Башҡорт донъяһы
24 Сентябрь 2021, 10:39

Быуындар бәйләнешен һаҡлайҙар

геройҙың шәхси архивынан.геройҙың шәхси архивынан.
Фото:геройҙың шәхси архивынан.

Бөрөнөң 9-сы урта мәктәбендә төрлө милләт балалары башҡорт телен өйрәнә. Уҡыусылар бында уны дәүләт теле булараҡ үҙләштерә. Римма Мурашкинцева был мәктәптә 15 йыл уҡыта, туған башҡорт, татар телдәренән һәм әҙәбиәтенән балаларға төплө белем бирә. Бөгөн уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

 – Римма Сәлих ҡыҙы, ни өсөн ошо һөнәрҙе һайланығыҙ?

– Барыһы ла бала саҡтан башланды. Мин Асҡын районының Көн­гәк ауылында тыуып үҫтем. Әсәйем – башҡорт, атайым татар миллә­тенән. Бәләкәйҙән ике халыҡтың да мәҙәниәтен, телен өйрәндем. Әсә­йем, Ғәлиә Әхәт ҡыҙы, баш­лан­ғыс кластар уҡытыусыһы була­раҡ, әҙәбиәткә, уҡытыусы һөнәренә һөйөү тәрбиәләне. Мин уның дәрес­тәренә йыш бара һәм эшен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә инем. Тиҙерәк уҡырға өйрәнгем килде, сөнки әсәйемдең өҫтәлендә һәр ваҡыт сағыу һүрәтле китаптар, журналдар күп була торғайны. Ошо ҡы­ҙыҡһыныуым әҙәбиәт донъя­һы­на алып килде һәм хыялға әйләнде. Мәктәпте тамамлағандан һуң Бөрө социаль-педагогия академияһының филология факультетына, милли бүлеккә уҡырға индем. Уҡыуҙы тамамлағас, ошо 9-сы урта мәктәп­кә башҡорт теле уҡытыусыһы булып урынлаштым.

– Дәресте, ғәҙәттә, нимәнән башлайһығыҙ?

– Иң беренсе, класта эш һәм үткәнде ҡабатлау өсөн яҡшы мөхит тыуҙырырға кәрәк. Грамматиканы, яңы һүҙҙәрҙе өйрәнеү яңыны, ҡы­ҙыҡлыны танып белеү менән тығыҙ бәйләнгән, был уҡыусының аң даирәһен киңәйтә. Балалар йылға, күл, тау исемдәре менән таныша, партаны кем уйлап тапҡанын, ҡы­ҙыҡлы һөнәрҙәр, ғәҙәти булмаған музейҙар, аяҡ кейемдәре, аҡса тарихы, донъяла ниндәй мәктәптәр булыуы, билдәләр системаһы һәм башҡалар тураһында белә.

– Ә һөйләм практикаһы нисек бара? Һеҙ бит уларҙы һөйлә­шергә лә өйрәтәһегеҙ...

– Фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу – ҡатмарлы эш. Дәрестәр мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы булырға, ыңғай тойғолар уятырға тейеш, шул саҡта уҡыусылар телдән һәм яҙма телмәрҙе үҫтереүгә йүнәл­телгән күнекмәләрҙе, ижади эштәр­ҙе тырышып эшләй. Уйындар, йо­маҡ­тар, әкиәттәр, мәҡәлдәр, әйтем­дәр һәм шулай уҡ уйын, компьютер, төркөм менән эш, тикшеренеү технологияларын ҡулланам.

– Дәрестә уҡыусылар һеҙҙең ҡушҡандарҙы ғына үтәйме?

– Һис тә улай түгел. Дәрес башында проблемалы хәл тыуҙырам. Уҡыусылар теманы үҙаллы билдә­ләй, маҡсатын һәм бурыстарын ҡуя. Улар – тыңлап ултырыусы ғына түгел, тикшереүселәр ҙә, уйлап табыусылар ҙа. Яңы лексиканы, грамматиканы үткәндә рус һәм башҡа телдәр менән сағыш­тырабыҙ. Был балаларҙа ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙыра. Улар башҡа фән­дәрҙән алған белемдәрен ҡуллана. Дәрес аҙағында уҡыусыларҙың яңы теманы нисек үҙләштереүен тикшерәм. Өйгә эш һәр ваҡыт тиерлек ижади, тикшеренеү эше формаһында бирелә.

– Туған тел дәресенең маҡсатын нимәлә күрәһегеҙ?

– Маҡсатыбыҙ, тәү сиратта, туған телен, мәҙәниәтен, тарихын, традицияларын белгән һәм уны хөрмәт иткән, Тыуған иле, халҡы өсөн ғорурлыҡ хистәре кисергән бала тәрбиәләү. Туған телде өйрәнеүҙә, уға ҡыҙыҡһыныу уятыу­ҙа конкурстар, олимпиадалар, түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, фәнни-ғәмәли конференциялар ҙа ҙур роль уйнай. Бының менән бер рәттән проблемалар ҙа юҡ түгел, ата-әсәләрҙең туған телде өйрә­неүгә битарафлығы борсой.

– Был хәлдән нисек сығырға һуң? Нимәгә таянырға була?

– Иң беренсе, ғаиләгә, әлбиттә. Был проблеманы хәл итеүҙә ата-әсәнең ролен күтәрергә кәрәк. Ҡала ерендә ғаиләлә туған телгә һөйөү тәр­биәләмәһәк, һөҙөмтә булмая­саҡ. Туған телдең абруйын үҫте­рер­гә, заманса йәмғиәттә уның мөһимлеген, кәрәклеген күрһәтеү зарур, сөнки нәҡ тел быуындар һәм ваҡыт бәйләнешен булдыра. Йәштәргә туған мәҙәниәттән, туған телдән һәм телмәрҙән башҡа бай тарихлы, традициялы милләттең юҡҡа сығырға мөмкинлеген, туған телде белеү модала икәнлеген аңлатыу мотлаҡ.

Унан тыш, һәр бала үҙе йәшәгән төбәктәге ерле һөйләште белергә һәм өйрәнергә тейеш. Был уның аң даирәһен киңәйтергә, тыуған яҡ мәҙәниәтен тәрәнерәк аңларға ярҙам итәсәк. “Көндәлек тормошта рус милләтле балаларға башҡорт теле нимәгә ул?” тигән фекер ҙә бар, ләкин дәүләт һәм туған телдәр­ҙе белеү, башҡа фәндәрҙе өйрән­гән кеүек үк, нигеҙ булараҡ кәрәк. Мәҫәлән, химия һәм физика фән­дәре тормошта бигүк кәрәкмәҫкә лә мөмкин, ләкин улар мотлаҡ мәктәп программаһына индерелгән.

 

- Ольга ПЛАТОНОВА.

 

Бөрө ҡалаһы.

Читайте нас