

Кисә, 16 сентябрҙә, Стәрлетамаҡтың Мырҙаш ауылында арҙаҡлы шәхес, башҡорт полкы командиры Ҡаһым түрәгә бағышланған мәҙәни үҙәк асылды. Был хаҡта урындағы башҡорттар ҡоролтайы хәбәр итә.
Үҙәкте асыуҙа мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, Милли музей директоры Альбина Ярмуллина, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар советы рәйесе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев, Милли архивтың бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзрахман Исмәғилев, кинорежиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әмир Тойғонов ҡатнашты.
Ҡунаҡтар музей баҡсаһына ағас ултыртты, экспонаттарҙы, район ағинәйҙәренең сығыштарын ҡараны. "Түңәрәк өҫтәл"дә фекер алышыу ҙа булды, уны Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы Вельмир Хәйбрахман улы Аҙнаев алып барҙы. Һөйләшеү барышында музейҙың үҫеш планы ҡаралды, резолюция ҡабул ителде, маҡсаттар ҡуйылды.
Бай тарихлы Стәрлетамаҡ районында Ҡаһым түрә музейы булдырылыуы - бик хуп эш. Үткән менән киләсәкте тоташтырған был "күпер" артабан Юрматы ырыуының ғына түгел, ә бар республиканың ғорурлығы булыр тип ышанабыҙ, ти стәрлетамаҡтар.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.