Башҡорт донъяһы
14 Сентябрь 2021, 04:41

Рудольф Нуриев – Ҡаршындар нәҫеленән

Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Ҡаршын ҡәбиләһе Түбәнге Ағиҙел башҡорттары төркөмсәһенә керә. Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенә ҡарай.

 Этнограф Р.Ғ. Кузеев үҙенең тикшере­неү­ҙә­рендә билдәлә­үенсә, ҡәбилә атамаһы уйғыр телендә “ҡәлғә”, “нығытмалы ҡала” мәғәнәһендә ҡулланылған. Урта Азияла ошо нигеҙҙә бар­лыҡҡа килгән күп кенә ауыл һәм ҡасаба исемдәрен осратырға була. “Ҡаршын” этнонимын, ба­лыҡсы һәм ирәкте этноним­да­рының этимологиялары кеүек, “нығытмалы ҡалаларҙы һаҡлау­сылар” һымаҡ аңлатырға мөмкин.

Ҡәбилә составына Ҡәҙрәй-ҡаршын, Ҡарға-ҡаршын, Сат­лыған-ҡаршын (аҡбаш-ҡаршын) аралары инә. Ҡаршындарҙың сығышы һәм тарихы тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. Ҡәбилә тамғаларының күбеһе Ҡыпсаҡ ырыуҙарының тамғаларына тап килә, шулай уҡ ҡаршындарҙа күршеләре Дыуан һәм Мең ҡәбиләләрендә лә булған “ҡапҡа” тамғаһы ла осрай.

Билдәле этнограф Р.З. Йән­ғужин тарихи эштәрендә билдә­ләүенсә, ҡаршындар сығышы менән Алтай, Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренән булған һәм улар­ҙың формалашыуына беҙҙең эраның II мең йыллығы башынан ҡыпсаҡтар мөхитендә булыуы йоғонто яһаған.

Башҡорт ҡаршындарының Ҡасим ханлығында хеҙмәт итеү­ҙәре теркәлгән. XVIII – XIX бы­уаттарҙа ҡаршындар Ҡарма­сан йылғаһы бассейны буйлап таралып ултырған һәм уларҙың билә­мәһенә хәҙерге Кушнаренко, Өфө, Благовар, Благовещен, Мишкә, Шишмә һәм Бүздәк райондарының айырым өлөш­тәре инә. Көнбайышта һәм төнь­яҡ-көнбайышта – Ҡаңны, төньяҡ-көнсығышта – Дыуан, көньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡта  Мең ҡәбиләләре уларға күрше булған. Башҡортостан үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң, ҡәбилә ерҙәре Ҡазан дару­ғаһының Ҡаршын улысын бар­лыҡҡа килтергән.

Әлеге ваҡытта ҡаршындарҙың нәҫелдәре Благовар районының Ағарҙы, Күгел; Кушнаренко райо­нының Аҡбаш, Мәмәк (Туйсабан, Мрәк), Иҫке Ғүмәр,Түбән Аҡбаш, Урта Аҡбаш, Үрге Аҡбаш, Шәрип (Ҡаршын), Өфө районының Әсән, Юлыш ауылдары биләмәләрендә йәшәй.

Ҡаршын ырыуынан сыҡҡан билдәле шәхестәр араһында Советтар Союзы Геройы Сәлих Вәлиев, БАССР һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы Мөхәммәт Арыҫ­ланов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәриф Солтанов, яҙыусы Фәйзрахман Вәлиев, медицина фәндәре докторы, Ставрополь медицина институты профессоры Альберт Вафин; тарих фәндәре кандидаты, сармат археология­һына нигеҙ һалған Мәхмүҙә Садиҡова һәм баш­ҡалар бар.

Унан тыш, тарихсы Илгиз Солтанморатов тағы бер билдәле яҡташыбыҙ, тотош донъяға танылған бейеү оҫтаһы, балетмейстер Рудольф Нуриевтең шәжәрәһен өйрәнгән һәм ҡыҙыҡ­лы мәғлүмәттәр менән таныш­тырҙы.

Мәғлүм булыуынса, Рудольф Нуриевтең атаһы Хәмит – Ҡар­шын ырыуы башҡорто, Әсән ауылынан, ә олатаһы Нуриәхмәт Шәриптән булған. Хәмит Нуриев татар ҡыҙы Фәриҙәгә өйләнгән, уларҙың өс ҡыҙҙары тыуған. Рудольф – көтөп алынған ир бала – дүртенсе булып донъяға килгән.

Ғаиләне белгән кешеләр Хә­мит Нуриәхмәт улын талапсан һәм ҡәтғи кеше итеп хәтерләй. Бәлки, уның холҡонда хәрби булыуы ла сағылмай ҡалмағандыр. Ул мәҙрәсә тамамлаған, партияға ингән һәм политрук сифатында илдәге хәрби частар буйынса эшләгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәмит Нуриәхмәт улы бала саҡтан бейеүгә мөкиббән киткән, һығыл­малылығы, ижади һәләте менән хайран иткән Рудольфтың ҡы­ҙыҡ­һыныуын ҡабул итә алмаған, “бейеү ирҙәр эше түгел” тип ҡырт киҫкән. Рудольф Нуриев иҫтә­лектәрендә лә атаһы менән уртаҡ тел таба алмауы әсендергәнен билдәләй.

Яҙмыш ҡушыуы буйынса бар­лыҡ ижади тормошон Парижда үткәргән, тиңһеҙ һәм донъялағы иң бай бейеүсе данын яулаған Рудольф Нуриев автобиогра­фияһында ошолай тип яҙа: “Әсәйем боронғо Ҡазанда тыуған, ә атайым – Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө эргәһендәге бәләкәй генә ауылда. Беҙ – мосолмандар. Шулай итеп, ике яҡтан да туған-тыумасабыҙ – башҡорттар, татарҙар... Миңә ҡалһа, ҡаным тиҙерәк аға кеүек һәм һәр саҡ ҡайнап китергә әҙер...”.

Нисек кенә булмаһын, донъяға танылған балет йондоҙоноң биог­рафияһында өйрәнәһе биттәр күп әле...

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас