

Бөгөн, 24 сентябрҙә, Бүздәк районы мәҙәниәт һарайында төбәк энциклопедияһының исем туйы уҙҙы.
Киң күләмле белешмә "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт учреждениеһы белгестәре тарафынан "Рәсәй милләттәренең берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан халыҡтарының этно-мәҙәни үҫеше" дәүләт программаһы нигеҙендә әҙерләнде. Китапты йәмәғәтселеккә тәҡдим итеү тантанаһын Бүздәк районы хакимиәте ойошторған.
"Бүздәк - беҙҙең тыуған яғыбыҙ, яҙыусы һәм шағирҙар, композиторҙар һәм рәссамдар, педагогтар һәм табиптар, ауыл хужалығы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бай төбәк. Бик күп һәләтле, талантлы шәхестәр ошо ерҙән сыҡҡан", — тине Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов. Хакимиәт һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы урындағы тарихсыларҙы, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе баҫманы әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаттары, бүләктәр менән билдәләп үтте. Сараны Бүздәк районының ижади коллективтары сығыштары биҙәне.
Китаптың исем туйында "Башҡорт энциклопедияһы" ойошмаһы директоры Уйылдан Сәйетов, энциклопедияның ғилми мөхәррире Гөлдәр Ишкинина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, "Без - башҡортлар" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиев, мировой судья, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғүмәр Әндәрйәнов ҡатнашты. Уйылдан Сәйетов республика энциклопедистикаһы тураһында һөйләне. Әйтеүенсә, ул уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында үҫешә башлай. 1996 йылда башҡорт телендәге тәүге энциклопедия баҫылып сыға. Әле ойошма иҫәбендә 36 томдан торған 24 энциклопедия, "Башҡорт энциклопедияһы" - Рәсәй энциклопедистикаһы лидеры. Уйылдан Сәйетов Бүздәк районы халҡына, эшсе төркөмгә рәхмәт белдерҙе. Баҫма 580 биттән тора, Туймазыныҡы − 620 битлек, тине ул. Энциклопедия тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең төрлө яҡлы эштәрен үҙ эсенә алған. Хәҙер һәр кеше баҫманан Бүздәк районының тарихы, арҙаҡлы кешеләре хаҡында белә ала.
Сарала тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Салауат Хәмиҙуллин, "Без - башҡортлар" ойошмаһы рәйесе Радик Бәхтиев сығыш яһаны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов китап өҫтөндә эшләгән әүҙем белгестәргә бүләктәр тапшырҙы.
Баҫма ике өлөштән тора. Беренсеһе монографик тасуирламанан ғибәрәт, ул райондың географияһына, тарихына, мәғарифына, мәҙәниәтенә, башҡорт ырыуҙарына бағышлана. Инеш мәҡәләлә 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре килтерелгән. Икенсе өлөш алфавит тәртибендә ҡоролған, унда тораҡ пункттар, башҡорт ырыуҙары, ер-һыу атамалары, ҡаҙылма байлыҡтар, археология ҡомартҡылары, сәнәғәт объектары, сәнғәт коллективтары, төньяҡ-көнбайыш диалекттың үҙенсәлектәре тураһында материалдар тупланған. Биографик мәҡәләләрҙә райондың данлыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары хаҡында белешмәләр бар. Баҫма тураһындағы фекере менән хеҙмәт ветераны Данил Туҡтамышев бүлеште.
"Бүздәктең мәҙәни тормошонда мөһим һәм күптән көтөлгән ваҡиға булды: ниһайәт, район тарихы бер тупланмала баҫылды. Был урындағы халыҡ, тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар, тыуған яҡтың патриоттары, энциклопедияны әҙерләгән авторҙар төркөмө өсөн мөһим. Район энциклопедияһы шуныһы менән үҙенсәлекле: ул ҡунаҡ китабы рәүешендә төҙөлгән һәм райондың ысын мәғәнәһендә визит карточкаһы тип һанала ала. Бында тарих бар сағыулығында, шәхестәрҙең һүрәтләмәләре аша килеп баҫа. 1800 дана менән сыҡҡан Бүздәк энциклопедияһына 1480 мәҡәлә һәм меңдән ашыу һүрәт ингән. Район тарихының төрлө йүнәлештәге мөһим ваҡиғалары 579 биткә һыйған. Иң мөһиме - был биттәрҙә зыялы, билдәле яҡташтар тураһында белешмә килтерелә. Уҡыусы һирәк осраған тарихи фотоһүрәттәрҙе, райондың әлеге хәлен сағылдырған материалдарҙы ла таба ала. Бүздәк ере тураһындағы быға тиклем тырым-тырағай тарҡалған мәғлүмәттәрҙе бер урынға туплауға өлгәшкән авторҙар. XVII быуаттан башлап әлеге көнгә тиклем һуҙылған йылъяҙмалар китапта эҙмә-эҙлекле форматта, фәнни тәртиптә килтерелгән. Бында райондың иҡтисади, ижтимағи, сәйәси, мәҙәни һәм спорт тормошо аңлайышлы тел менән аныҡ һүрәтләнә. Һәр бит теге йәки был замандың рухын сағылдыра, шул уҡ ваҡытта ошо ерлектең үҙенсәлеген күрһәтә. Баҫманың йөкмәткеһе Бүздәкте төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән, ижтимағи-мәҙәни йәһәттән үҫешкән төбәк булараҡ күҙ алдына баҫтыра. Был энциклопедия, төрлө мәғлүмәттәрҙе бер урынға туплаған хеҙмәт булыуҙан бигерәк, тарихи ысынбарлыҡты һаҡлау эстафетаһы ла. Һәр төбәктең үҙ тарихы бар, һәм беҙ йылъяҙманы эштәге, уҡыуҙағы, ярыштарҙағы, ғаиләләге ҡаҙаныштарыбыҙ менән дауам итәбеҙ. Бүздәктәр үткән быуындарҙан тапшырылған нәсихәтте юғары кимәлдә үтәп килә, ә яңы китап уларға был йәһәттән ярҙамсы булып торор", — тине Данил Хәлим улы.
