Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
22 Сентябрь 2021, 16:00

Эх, урамдан, бер үтәһе ине...

"Был яҙмамды Ҡариҙел районы Киҙәсе ауылының 150 йыллығына һәм баҡыйлыҡҡа күскән ауылдаштарыма бағышлайым..."

Эх, урамдан, бер үтәһе ине...
Эх, урамдан, бер үтәһе ине...

Ҡариҙел районында йәшәүсе мәғариф ветераны Әлиә Камалиева тыуған яҡ тарихын өйрәнеп кенә ҡалмай, ә уны яҡташтарына еткереү буйынса ла ҙур эштәр башҡара. Тарихҡа, халҡыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмаған милләттәшебеҙ түбәндәге яҙманы ебәргән:   

"Был яҙмамды Ҡариҙел районы Киҙәсе ауылының 150 йыллығына һәм баҡыйлыҡҡа күскән ауылдаштарыма бағышлайым.

Уйлап ҡараһаң, ауылдарҙа кеше яҙмыштары: донъяға килеп үҫәләр, балҡып йәшәйҙәр, ҡартаялар. Күпме һынауҙар аша үтелә: һыуҙан, уттан, аслыҡтан ҡала, йәшәү өмөтөн һүндермәй улар.

Ваҡытында 49 йортло булып, бөгөн туғыҙ йорто ҡалған ауылымдың. Ҡартайҙы күрәһең, 150 йәшкә етте бит. Ҙурлап юбилей үткәрергә йыйынғанда, тағын бер һынау – коронавирус туҡтатты. Юғиһә, осрашыуға ҡайта алмаған ауылдаштарҙы йәшлектәренә, ә унан бала саҡҡа алып китәһе ине – үткәндәргә сәйәхәткә. Рәхим ит, ауылым тарихы, куңелдәр түренә.

1870 йылда Урта ауылдан Унлар ырыуы вәкилдәре, ере булған  (аҫабалар) Шәймөхәмәт (ҡарт олатайым), Ғәлләм, Дәүләтхандар Йүрүҙән йылғаһының һул яғына, тау итәгенә килеп төпләнгән. Алда оло йылға, ә тау артында кесеһе аға (ауылдың исеме лә "кесе" һүҙе менән бәйле). Ағас киҫеп, бура бурағандар, йүкә һуйғандар, дегет ҡайнатҡандар. Ас торолмаған, урманда  — йәнлек, ҡош-ҡорт, йылғала балыҡ күп. Ауыл тиҙ ҙурайған. Шәймөхәмәт староста, йәниҫәп ала, эштәрҙе теркәй. 20-се быуат башына ҡәҙәр башҡа милләт вәкилдәренә ауылға урынлашырға ер бирелмәгән. Тәүгеләрҙән булып, ҡуртымға ер алып, Владимир исемле рус байы үҙенең хеҙмәтселәре менән Киҙәселә йорт һала. Халыҡтан аҙыҡ-түлек һатып ала, лавка төҙөй, мәсет һалырға ярҙам итә. Хәтеремдә, атайым уны ихтирам менән “Аладимир бай”, тип иҫкә ала ине.

“Башҡорт ырыуҙары тарихы. Унлар ырыуы” китабында бирелгән йәниҫәп буйынса 1917 йылда ауылда рустар йәшәгән. Мари, сыуаш, арҙар ҙа үҙ иткән Киҙәсене. Был хаҡта бер туған апам Гөлзимә Сафуанованың “Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ” тигән яҙмаһы Ҡариҙел районы гәзитендә  2007 йылдың 7 мартында баҫылды. Ауыр йылдарҙа төрлө милләт кешеләренең бер-береһенә терәк, эшкә оҫта, ҡунаҡсыл булыуҙары хаҡында оло ихтирам менән яҙылған иҫтәлек ул. Ауылдың дәрәжәһе дингә ҡарашы, мәсетле булыуы менән юғары булған. Йома көндәрҙә тирә-яҡ ауылдарҙан ир-аттар намаҙға йөрөгән, был мәсет мәхәллә булып торған. Камалимөхәммәт олатайым мәзин булған, балаларға ғәрәп телен өйрәткән. Мөхәмәтхәйҙәр мулла дини байрамдар үткәргән. Тик революция елдәре, "бөйөк" үҙгәрештәр бер кемде лә, бер нәмәне ле ситләтеп үтмәгән. 1936 йылда мәсеттең манараһы киҫелеп, клубҡа, унан һуң мәктәпкә әйләндерелә. Был хаҡта халыҡ телендә һаҡланған йәндәрҙе тетрәтерлек “Манара” бәйете бар. У –  үҙе бер тарих. Ауыл тарихы һис шикһеҙ, унда йәшәгән кешеләрҙең тормошо һәм яҙмышы менән үрелеп бара.

 Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ҙур фажиғә булһа ла, колхозсылар бирешмәгән.  Ә инде 50-60-сы йылдарҙа йәштәр арыу-талыуҙы белмәне. Көндөҙ эш, кистәрен уйын-көлкө, йыр-бейеү, гармун, скрипка моңдары яңғырап торҙо. Күпме талант эйәһе булған! Һәр өйҙөң үҙ гармунсыһы булды. Исмәғил ағай Ханов гармуны менән, хатта, район сәхнәһендә лә сығыш яһаған. Һандуғастар көнләшкәндер Фәһимә, Гөлсөм апайҙарҙың моңло тауышына... Йырсылар Закирйән атайым, Нурғәле, Раил гел табын түрендә булды. Яҙмалары әле лә һаҡлана. Ошо йылдарҙағы йыр-мондар йәш быуынға күсә килде. Гармунсы Рамазанды  Фәнил, Рәзифтәр алмаштырҙы.

Бөтә тирә-яҡты кейендергән тегеүсе Нурғәтиә әбейҙе лә иҫләйбеҙ. Хәбиб ағай тимерлегендә әле ле сүкеш сыңдары яңғырап китер кеүек. Сирләп китһәң, Фәриға, Сәүҙә, Йәмилә әбейҙәр бар ине. Малың ауырыһа, Тимерғәле бабай ярҙам итә. Васфый ағайҙың колхозға трактор алып ҡайтыуы күпме көс, дәрт өҫтәне халыҡҡа. Ауыл ҡартаймаҫ, гел алға барыр кеүек ине. Тирә-яҡ урмандарҙы киҫеү, һал ағыҙыу башланғас, егеттәр аҡрынлап сплавҡа эшкә китте. Колхоз 1974 йылда бөтөрөлдө. Аҡрынлап клуб, магазин, дауахана  башҡа ауылдарға күсерелде. Ярай әле 60-сы йылдар уртаһында районда сығарылған проект буйынса Киҙәсе Ҡоҙаш ауылына күсерелмәй ҡалды. Бына шулар хаҡында һөйләргә ине инде баҡыйлыҡҡа күскән ауылдаштарымдың балаларына һәм ейәндәренә, бер үтәһе ине урамдарҙан  һәр өйҙө, һәр кемде иҫкә алып... Ә әлеге һирәк булһа ла таңдарҙа гармун мондары ишетелә, тәҙрәләрҙә уттар балҡый. Тормош дауам итә, ауылым ул-ҡыҙҙарын көтә", -  тип яҙа Әлиә Камалиева.

Фото геройҙың шәхси архивынан. 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: