

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарына диалектологик экспедициялар материалдарының исем туйы үтте.
Башҡорт дәүләт университеты хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Башлығы грантына республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында диалектологик экспедиция материалдарын һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының фольклор яҙмаларын йыйыу, туплау һәм йыйынтыҡ сығарыу буйынса проект өҫтөндә эшләне.
17 сентябрҙә БДУ-ла йыйынтыҡтарҙың исем туйы үтте. Ҡатнашыусылар проект һөҙөмтәләрен барланы, республиканың төньяҡ-көнбайышындағы 19 район вәкилдәренә баҫманың ҡағыҙ һәм электрон варианттары тапшырылды.
Презентацияны БДУ-ның уҡытыу-методик эштәр буйынса проректоры Азат Ғәлимханов менән мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева асты. Сарала Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Люция Юлыева, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова ла ҡатнашты.
"Бының кеүек күләмле проекттар университетҡа ла, төбәк өсөн дә бик әһәмиәтле. Мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм өйрәнеү хәҙерге заманда көнүҙәк, бындай тикшеренеүҙәр артабан да булыр тип ышанабыҙ", - тине Азат Ғәлимханов.
Ғалимдар тарафынан башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының лингвистик торошо, төбәктәге фольклор үҙенсәлектәре өйрәнелгән. Проект нигеҙендә "Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарына диалектологик экспедиция материалдары", "Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының фольклор текстары" тигән ике йыйынтыҡ донъя күргән.
"Тикшеренеүҙәребеҙҙең маҡсаты - экспедицияла алынған материалдар нигеҙендә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты үҙенсәлектәрен, халыҡ ижады жанрҙары ҡулланылышын асыҡлау", – ти проект етәксеһе, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина.
Йыйынтыҡтар башҡорт теле ғилеме, айырыуса диалектология буйынса яңы эҙләнеүҙәрҙә ярҙам итерлек сығанаҡ булараҡ файҙаланыла ала. Фольклор йыйынтығы иһә был төбәктең халыҡ ижады картинаһын төҙөргә мөмкинлек бирәсәк.
Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.