Башҡорт донъяһы
14 Сентябрь 2021, 04:46

“Ҡомар сығанағы – фәҡәт башҡорт рухынан”

Фото геройҙың шәхси архивынанФото геройҙың шәхси архивынан
Фото:Фото геройҙың шәхси архивынан

Сәнғәт донъяһында танылған шәхес, ижади йүнәлеше, самими ҡылҡәләме булған, үҙенсәлекле картиналары менән донъя тамашасыларын арбаған һәләтле рәссам, дизайнер һәм педагог Сулпан Билал ҡыҙы БИЛАЛОВА – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Рәссамдар, Журналистар союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы.

 Ул Борай ауылында тыуған. Ғаиләһе республиканың төрлө ҡалаларында йәшәгән. Каникул осоронда ата-әсәһе Сулпанды һәм башҡа балаларын Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында йәшәгән ҡартәсәһенә һәм Борай­ҙағы өләсәһенә сиратлап ебәрә торған булған.

Ярһыу йөрәкле, матурлыҡҡа табынған Сулпан Билал ҡыҙы билдәләүенсә, ижади булмышына дәрт-дарман өҫтәгән, ҡома­рын арттырған сығанаҡтар – фәҡәт башҡорт рухынан, милли тамырҙарҙан.

– Ысын рәссам төрлө техникала һәм жанрҙа һүрәт төшөрә белергә тейеш, минеңсә. Ижадыма киңерәк күҙлектән баҡ­ҡанда, һәр картинам – тормошомда мөһим булған осорҙар­ҙың сағыу кәүҙәләнеше ул. Кеше булмышы тылсымлы һауыт төҫлө: ул тыуғандан алып эргә-тирәләге ваҡиғаларҙың, күре­неш­тәрҙең, ғәмәлдәрҙең сағы­лыштарын булмышына һеңдерә бара, унан да бигерәк ҡанба­баларҙан күсә килгән генетик хәтер, милли һыҙаттар ҙа сағылмай ҡалмай.

Был йәһәттән яҙмышыма бик рәхмәтлемен! Бәхетле бала сағым Хәйбулла һәм Борай райондарында үтте. Мин – көньяҡ менән төньяҡ-көнбайыштың симбиозы, йәғни рухи-мәҙәни төрлө­лөктөң ыңғай ҡушымтаһы, тип әйтергә мөмкин.

Әсәйем Борай яғында тыуып, төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тарының диалектында һөйләшеп үҫкән, атайым – эҫе ҡояшлы Хәйбулла далаларынан. Бик күп картиналарым тап Әбүбәкер һәм Ҡараерек ауылдарында үткән күңелле бала саҡ тәьҫорат­тарының сағылышы булып тора. Ошо төбәктәрҙең ҡабатланмаҫ күркәм тәбиғәте, кешеләренең сафлығы, эскерһеҙлеге йөрә­гемдә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған, тап ошо самими тойғолар – тыу­ған ергә, башҡорт теленә ҡайнар мөхәббәтемдең нигеҙе һәм ижади ҡомарымдың сайпылмаҫ сығанағы. Ғөмүмән, Борай менән Хәйбулла – минең өсөн ижади илһам шишмәһе ул.

Ҡыҫҡаһы, башҡорт мөхитендә тамырланған рухи булмышым, яҡты, йылы, сағыу бала саҡ хәти­рә­ләре ижад юлым буйлап ҡы­ҙыл еп булып үтә. Уй-ниәтем – ошо теманы дауам итеү, “Урал моңдары”, “Мин – бала саҡ иле­нән” темаларына картиналар яҙыу.

Яҙмыш елдәре ташлаған һәр яңы илдә, ҡалала художестволы музейҙарҙы күреп китергә тырышам, рәссамдар менән танышам, аралашыу күпере һалам, оҫталарҙың эштәрен баһала­йым. Ижадымдың сәнғәт һөйөү­селәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙы­рыуы ла дәрт-дарман өҫтәй. Йылына уртаса ике-өс халыҡ-ара, бер нисә ҡала күргәҙмәләрендә ҡатнашам, реалистик ҡараш элементтары булған күп фигуралы композициялар төшөрөргә яратам.

Ни тиклем сәйәхәт итергә, үҙем өсөн яңылыҡтар асырға, яңы кешеләр менән танышып-аралашырға, мәҙәни күренеш­тәрҙе, традицияларҙы өйрәнергә яратһам да, тыуған илемә, еремә, халҡыма ғашиҡмын. Шуға ла, сит илгә ни тиклем ашҡынып барһам да, ваҡыт үтеү менән юҡһына, һағына башлайым һәм тиҙ генә Тыуған илемә әйләнеп ҡайтырға тырышам, – тине милләттәшебеҙ.,

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас