

Һуңғы ваҡытта үҙеңдең тамырҙарың, халҡыңдың килеп сығыу тарихы менән ҡыҙыҡһыныу модала (был һүҙҙең яҡшы мәғәнәһендә) булып китте. “Үткәндән башҡа киләсәк юҡ” тигән әйтем хаҡ. Тарих спираль буйынса үҫешә, тимәк, күп быуаттар элек булған ваҡиғаларҙың ҡабатланыу ихтималлығы мөмкин генә түгел, ә мотлаҡ. Үҙ ырыуыңды, тамырҙарыңды өйрәнеү өсөн төп сәбәптәрҙең береһе был. Һәр аҡыллы кеше үҙенең ғаилә, ырыу тарихын белергә, шулай уҡ иленең, йәнтөйәгенең үткәне менән ҡыҙыҡһынырға тейеш.
“Кем беҙ?” – был һорау, минеңсә, һәр аңлы кешене ҡыҙыҡһындыралыр. Әммә шәжәрәңде өйрәнеү “бер әбей һөйләгәйне” тигән кимәлдә генә ҡалмаһын ине, кемдеңдер һүҙенә генә нигеҙләнмәһен, ә ысын документтарға таянылған булһын. Эйе, был мөһим белемгә эйә булыу ваҡыт та, аҡса ла талап итә. Һәм, тәү сиратта, был эш менән шөғөлләнеү өсөн теләк кәрәк. Ундайҙар күп түгел. Әммә бар улар. Шуларҙың береһе – Ғүмәр Әндәрйәнов.
Бүздәк халҡы уны мировой судья булараҡ белә. Эше күп булыуға ҡарамаҫтан, ул һәр буш минутын яратҡан шөғөлөнә – тыуған төйәгенең шәжәрәләр тарихын өйрәнеүгә бағышлай. Ошо йүнәлештәге уңыштары һәм ҡаҙаныштары хаҡында уның үҙенән һораныҡ.
“Тамырҙарыңды белеү һәр кемгә үҙенең кем икәнлеген аңларға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта һәр кемдә үҙ халҡы, ғаиләһе өсөн яуаплылыҡ тойғоһо нығына. Төплө мәғлүмәткә эйә булғас, бер-береңде ситләтеү кеүек нәмәләр юҡҡа сыға. Уйлап ҡараһаң, һәр ғаиләлә ғорурланырға мөмкин булған кешеләр бар. Улар хаҡында белергә ынтылыу замандаштарыбыҙҙың илебеҙ үткәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын тергеҙер, тип ышанам. Үҙемә килгәндә, шәжәрәне өйрәнеү минең өсөн шөғөл генә булып ҡалманы, ә тормошомдоң мәғәнәһенә әүерелде”, – һөйләшеүҙе ул ошо һүҙҙәр менән башлап ебәрҙе.
– Ғүмәр Мәхмүт улы, ҡасан үҙегеҙҙә тарихи эҙләнеүҙәргә ҡыҙыҡһыныу барлығын аңланығыҙ?
– Мәктәп йылдарында уҡ. Быға тарих уҡытыусыһы Шәрифулла Тереғолов йоғонто яһаны. Әйткәндәй, ул үҙе лә мырҙалар нәҫеленән.
– Ата-бабаларыбыҙ хаҡында мәғлүмәтте, ғәҙәттә, атай-әсәйҙәр еткереүсән...
– Беҙҙең ғаиләлә лә шулай булды. Мин өлкәндәрҙең беҙҙең Дистановтар нәҫеленең ысын вәкиле булып кем тороуы хаҡында һөйләүҙәрен кинәнеп тыңлай инем. Бер легенда мәңгелеккә хәтеремдә уйылып ҡалды.
– Нимә хаҡында ине ул? Беҙгә лә һөйләп ишеттерегеҙ әле?
