Башҡорт донъяһы
16 Сентябрь 2021, 04:00

Ҡәнзәфәр бей тоҡомдары

Үҙ нәҫелең, ырыуың тарихын илдең, атайсалдың тарихын белгән кеүек үк белергә бурыслы кеше.

Ҡәнзәфәр бей тоҡомдарыҠәнзәфәр бей тоҡомдары
Ҡәнзәфәр бей тоҡомдары

Һуңғы йылдарҙа үҙенең тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныусылар артты. “Үткәнһеҙ киләсәк юҡ” тигән әйтемдең хаҡлығына тағы бер инанаһың, сөнки тарих та бит спираль буйынса бара, тимәк, күп быуаттар элек булып үткән хәлдәрҙең яңынан ҡабатланыуы мөмкин. Тап ошо шәжәрәңде өйрәнер өсөн төп сәбәптәрҙең береһе булып тора ла. Үҙ нәҫелең, ырыуың тарихын илдең, атайсалдың тарихын белгән кеүек үк белергә бурыслы кеше.

“Беҙ кем?” тигән һорауҙы һәр аңлы кеше үҙенә бирәлер. Тик шәжәрәңде кемдер һөйләгән буйынса ғына түгел, ә тарихи документтарға нигеҙләнеп өйрәнеү айырым белем дә, ваҡыт та, хатта матди сығым да талап итә. Иң мөһиме – ҡайнар теләк кәрәк. Ошондай кешеләрҙең береһе – Дистан бей нәҫеле вәкиле Ғүмәр Әндәрйәнов.

Бүздәктәрҙең күбеһе уны мировой судья итеп белә. Эше тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, һәр буш минутын яратҡан шөғөлө – шәжәрәһен һәм тыуған яғын өйрәнеүгә бағышлай ул. “Килеп сығышыңды, тамырҙарыңды белеү һәр кешегә үҙенең мөһимлеген аңларға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта һәр кешенең халҡы, яҡындары яҙмышы өсөн яуаплылығы арта. Алған белемең туғандар араһындағы ятһыныуҙы, ситләшеүҙе еңергә булыша. Һәр ғаиләлә ғорурланырлыҡ ата-баба бар. Был замандаштарыбыҙҙың ил тарихына ҡыҙыҡһыныуын да арттырыр, тип инанам. Үҙемә килгәндә инде, шәжәрәне өйрәнеү яратҡан шөғөлөм генә түгел, ә йәшәүемдең мәғәнәһе, тип әйтә алам”, – ти ул.

Нәҫел тамырҙары менән ул 2000-се йылдарҙың башынан алып етди рәүештә ҡыҙыҡһына башлаған. “Ошо тема буйынса китаптар уҡый башланым. Архивтарҙа һаҡланып ҡалған шәжәрә һәм тарихи документтарға нигеҙләнеп, беҙ үткән тарихты тергеҙә алабыҙ. Борон башҡорттарҙың ырыу-ырыу булып йәшәгәне билдәле. Һәр ырыуҙың башында бей торған. Йыйындар үткәрелгән. Дөйөм йыйын – ҡоролтайҙар Өфө эргәһендәге Ҡарауыл тауында һәм Чесноковка эргәһендәгендә үткән. Ул саҡта Имән-ҡалала нуғай ханы ултырған, уға башҡорттарҙың Мең ҡәбиләһе буйһонған. Алған белемдәргә таянып, мин үҙебеҙҙең 12 ырыуҙан торған ҡеүәтле Мең ҡәбиләһенә ҡарағанбыҙҙы белдем, – тип бәйән итә Ғүмәр Мәхмүт улы. – Ҡәбиләнең атамаһы “меңле”, йәғни меңдән торғанды аңлатҡан һүҙҙән килеп сыҡҡан. Меңдәр борон Дим, Өршәк йылғалары, Асылыгүл буйҙарын, Сәрмәсән, Ҡармасан, Минзәлә, Ыҡ, Сөн, Аҡтаныштың  – үрге, Ҡариҙелдең түбәнге ағымдарын, Ағиҙел менән Кама буйҙарының һул ярындағы ерҙәрҙе биләп торған. Ҡәбиләнең ҡайһылыр өлөшө – Ҡазан ханына, иң күбе Нуғай урҙаһына буйһонған булған”.

“Республикала онотолған тарихи шәхестәргә иғтибар бүленә башланы. Мәҫәлән, нуғайҙарға ҡаршы ихтилалдың иң йәш етәкселәренең береһе булған Ҡәнзәфәр бейгә. Һеҙҙең нәҫелгә уның ҡағылышы бармы?” – тигән һорауға Ғүмәр Әндәрйәнов ышаныслы яуап бирә: “Туранан-тура ҡағылышы бар. Дистан-бей – Ҡәнзәфәр бей улдарының береһе. Күптән түгел уның биш улы булғаны иҫбатланды. Дистан бей 1550–1630 йылдарҙа йәшәгән, уның ике улы булғаны билдәле: Мәхмүт бей менән Әхмәт бей. Болтас бей ҙә булған, әммә уның улымы, әллә ейәнеме икәне тураһында мәғлүмәттәр айырыла. Дистан нәҫелдәре йәшәгән ерҙәр Ҫарайлы-Мең улусы тип аталған, унда бөгөнгө Бишбүләк, Шишмә, Миәкә, Дәүләкән райондарының ҡайһы бер ауылдары, Благовар һәм Бүздәк ерҙәренең, шулай уҡ Башҡортостандың башҡа райондарының бер өлөшө, өлөшләтә Татарстандың Сарман, Туҡай, Аҡтаныш һәм Минзәлә райондары ерҙәре ингән. 1830 йылдан Дистан бей нәҫелен беҙҙең яҡтан Әндәрйән Дистанов дауам иткән. Ул умартасы, баҡсасы булған, ҡарбуҙ-ҡауын үҫтергән, уның баҡсаһында төрлө емеш ағастары үҫкән. Үҙенең 100 йәшенә ике йыл ғына етмәй ҡала. Уның нәҫеле Шакир Әндәрйәнов һуғыш йылдарында колхоз рәйесе урынбаҫары булып эшләгән. Әйткәндәй, Әндәрйәндең балаларынан ул ғына Әндәрйәнов фамилияһын йөрөткән, башҡалары Дистановтар булған.

