Башҡорт донъяһы
21 Сентябрь 2021, 07:01

“Бәләкәйҙән башҡорт икәнемде белеп үҫтем”

Фото геройҙың шәхси архивынан.Фото геройҙың шәхси архивынан.
Фото:Фото геройҙың шәхси архивынан.

Радик  Бәхтиев – иҫ киткес рухлы, булдыҡлы милләттәш­тәребеҙҙән. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының “Без – башҡортлар” ойошмаһы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төньяҡ-көнбайыш башҡорттары мәсьәләһе буйынса төп белгесе. “Башҡорт ырыуҙары тарихы” йыйынтығын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан.

Тыумышы менән Радик Рәлиф улы – Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш ауылынан. Гәрәй ырыуы башҡорт­тарының аҫаба ерендә урынлашҡан был ауыл, айырым төйәк булараҡ, 1844 йылдан билдәле. Әйтеүенсә, атаһы һәм әсәһе яғынан тамыр­ҙары Татарстандың Аҡтаныш районына барып тоташа.

Радик Бәхтиев, тарихи та­мыр­ҙа­рын атайым һәр саҡ яҡшы белде һәм үҙҙәрен татар тип иҫәпләгән туғандары менән йыш ҡына бәхәсләшеп, “Һеҙ бел­мәйһегеҙ – беҙ – башҡорттар!” – тип иҫбатлай торғайны, ти. Ошондай хәбәрҙәрҙе ишетеп үҫкән Радик, ҙурая төшкәс, ғаилә тарихы, нә­ҫел-нәсәбе, тамыр­ҙары менән ҡыҙыҡһына башлаған. Иң тәүҙә эште ете быуыны сағылған, ҡарт­атаһынан ҡалған шәжәрәнән башлаған. Һөҙөмтәлә Бәхтиев­тәр­ҙең борон-борондан ошо төбәк­те үҙ иткән, аҫабалыҡ хо­ҡуғы булған Гәрәй ырыуы баш­ҡорттары икәнлеге асыҡланған, документтар менән иҫбатланған. “Хәҙер туған­дар араһында шиклә­неүселәр юҡ – без – башҡортлар!” – ти Радик Бәхтиев.

– Салауат Хәмиҙуллиндың “Баш­ҡорт ырыуҙары” тигән китабы донъя күргәс, үҙҙәренең тамырҙары менән ҡыҙыҡ­һынған, уртаҡ маҡсат менән янған, ошо эшкә ҡушылып киткән рухлы, әүҙем кешеләр артты. Һөйләше­беҙҙе өйрәнә башланыҡ, тарихи факттарҙы асыҡланыҡ һәм 2019 йылда уҙған V Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайында беҙҙең төбәктән ҙур делегация ҡатнашты, беҙ үҙебеҙҙең хәрәкәтте рәсми иғлан иттек. Уның исемен диалек­ты­быҙға ярашлы, “Без – баш­ҡортлар” тип алдыҡ, сөнки булмы­шыбыҙға, тарихи хәҡи­ҡәткә тап килә. Башҡорт теле бик бай, үҙен­сәлектәре күп, беҙҙең төбәк һөй­ләше ошоно тағы берҙе иҫбатлай. Ул әҙәби башҡорт теленән айырыла, әммә тыңлап ҡараһаң, оҡшашлыҡтар ҙа бихисап.

Хәрәкәтте яҡташтар бик ыңғай ҡабул итте. Беҙҙең төп маҡсат – халыҡҡа тарихи дө­рөҫлөктө етке­реү, данлыҡлы башҡорт  ырыу­ҙары тоҡомдарынан икәнле­ге­беҙҙе аңлатыу. Унан тыш, туған телебеҙҙә, һөйлә­шебеҙҙә бала­ларҙы уҡытыу мөмкинлеге тыуыуын көтәбеҙ. Был тарихи дө­рөҫлөктө тергеҙеүҙә ҙур аҙым буласаҡ, сөнки ул саҡта бәлә­кәйҙән балалар үҙҙәренең баш­ҡорт икәнлеген белеп үҫәсәк. Хә­рәкәт­тең эше артабан да һөҙөм­тәле булыр, тип уйлайым. Ғөмү­мән, ырыуҙары, һөйләштәре менән айырылһалар ҙа, бер ҡәүемгә ҡараған башҡорттарҙы бер бөтөн итеп туплайһы ине, – ти Гәрәй ырыуы башҡорто  Радик Бәхтиев.

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА. 

Читайте нас