Башҡорт донъяһы
21 Сентябрь 2021, 12:00

“Ата-бабаларым менән ғорурланам”

Мишкә районының Оло Шаҙы мәктәбе уҡыусыһы Вилдан Арыҫланов нәҫел тамырҙары менән ихлас ҡыҙыҡһына һәм шәжәрәһен төҙөгән.

“Ата-бабаларым менән ғорурланам”“Ата-бабаларым менән ғорурланам”
“Ата-бабаларым менән ғорурланам”

Мишкә районының Оло Шаҙы мәктәбе уҡыусыһы Вилдан Арыҫланов нәҫел тамырҙары менән ихлас ҡыҙыҡһына һәм шәжәрәһен төҙөгән. Бына нимә тип яҙа ул беҙгә:

“Халҡыбыҙҙа борон-борондан ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм һаҡлау йолаһы йәшәгән. Ете быуынды белеү ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки тамырын тойған ағас ҡына ышаныслы үҫә, нығый.

Мин дә ата-бабаларымдың кем, ниндәй кеше булыуҙарын, уларҙың исемдәрен, кәсептәрен, тарихын белергә теләп, класс етәксем Венера Мостафина етәкселегендә шәжәрә ағасын барларға булдым.
Тыуып-үҫкән, тәүге аҙымдарҙы яһаған изге төйәгем — Оло Шаҙы. Бында минең ата-бабаларым ғүмер кисергән, ошо ерҙең хужалары булып, шәжәрә ағасын тармаҡландырып, киләсәк быуынына йәшәү биргән.
Туғандарым һөйләүе буйынса, нәҫелебеҙҙең шәжәрәһе Көсөк исемле кешенән башлана. Ул килеп урынлашҡанда ауылыбыҙ урынында ҡуйы урман үҫеп ултырған. Был ерҙә төпләнеп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтергәндәр.
Тулыраҡ итеп Мөхәммәтлатиф олатайым тураһында һөйләгем килә. Уның тураһында миңә атайым менән әсәйем бәйән итте. Олатайым ауыр аслыҡ йылдарында йәшәгән. Тормош ҡаршылыҡтарына бирешмәйенсә, мал тотҡан, үҙ ерендә ашлыҡ иккән. Ауылыбыҙҙың бер сибәре менән ғаилә ҡорған. Уларҙың бер-бер артлы биш балалары донъяға килгән: Фәнзилә, Эльмар, Зәлиә, Әлфиә һәм минең атайым Илфаҡ.
Олатайым музей документтарына таянып, кешеләрҙән һорашып, үҙебеҙҙең туғыҙ быуынға тиклем нәҫел ептәрен барлаған. Уның ошо йыйған материалдары һәм музейҙағы мәғлүмәттәр буйынса мин шәжәрә ағасын тергеҙә алдым.
Үткәнеңде белгәндә генә, киләсәгеңде күҙалларға була икән. Ә тамырҙарыңды белеү кешегә ерҙең хужаһы булып йәшәүгә көс бирә.
Мин ошо шәжәрә ағасын төҙөгәндә күп яңылыҡтар белдем. Ата-бабаларымдың эш һөйөүсән, ихтирамлы кешеләр булыуына инандым. Мин улар менән ғорурланам”, - тип яҙа Вилдан. Афарин!

Фото геройҙың шәхси архивынан. 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас