

Иртәгә Бүздәк районы үҙәгендәге Мәҙәниәт йортонда ошо район энциклопедияһының исем туйы уҙғарыласаҡ.
Был баҫма “Башҡортостан энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы белгестәре тарафынан “Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан халыҡтарының этномәҙәни үҫеше” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә әҙерләнгән. Исем туйын Бүздәк район хакимиәте ойоштора.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм район хакимиәте исеменән “Бүздәк энциклопедияһы” китабын әҙерләүгә ҙур өлөш индергән муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәрен, урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе һәм ижади коллективтарҙы наградалау ҙа планлаштырыла. Урындағы һәләтлеләр һәм ижади коллективтар концерт номерҙары менән дә сығыш яһаясаҡ.
Фото: bashinform.ru.