– Был тарих беҙҙең райондың Ҡыҫҡайылға ауылында быуындан-быуынға тапшырыла килә. Элек батша осоронда ошо ырыуҙың кейәүҙәренең береһе ҙур ғына байлыҡ туплаған. Әммә уға үҙенең ябай ғаиләнән сығыуы тынғы бирмәгән. Дистан-бей тоҡомонан булған ҡатынының фамилияһына эйә булыу өсөн ул батша ярандарына яҡшы ғына ришүәт түләгән. Йәғни билдәлелек, мәртәбәлелек һатып алған. Бына ошо ваҡиға ла мине үҙ шәжәрәмде тағы ла ныҡлыраҡ өйрәнергә мәжбүр итте. Ғөмүмән, тарихта бындай хәлдәр йыш осраған. Улар донъя әҙәбиәте классикаһы өлгөләрендә лә сағылыш тапҡан. Беҙҙең илдә ундай күренештәр үҙгәртеп ҡороуҙан һуң әүҙемләшкән. Хәтерегеҙҙәлер, үҙәк телеканалдарҙа яңы барлыҡҡа килгән граф һәм сауҙагәрҙәр ауыҙҙарынан төкөрөк сәсеп, өҫтәлгә һуғып үҙҙәренең дворянлығын иҫбат итә торғайны. Әле лә бар улар. Беҙҙең районда элек-электән юғары ҡатлам вәкилдәре йәшәне. Әммә улар ошо ҡатлам вәкилдәренә хас булғанса белемлеләр, тыйнаҡтар, үҙҙәренең килеп сығышы хаҡында һөйләп йөрөмәйҙәр. Был үҙе үк күренеп тора. Мәҫәлән, XVI быуаттан башлап темников кенәздәре һәм арса мырҙалары йәшәй...
– Һөйләшеүебеҙҙең төп темаһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Мин, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, һеҙҙең шкафтағы нескә фарфорҙан яһалған бик үҙенсәлекле боронғо сервизға иғтибар итмәй ҡалманым...
– Ул антиквариат Кузнецов фарфорынан. Олатайым Шакир Әндәрйәновтан ҡалған. Башҡа әйберҙәр ҙә бар ине, әммә үкенескә күрә, күбеһе юғалған.
Олатайым Октябрь революцияһына тиклем Өфөлә икмәк етештереүселә – икенсе гильдия сауҙагәре, билдәле меценат Костеринда эшләгән. Бәләкәй генә сағынан уҡ йомошсо малай итеп хеҙмәткә алынған һәм приказчиккаса үрләгән. Олатайым ауылға ҡартайған ата-әсәһе янына ҡайтырға йыйынғас, сауҙагәр уны үҙенең иң яҡшы ялсы ҡыҙына өйләндергән. Бирнәгә ат, тормош өсөн кәрәк-яраҡтар тейәлгән арба биргән. Был сервиз да шунан килгән һәм бөгөнгө көнгәсә һаҡланған. Тик кәләше ауылға килеп еткәс ҡапыл арбанан һикереп төшкән һәм бысраҡҡа сумған. Ул еңел ситса күлдәктә, аҡ ойоҡбашта булған. Һуңынан станцияға алып барып ҡуйыуҙарын һораған һәм киткән урынына әйләнеп ҡайтҡан. Тимәк, был 1914 йылдан һуң булғандыр. Тимер юл Бүздәктә 1914 йылда төҙөлгән бит.
–Һеҙ ҡасан үҙ нәҫелегеҙҙе өйрәнә башланығыҙ?
– Ике меңенсе йылдар башында. Башҡортостанда шәжәрәләр мәсьәләләре күтәрелә башлағас, ошо темаға бәйле китаптар уҡырға тотондом. Шәжәрә һәм архивтарҙа һаҡланған тарихи документтар ярҙамында беҙ тарихи дөрөҫлөктө тергеҙә алабыҙ. Билдәле булыуынса, башҡорттар элек ырыуҙар булып йәшәгән. Һәр ырыу менән старшина-бей идара иткән. Йыйындар уҙғарылған. Ҡоролтай – дөйөм йыйын Өфө янындағы Ҡарауыл һәм Чесноковка тауҙарында үткән. Ул осорҙа Имән ҡала менән Ноғай ханы хакимлыҡ иткән, Мең ырыуы башҡорттары уға буйһонған. Ҡыҫҡаһы, документтарҙы өйрәнгәндән һуң мин үҙебеҙҙең көслө һәм күп һанлы “Мең” ырыуы вариҫтары булыуыбыҙға инандым. Меңлеләр 12 ырыуҙан торған.
– Ғүмәр Мәхмүт улы, һеҙҙең ҡабилә атамаһы нимәне аңлата?
– Ул “меңле” һүҙенән барлыҡҡа килгән – меңәрләгән тигәнде аңлата. Борон меңлеләр Дим, Өршәк йылғалары, Асылыкүл ярҙарында, Сәрмәсән, Ҡармасан, Минзәлә, Яйыҡ, Сөн, Аҡтаныш, Ҡариҙелдең түбәнге ағымында, Ағиҙел, Кама йылғалары буйында урынлашҡан. Меңлеләрҙең ниндәйҙер өлөшө – Ҡазан ханына, ҙурыраҡ өлөшө Нуғай урҙаһына буйһонған.
– Һуңғы йылдарҙа республикала тарихи шәхестәргә иғтибар арта. Мәҫәлән, меңлеләрҙең иң йәш ихтилал етәксеһе Ҡәнзәфәр бейгә. Һеҙҙең нәҫелегеҙгә уның ниндәй ҡыҫылышы бар?