Баҫманы әҙерләү төркөмөнә етәкселек иткән белгес, "Башҡорт энциклопедияһы"ның ғилми мөхәррире Гөлдәр Ишкинина әйтеүенсә, улар был китапты йылдан ашыу әҙерләгән, пандемия осоронда ла әүҙем эш туҡтамаған. "Бүздәк районында төҙөлгән эш төркөмөнә, уға етәкселек иткән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡоваға эште яҡшы ойошторғаны өсөн рәхмәт. Урындағы музей хеҙмәткәре Алина Булатова иң шәп ярҙамсыбыҙ булды, ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәк тә, материалдар әҙерләүгә, туплауға, ебәреүгә күп көс һалды. Музей мәғлүмәттәрен дә файҙаландыҡ. Уның фонды бай. Беҙгә ундағы папкаларҙы, китаптарҙы килтерҙеләр - өйрәндек, мәғлүмәттәр алдыҡ. Дәлилдәрҙе ғилми күҙлектән үткәрҙек, баһаланыҡ һәм энциклопедияға индерҙек. Бик күп мәғлүмәтте рус теленә тәржемә иттек. Эш төркөмөндә бер нисә генә кеше булһаҡ та, тиҙ арала көсөргәнешле, әммә әһәмиәтле эште башҡарҙыҡ. Энциклопедия фотоһүрәттәр менән дә тулыландырылды, был да баҫманы байыраҡ, төплөрөк итә. Әйтергә кәрәк, башҡа райондарҙың энциклопедияларын да эшләнек, мәгәр Бүздәктеке был йәһәттән иң сағыуы булды", —тине Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы.
Бүздәк районы тарихынан ҡыҙыҡлы фактар
Бүздәк районы биләмәһендә федераль кимәлендәге мәҙәни мираҫ объекттары урынлашҡан. Улар - Килем һарайы (1848 йылда төҙөлгән) һәм Килем мәсете (1821 йыл).
1963 йылда Ташлыкүл ауылы янында нефть сығанағы табыла. Һуңыраҡ шулай уҡ Кәпәй-Ҡобау, Петропавловка, Саннин, Солцов сығанаҡтары асыла. Тәүге нефть 1966 йылда Кәпәй-Ҡобау ауылы янында сығарыла.
XIX - XX быуаттарҙа Башҡортостандың мәҙәни һәм сәйәси тормошоноң мөһим шәхестәре, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары - аталы-уллы Шәхәйҙәр һәм Ғәлиәскәр Һыртлановтар, башҡорт милли хәрәкәте ағзаһы Муллаян Халиҡов Бүздәк районында тыуған.
1917 - 1918 йылдарҙа Бүздәктә рус сәнғәтендә футуризм йүнәлешенә нигеҙ һалған рәсам һәм шағир Давид Бурлюк йәшәгән һәм ижад иткән. Ул Башҡортостандың һынлы сәнғәтенә лә ҙур өлөш индерә.
Никольск ауылында “По долинам и по взгорьям” тип аталған билдәле йырҙың авторы П.С. Парфенов тыуған.
1980 йылда Башҡортостанда тәүгегә тап Бүздәк районының Уртакүл ауылында рапс культураһын үҫтереү һәм унан май һығыу башлана. Шулай уҡ унда республикала берҙән-бер һаҙ ҡондоҙо (нутрия) йәнлекселек фермаһы эшләне.
Бүздәк районы — билдәле хирург Нурлығаян Байтирәковтың тыуған ере. Ул 1935 йылда республикала тәүге булып йөрәккә операция яһай, баш һәм умыртҡа мейеһенә нейрохирургик операциялар үткәрә.
Бүздәк районының йыйылма футбол командаһы 1974 йылда Башҡортостан чемпионатында өсөнсө урын яулаған, Башҡортостан Мәғариф министрлығының мини-футбол буйынса беренселегендә 2012 һәм 2019 йылда — көмөш, былтыр алтын миҙал яулаған.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.