Башҡорт донъяһы
16 Сентябрь 2021, 05:00

Бөгөн – “Ашҡаҙар” радиоһында Ырыуҙар көнө

Үткән кесаҙнанан эфирҙа тематик көндәр башланды. Тәүге кесаҙнаны "Ашҡаҙар"ҙар башҡорт халҡының иң ҙур хазиналарының береһе "Урал батыр" эпосына бағышлағайны. Ә бөгөн...

Бөгөн – “Ашҡаҙар” радиоһында Ырыуҙар көнөБөгөн – “Ашҡаҙар” радиоһында Ырыуҙар көнө
Бөгөн – “Ашҡаҙар” радиоһында Ырыуҙар көнө

Башҡортостан халҡы яратып тыңлаған «Ашҡаҙар» радиоһы яңы миҙгелгә яңы тапшырыуҙар, идеялар менән аяҡ баҫты. Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуға арналған «Минең Өфөм» тапшырыуы эфирға сыға башланы. Яңы ижад әҫәрҙәренең тыуыуы тураһында бәйән иткән «Саҡматаш»  программаһы ла тыңлаусылар күңеленә хуш килде.

Үткән кесаҙнанан эфирҙа тематик көндәр башланған. Тәүге кесаҙнаны «Ашҡаҙар»ҙар башҡорт халҡының иң ҙур хазиналарының береһе «Урал батыр» эпосына бағышлаған. Көн дауамында эпосты яттан һөйләгән балаларҙың сығышы, Хөсәйен Әхмәтов менән Морат Әхмәтовтың симфоник әҫәрҙәренән өҙөктәр, мәңгелек ҡомартҡыбыҙҙы өйрәнеүгә бар көсөн һалған ғалимдар тураһында очерктар яңғыраны. Һөҙөмтәлә, радио тыңлаусылар бер көн эсендә «Урал батыр» эпосы тураһында бик күп мәғлүмәт туплай алды.  

Бөгөн, 16 сентябрҙә, «Ашҡаҙар» радиоһында – Ырыуҙар көнө!

– Көнө буйы эфир тулҡындарында радио хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән 40-тан ашыу ырыу тураһында мәғлүмәт, уларҙың гимндары, төплө фекерҙәр яңғыраясаҡ. Ырыуҙар тарихын өйрәнгән тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов тураһында очерк эфирға сыға. Тура эфирҙы тыңлаусыларҙың һорауҙарына философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин яуап бирергә әҙерләнә. «Сәсмәүер» шәлкемендә Илгиҙәр Бураҡаевтың «Ырыу ҡошо –торна» әҫәрен тыңларға мөмкин. Билдәле журналистар Әлфиә Батталова, Венера Ситдиҡова, Рәшиҙә Ишембәтованың радионың «Алтын фондында» һаҡланған тапшырыуҙары ла эфирҙы йәмләйәсәк, –  тип белдерҙе «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

Киләһе кесаҙна «Ашҡаҙар» радиоһы эфиры башҡорт халыҡ йырҙарына бағышлана. «Ашҡаҙар»ҙың моңло тулҡындарында тирбәлеп, ижади төркөм әҙерләгән фәҙемле тапшырыуҙарҙы рәхәтләнеп тыңлайыҡ!

Фото: «Ашҡаҙар» радиоһы төркөмөнән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас