Башҡорт донъяһы
17 Сентябрь 2021, 08:12

Тамырҙарыбыҙ – тәрәндә

Был саралар зат-ырыуҙы белергә өйрәтә.

Һәр кеше нәҫел тамырҙарын белергә тейеш. Бөгөн күптәр, тарихты өйрәнеп, үҙенең ниндәй ырыуға ҡарауын белергә ынтыла. Ҡариҙел районының Иҫке Бағаҙы ауылында йәшәгән Рәмзилә Мәғрүф ҡыҙы Йыһаншина ла нәҡ шундай илһөйәрҙәр иҫәбенән.

 Рәмзилә – Иҫке Бағаҙы ауылы ҡыҙы. Һөнәре буйынса һатыусы, 2018 йылдан ауыл клубында методист булып эшләй. Ул башҡорт ырыу-ҡәбиләләре тарихын өйрәнгән, тарихи шәхестәр тураһында альбомдар төҙөгән, бай мәғлүмәт йыйған. Ошо рәүешле үҙенең нәҫел тамырҙарына ҡарата, уларҙы ентекләберәк өйрәнергә лә ҡыҙыҡһыныу тыуған. Ауылдаштары ярҙа­мында мәҙәниәт усағында боронғо экспонаттар, милли кейемдәр, һауыт-һаба тупланған музей асыуға ла өлгәшкән. Күптән түгел үҙенә тағы бер һөнәр арттырған: интернет аша оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап, һаҡал (селтәр, күкрәксә) тегергә өйрәнгән. Уларҙың бер нисәһе музейҙа ла һаҡлана.

– Мин өс йылдан ашыу инде ырыуҙар тарихын өйрәнәм. Нәҫелебеҙҙең шәжәрә ағасын Йәштәр биҫтәһендә йәшәгән ике туған ағайым, Рәсәйҙең  мәғариф алдынғы­һы, педагогия хеҙмәте ветераны Фәнил Сәләхетдин улы Йыһаншин төҙөй башлағай­ны. Ул, тарихи сығанаҡтарға таянып, нәҫел-нәсәп тураһында күп кенә мәғлүмәт туплаған. Сәлих быуынын артабан тулыландырыу өсөн шәжәрәне миңә тапшырҙы. Туғандар менән һөйләшеп, йәш быуын вәкилдәрен өҫтәнем, – ти Рәмзилә Мәғрүф ҡыҙы. – Беҙҙең нәҫелдә арҙаҡлы кешеләр байтаҡ. Мәҫәлән, Мөзәмил ағай Йыһаншин Красноярск крайында газ менән тәьмин итеү станцияһының баш инженеры булып эшләй. Уның улы Илдар – табип-терапевт, ә икенсе улы – инженер.

Йыһаншиндар үҙ шәжәрәһен төҙөүгә бик күп көс һалған, туғандарҙы берләштергән Фәнил Сәләхетдин улына айырыуса ҙур рәхмәт. Фәнил ағай – халыҡ табибы ла. Уға республиканың төрлө райондарынан дауаланырға киләләр. Улы Булат Йыһаншин – Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында теш табибы. Әлфиә Лотфуллина, Фәрзәнә Йыһаншина, Руфина Ғәлиханова – үҙәк район дауаханаһында хөрмәт яулаған шәфҡәт туташтары.

Шуныһы ҡыуаныслы: бик күп туғандар, тыуған еребеҙҙә төпләнеп, яңы йорттар төҙөп сығып, балалар үҫтереп, үҙҙәре олатай-өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп донъя көтә. Шулай ете быуын бергә, бер-береһе менән татыу, туғанлыҡ ептәрен өҙмәйенсә ғүмер итә.

Шулай уҡ ауылыбыҙҙың хөрмәтле ғаиләләре Ишмөхәмәтовтар менән Шәйҙул­лин­дар нәҫеленең ете быуынға тиклем шәжәрәһе бар. Киләсәктә ауылыбыҙҙа Шәжәрә байрамы үткәрергә уйлайбыҙ. Ауы­лыбыҙ тарихын яҙа башланыҡ. Был эштә миңә хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙ Фәрит Хәби­ров, ағинәйҙәр Әнисә Ишмөхәмәтова, Римма Ғиниәтуллина һәм тарихсы Фидаил Сафин ярҙам итә.

Эйе, һәр дәүерҙең ҡабатланмаҫ шәхестәре, үткән менән бөгөнгө араһында бәйләнеше, үҙ осорондағы тормоштоң мәғәнәһе юғалмаҫ өсөн әһәмиәтле эш-ғәмәлдәре була.

Рәмзилә Мәғрүф ҡыҙының шулай ауылдаштары ярҙамында тарихты өйрәнеп, Шәжәрә байрамын үткәреү теләге менән янып йөрөүе – үҙе ҡыуаныс, сөнки Шәжәрә байрамы туғанлыҡ ептәрен нығытырға, халҡыңдың, ырыуыңдың тарихын белергә, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙергә, халыҡ ижадын таратырға ярҙам итә. Милләттәш­тәребеҙҙе берләштергән бындай саралар йәш быуынды зат-ырыуын белергә, тыуған ерҙе һаҡларға һәм данларға, тормош асылына төшөнөргә өйрәтә. Февраль айында районыбыҙҙа үткән Унлар ырыуының республика йыйыны халҡыбыҙҙы берләш­тергән, туғандарҙы осраштырған шундай сара булып хәтерҙә ҡалды.

 

- Люция КАРАМОВА.

 

Ҡариҙел районы.

Читайте нас