– Туранан-тура. Дистан бей Ҡәнзәфәр бейҙең улдарының береһе булған. Күптән түгел уның биш улы барлығы иҫбатланған. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Дистан бей 1550 – 1630 йылдарҙа йәшәгән. Уның ике улы булғанлығы билдәле – Мәхмүт бей һәм Әхмәт бей. Болтас бей ҙә булған, улымы, ейәнеме – төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә әйтелә. Дистан нәҫеле йәшәгән ерҙәр Һарайлы-Меңле улусы тип аталған. Уға әлеге Бишбүләк, Шишмә, Миәкә, Дәүләкән, Благовар, Бүздәк һәм Башҡортостандың башҡа райондарының тораҡ пункттары, шулай уҡ Татарстандың Сәрмән, Туҡай, Аҡтаныш, Минзәлә райондары ингән. 1830 йылдан беҙҙең нәҫелде Әндәрйән Дистанов дауам итә. Ул умартасылыҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән, баҡсаһында ҡарбуз, ҡауын, бик күп емеш ағастары үҫтергән. 100 йәшенә ике йыл ҡалғас, вафат була. Уның вариҫы Шакир Әндәрйәнов һуғыш йылдарында колхоз рәйесенең урынбаҫары булып эшләй. Әйткәндәй, Әндәрйәнов фамилияһын ул ғына йөрөткән, ә башҡалар Дистанов булған.
– Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ әлеге Бүздәк районына ҡасан күсеп ултырған?
– Фараз итеүҙәренсә, Ырымбур экспедицияһы начальнигы И.Кирилов һәм уның ярҙамсыһы А.Тевкелевҡа ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәткәндәре өсөн уларҙың ерҙәренә аҫаба хоҡуғын тартып алалар. Ата-бабаларыбыҙ аҫаба ерҙәре булған Минзәлә өйәҙендә йәшәгән. Бүздәк районына, атап әйткәндә Ҡыҫҡайылғаға, улар 1740 йылдарҙа килеп, Һубай-торе вариҫтарынан ҡуртымға ер алғандар. Әсәйем яғынан олатайымдың олатаһы Дистан бей ырыуының вәкиле Миңлебай Дистанов 1830 йылдарҙа Бәләбәй өйәҙенең Ҡаңлы волосының 12-се Башҡорт кантонының старшинаһы булған. 16 тирмәгә Бүздәк, Ҡыҫҡайылға, Көҙәй (Кузеево), Сынлы-Илсембәт, Тауҙар, Урзайбаш, Шығай, Яҡуп һәм башҡа ауылдар кергән. 12-се кантон начальнигы булып ул ваҡытта Шәйхәйҙәр Сыртланов торған – минең тормош иптәшемдең олатаһының олатаһы. Бүздәк районында ҡаңлыларҙан башҡа башҡорт ырыуҙары йәшәмәгән тип иҫәпләнә ине.
– Был бик ҡыҙыҡ, әлбиттә. Ә хәҙер эштәр нисек тора икән?
– Хәҙер, билдәле булыуынса, ҡаңлы, ҡобау-меңле (боронғо Өфө ярымутрауында йәшәүселәр), субмеңлеләр һәм һарайлы-мең ырыуҙары йәшәй. Боронғо болғар ырыуының йәнәй һәм елдәк башҡорттары ла бар. Башҡа ырыу вәкилдәренең йәшәүе лә ихтимал. Яңыраҡ ҡына әлеге Яңауыл районы биләмәһенән уран башҡорттары күсеп килгәнен белдем. Беҙҙең район ауылдары атамаһына күҙ һалыу ҙа етә – Ҡаран, Иҫке һәм Яңы Аҡтау, Бәйрәш, Уран, Яңауыл районындағы ауылдар – Ҡаран, Аҡтау, Бәйрәш, Уран башҡорт ҡәбиләһе йәшәй.
– Һеҙҙән ишеткәндәр буйынса шундай һығымта эшләргә була. Һеҙ башҡорттарҙың Меңле ырыуына ҡарайһығыҙ, шул уҡ ваҡытта һөйләшегеҙ һәм тышҡы ҡиәфәтегеҙ буйынса татарға оҡшағанһығыҙ.
– Бүздәк районы халҡы башҡорт теленең көнбайыш (Бәләбәй) диалектында һөйләшә, ә ул, ысынлап та, татар теленә бик оҡшаған. Өҫтәүенә, миндә татар ҡаны ла аға, сөнки әсәйем яғынан өләсәйем 1730 йылдарҙа беҙҙең райондың Өстүбә ауылына күсеп килгән, темников мырҙаһы Байкиевтың ырыу вәкиле булып тора. Меңәр йыллыҡ тарих осоронда төрлө халыҡтарҙың тамырҙары һәм яҙмыштары бәйләнгән. Ҙур иҫәп буйынса, башҡорттарҙың “Мең” ырыуы урындағы башҡорттарҙың ноғайҙар менән ҡушылыуынан килеп сыҡҡан, улар, үҙ сиратында, Байкал районында монгол, татар һәм башҡа ҡәбиләләр менән күрше йәшәүсе монгол ҡәбиләләре манғыттарына барып тоташа.
Меңлеләр Уралға ҡасандыр Урҙаш-бей хан булып ултырған Маверранахрҙан килгән. Ул сыңғыҙсылар менән үҙ-ара һуғыштарға сыҙамай башҡорт ерҙәренә китә. Элек уны Санаҡлы-хан тиһәләр, башҡорттар уны мең һаҙаҡлы Урҙас бей тип атаған.
– Был бик сетерекле, мәшәҡәтле эҙләнеү эшегеҙҙә кем һәм нимә ярҙам итә?
– Эйе, был эш ваҡытты бик күп ала. Интернетта күп эҙләнәм, тарихи әҙәбиәтте күп уҡыйым. Мин үҙем төрки дворяндары йыйылыштары ассоциацияһы составына ингән башҡорт бейҙәре, тархандары һәм дворяндары йыйылыштары ағзаһымын.
Бөтә Рәсәй дворяндар йыйылышы һәм Бөйөк княгиня Романова вәкилдәре ҡатнашлығындағы Татар мырҙаларының 20 Мәжлесендә ҡатнаштым. Был кешеләр менән аралашыуҙан күп нәмәгә өйрәндем, рухи яҡтан байыйым.
Почёт грамоталары һәм Романовтар йорто барлыҡҡа килеүгә 400 йыл тулыуға арналған “1613 – 2013 Бөтә халыҡ ҡаһарманлығы юбилейы” миҙалы менән наградландым.
– Шулай итеп, беҙҙең бай йөкмәткеле һөйләшеүебеҙҙе йомғаҡлайыҡ. Билдәле булыуынса, киләһе 2022 йылда мең башҡорттарының башлығы (ҡорбашы) Ҡәнзәфәр бейҙең тыуыуына 490 йыл. Аңлауымса, һеҙ ҙә был әһәмиәтле ваҡиғанан ситтә ҡалмайһығыҙ?
– Әлбиттә. Үрҙә телгә алынған эштәренән тыш, ул башҡорт ырыуҙары араһынан беренселәрҙән булып Рәсәй империяһына үҙ ирке менән ҡушылыу тураһында килешеү төҙөй. Был бөтә Башҡортостан өсөн һәм Рәсәй ҡеүәтен нығытыуҙа хәл иткес ваҡиға була.
– Был уңайҙан ниндәй саралар ҡаралған?
– Тарихи шәхестең исемен мәңгеләштереү маҡсатында “Меңдәр ырыуы” төбәк йәмғиәт ойошмаһы советы ойоштороу комитеты төҙөнө һәм юбилейҙы лайыҡлы ҡаршылау өсөн саралар планын раҫланы.
Ҡәнзәфәр бейҙең ҡәбере ҡойма менән уратып алынды, һәм дөйөм ҡәберлекте лә яңы ҡоймалар эшләп тәртипкә килтереү, ғөмүмән, ауылдың тирә-йүнен рәткә килтереү эше башланды.
Тыуған ауылы – Шишмә районының Ябалаҡлыла бюст ҡуйырға йыйыналар. Йәнә, был ырыуға ҡараған һәр кем үҙенең ырыу ағасын төҙөп “Шәжәрә” бәйгеһендә ҡатнаша һәм ғаилә ҡомартҡылары менән уртаҡлаша ала, сөнки эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса Ҡәнзәфәр бейгә арналған китап баҫтырып сығарыласаҡ.
Әйткәндәй, Ҡыҫҡайылға ауылы халҡы был сараға ҡушылған, хатта Ҡәнзәфәр бейгә бюст ҡуйырға ярҙам итергә теләгән бағыусылар ҙа табылған. Шуға күрә битараф булмағандарҙы был сараларҙа ҡатнашырға саҡырам, мәғлүмәттәр, үҙегеҙҙең шәжәрәләрегеҙ һ.б. менән уртаҡлашығыҙ.
Бәлки, һеҙҙең яҙмаларығыҙ китапта урын алыр һәм үҙегеҙҙең тоҡомоғоҙҙо, фамилияғыҙҙы мәңгеләштерерһегеҙ һәм тарихҡа инеп ҡалырһығыҙ.
Светлана МОРАТОВА.