Башҡорт донъяһы
21 Сентябрь 2021, 07:02

Һоҡландырып йәшәйҙәр

Бер-береһенә ихтирамға, үҙ-ара аңлашыуға, мөхәббәткә, тоғролоҡҡа ҡоролған ғаиләләр һәр ваҡыт ныҡ һәм бәхетле була. Һүҙем шундайҙарҙың береһе – Гүзәлиә һәм Ришат Мостафиндар хаҡында. Был ғаиләгә ҡарап күңелдә һәр саҡ һоҡланыу хисе тыуа.

Улар икеһе лә ауылда тыуып үҫкән. 2014 йылда ғаилә ҡорғандар. Ришат Мостафин — Борай егете. Техника ремонтлаумы, йорт тирәһендәге эшме, барыһын да еренә еткереп, ихлас башҡара. Ришат “Пчелка” кибетендә бухгалтер булып эшләй.

Ғаилә усағын һаҡлаусы уңған, һөйкөмлө Гүзәлиә  иһә Салҡаҡ ауылынан. Шабай ауылы мәктәбендә эшләй. Ул ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта. Уның өйөндә ҡайҙа күҙ һалһаң да, һәр ерҙә ижад емештәре урын алған. Матур итеп сәй­ләндән ағастар, гөлдәр теҙә, төрлө төҫлө ептәрҙән сәс­кәләр ҙә бәйләй. Күптән түгел тоҙло ҡамырҙан картиналар яһай башлаған. Ҡатын-ҡыҙға бик хас бул­маған тағы бер шөғөлө бар уның: ағастан, иҫке тәгәр­мәс­тәрҙән аҡҡоштар, бәш­мәктәр эшләй.

Гүзәлиә бар яҡлап та килгән: йәй көндәрендә ҡапҡа төптәре йыраҡтан уҡ балҡып тора, баҡса тулы аллы-гөллө сәскәләр, төрлө еләк-емеш, йәшелсә үҫте­рергә ярата. Уларҙан мул уңыш алып, ҡайнатмалар, салаттар, компоттар әҙер­ләй.

Береһенән-береһе аҡыл­лы, теремек ике сабыйға ғүмер бүләк иткән Мостафиндар. Оло улдары Ар­сенға – биш, кесеһе Тимурға өс йәш тулған. Улар – 4-се балалар баҡсаһы тәрбиәлә­неүселәре.

Ришат менән Гүзәлиә балалар баҡ­са­һында үткән сараларҙа һәм башҡа йәмә­ғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ниндәй генә ярыш­тар, бәйгеләр ойош­торолһа ла, улар бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Спортта ла һынатмайҙар, ижади бәйгеләрҙә лә алдынғылар. Күптән түгел Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә районыбыҙҙа үткән Елдәк ырыуы йыйынында ла ҡат­нашты Мостафиндар. Улар ғаилә шәжәрәһен төҙөгән. Һәр кем үҙенең нәҫелен белергә тейеш, сөнки үткә­нен белмәгән кеше киләсәге менән ҡыҙыҡһын­май, тигән фекерҙәләр. Гүзәлиә шәжә­рә төҙөү эшен Салҡаҡ мәктәбендә эшләгәндә үк башлаған, нәҫелен энәһенән ебенә тиклем өйрәнгән.

– Шәжәрәне төҙөгән ваҡытта өләсә­йем Әнисә Ғәләүетдинова иҫән ине әле. Ул бик күп мәғлүмәт бирҙе, ғаилә тарихын төптән белә ине. Һәр бер ғаиләнең үҙе­нең нәҫел тамғаһы булған. Беҙҙең ғаиләнеке – ҡайын ағасы. Шуға күрә лә шәжә­рәне ҡайын ағасы рәүе­шендә яһаныҡ, – тип һөй­ләне Гүзәлиә.

Һөнәри белемен дә даими камиллаштырып тора Гүзәлиә. “Йыл уҡытыу­сыһы-2020” бәйгеһендә ул “Йәш белгес” номинацияһында еңеү яулаған.

Әлеге мәлдә Мостафиндар төҙөлөш мәшәҡәттәре менән янып йөрөй, пландары – тиҙҙән йорт туйлау. Бар яҡлап та өлгөлө, тырыш, йүнсел Мостафин­дарға һоҡланмаҫлыҡ түгел шул.

Зәһинә ИБӘТУЛЛИНА.

Читайте нас