Ырымбур экспедицияһы начальнигы И.Кириллов менән уның ярҙамсыһы А.Тевкелевҡа ҡаршы ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәткәндән һуң, уларҙың аҫабалыҡ хоҡуғын тартып алалар, тигән фараз бар. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Минзәлә өйәҙендә йәшәгән, аҫаба ерҙәре лә шунда булған. Бүздәк районына, айырып әйткәндә, Ҡыҫҡайылға ауылына, улар 1740 йылдарҙа килгән, Субай бей нәҫелдәренән ерҙе ҡуртымға алған”.

“Ошоға тиклем, Бүздәк районында ҡаңныларҙан башҡа башҡорт ырыуы вәкилдәре юҡ, тип иҫәпләнеп килде, – тип дауам итә Ғүмәр Мәхмүт улы. – Хәҙер инде бында ҡаңнылар, ҡыбау-меңдәр, ҫыбы--меңдәр һәм ҫарайлы-меңдәр йәшәгәне асыҡланды. Боронғо булғар ырыуҙары Йәнәй һәм Елдәк башҡорттары ла бар. Башҡа ырыуҙан да барҙыр, бәлки. Күптән түгел ошоно ла белдем: әлеге Яңауыл районынан беҙгә Уран ырыуы башҡорттары күсеп килгән булған. Быны районыбыҙҙың ауыл исемдәре лә дәлилләй: Ҡаран, Иҫке һәм Яңы Аҡтау, Байраш, Уран”.  

“Һеҙ Мең башҡорт ырыуына ҡарайһығыҙ, тигән һығымтаға киләһең, ә һөйләшеүегеҙ татарсараҡ”, – тигәнгә Ғүмәр Мәхмүт улы: “Бүздәк районы халҡы башҡорт теленең төньяҡ (Бәләбәй) диалектында һөйләшә, ул, ысынлап та, татар теленә оҡшаған. Өҫтәүенә, әсәйем яғынан өләсәйем аша миндә татар ҡаны ла аға, – тип яуаплай. – Меңәр йыллыҡ тарихи осорҙа төрлө халыҡтарҙың тамырҙары, яҙмыштары бергә уҡмашҡан. Мең башҡорт ырыуы ла, уйлай китһәң, урындағы башҡорттарҙың нуғайҙар менән ҡатнашыуынан килеп сыҡҡан. Һуңғылары монгол ҡәбиләләренә барып тоташа”.

Күләмле эҙләнеүҙәрендә Ғ. Әндәрйәнов интернет мәғлүмәттәренә, архивтарға таяна, тарихи әҙәбиәт уҡый, башҡа тикшеренеүселәр менән аралаша. “Башҡорт бейҙәре, тархандары һәм дворяндары йыйылышы ағзаһымын, ул Төрки дворяндарҙың дворяндар йыйылышы ассоциацияһына инде. Өфөлә үткән 20-се Татар мырҙалары мәжлесендә ҡатнаштым. Ундағы кешеләр менән аралашыу күп мәғлүмәт бирә”, – ти.

Киләһе йыл Мең ырыуы башлығы Ҡәнзәфәр бейҙең тыуыуына 490 йыл тулыу билдәләнә. Ғүмәр Әндәрйәнов та был сағыу ваҡиғанан ситтә ҡалмай, әлбиттә.

“Мең ырыуы советы” йәмәғәт ойошмаһы күренекле тарихи шәхестең иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында саралар үткәреү планын раҫлаған. Сараны ойоштороу комитеты төҙөлгән. Ҡәнзәфәр бейҙең ҡәберҙе ҡамап алынған, ул ятҡан иҫке зыяратты тәртипкә килтереү, ауылды төҙөкләндереү ҙә башланып тора. Тыуған ауылы – Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында бюст ҡуйыу ҡаралған. Шулай уҡ, Ғ. Әндәрйәнов һүҙҙәренә ҡарағанда, ырыу вәкилдәре “Шәжәрә” тигән конкурста ҡатнаша, үҙенең тикшеренеүҙәре, ғаиләлә һаҡланған ҡомартҡылар менән уртаҡлаша ала. Улар Ҡәнзәфәр бейгә арнап сығарылған китапта сағылыш табасаҡ. “Ҡыҫҡайылға ауылы кешеләре был эшкә ҡушылды ла инде. Хатта бей иҫтәлегенә бюст ҡуйыуҙа ярҙам тәҡдим иткән бағымсылар ҙа бар. Вайымһыҙ булмаған кешеләрҙе ошо сараларға ҡушылырға, мәғлүмәт менән уртаҡлашырға саҡырам. Бәлки, һеҙҙең яҙмаларығыҙ ҙа китапта урын алыр ҙа, нәҫелегеҙ, ғаиләгеҙ тураһында мәғлүмәт тарихҡа инеп ҡалыр”, – тип тамамлай һүҙен Ғүмәр Мәхмүт улы.

 

Светлана Моратова әңгәмәһенә нигеҙләнеп эшләнде.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас