөһөнә туҡталды. Республика халыҡ ижады үҙәге ярҙамында традицион башҡорт милли кейеме реконструкторы Гөлнара Вахитова оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Телде, тарихты, йолаларҙы һаҡлау мәсьәләләре, проект үҙенсәлектәре тураһында Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов сығыш яһаны. Ул урындағы аш-һыу хаҡындағы китабының исем туйын да үткәрҙе.
Барҙым муниципаль округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әнисә Мәүлекәева боронғо легендаларҙы бәйән итте, Көйәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы Әлиә Сафина ла сығыш яһаны, милләттәштәребеҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт әйтте.
Был хаҡта Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонан хәбәр иттеләр.
Фотолар: Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто.