

Салауат районында бәләкәй, әммә иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле Сүрәкәй тигән ауыл бар. Халыҡ телендә был ауылды Нуғай тип йөрөтәләр. Ерҙәре уңдырышлы, баҡса үҫтерергә, мал тоторға, ҡош-ҡорт үрсетергә уңайлы.
Ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы хаҡында бына шундай мәғлүмәттәр һаҡланған: “Бик борон замандарҙа Түбәләҫ ырыуы башҡорто Килтәк күп ерҙе биләп йәшәй. Рәсәйгә ҡушылғандан һуң был урындарға “һунар” башланғас, ул, ырыуҙаштары менән бергә яу сабып, биләмәләрен һаҡлап ҡалырға тырыша.
Килтәктең улы тыуа. Ҡалмаҡол Килтәков та үҙ заманаһы өсөн бик абруйлы, белемле кеше була. Ул күп йылдар Түбәләҫ ырыуы башҡорттарының старшинаһы булып тора.
Ҡалмаҡолдоң ике ҡатыны була. Беренсе ҡатынынан – Сүрәкәй һәм Нуғай, ә икенсе ҡатынынан Собханғол һәм Мөрсәлим исемле улдар тыуа.
1723 йылда тыуған Собханғол Түбәләҫ улысының старшинаһы итеп һайлана. 1773 йылда Пугачев башҡорттарҙы үҙенә ҡушылырға өндәгәс, ул, Түбәләҫ ырыуының иң батыр егеттәрен туплап, Салауат менән яуға күтәрелә.
Һуңынан Собханғол Килтәков Салауаттың уң ҡулы, полковник булып китә. Батыр полковник тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай, уны Көнгөр ҡалаһында язалап үлтерәләр. Архив документтарында уның йәшәгән урыны Түбәләҫ улысы Сүрәкәй ауылы тип күрһәтелә. Тимәк, Ҡалмаҡол ауылға улының исемен биргән булып сыға. Икенсе улы Нуғай булғанлыҡтан, ауылды, күрәһең, Нуғай тип тә йөрөткәндәр”.
Сүрәкәй борон-борондан үҙенең уҡымышлы, көслө мулла-мәзиндәре менән дан тотҡан. Бының серен олатайҙар шишмә менән дә бәйләп аңлатҡан. Нуғай шишмәһе ҡибла яҡҡа ҡарап ағып сыға. Ундай урындар ҡотло тип иҫәпләнгән. Совет власы урынлашып, мәсеттәр юҡҡа сығарылып, атеизм тәрбиәһенең көслө мәлендә лә был ауылда ҡорбан салдырыуҙар, намаҙ уҡыуҙар, ураҙа тотоуҙар онотолмай.
Уҙған быуаттың 50-се йылдарында Урта Азия яҡтарында белем алып ҡайтҡан, Ҡөрьәнде һәйбәт белгән Хөснулла Ибраһимов бик көслө мулла була. Ул ауырыу-сырхауҙарҙы дауалаған, күрәҙәлек ҡылған, кешеләргә аҡыллы кәңәштәрен биргән. Кемделер йылан саҡһа, Хөснулла олатай шул йыланды арбап, ауылға килтертә алған. Ул сағылған кеше эргәһенә килеп йән биргән.
60-сы йылдарҙа Сүрәкәй ауылында тирә-яҡты шаҡ ҡатырырлыҡ тағы бер ваҡиға була. Колхозда эшләп йөрөгән коммунист Сибәғәтулла Сәйетғәлин кинәт кенә Ҡөрьәнде яттан һөйләй башлай, күрәҙәлек ҡыла, им-том менән кешеләрҙе дауалай. Был олатайға алыҫ-алыҫ ерҙәрҙән киләләр. Кем килерен, ҡасан килерен – ул барыһын да алдан белеп ултыра. Ҡатынынан гел генә самауыр ҡайнаттырып, ризыҡ әҙерләттереп ҡуя. Юлдан килгән кешеләрҙең иң тәүҙә тамаҡтарын ҡайғырта. Ауылдаштарына бик күп яҡшы кәңәштәрен әйтеп ҡалдыра.
Бөгөн иһә ауылда утыҙлап ҡына йорт ҡалған. Йәштәр аҙ, күберәге оло йәштәге кешеләр йәшәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, сүрәкәйҙәр бик әүҙем тормош алып бара. Ауыл старостаһы етәкселегендә күп изге эш башҡара улар.
Ауылдаштарына өлгө булып торған, уларҙы изге ғәмәлдәргә дәртләндергән, әйҙәгән староста Владик Мәҡсүт улы бик оҙаҡ йылдар Силәбе өлкәһенең Баҡал ҡалаһында йәшәй. Унда матур, бәхетле ғаилә ҡора. Ҡатыны Миңзифа менән өс ир балаға ғүмер бирәләр. Бөгөн улдары – тырыш ир-егеттәр. Улар, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, матур итеп донъя көтә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Владик Мәҡсүт улы, ҡатыны менән кәңәшләшеп, Сүрәкәй ауылына йәшәргә ҡайталар. Ғаилә шунда матур итеп йорт һала, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, ҡош-ҡорт аҫрай, хатта умарта ла тота башлай. Миңзифа апай иренә һәр башланғыста терәк тә, ярҙамсы ла була.
Бынан тыш, был ғаилә ауылға, уның тәбиғәтенә, тарихына бик һаҡсыл ҡарашта. Владик Мәҡсүт улы ауылыбыҙҙың күрке булған шишмәне төҙөкләндереүҙе ойоштороуҙы тулыһынса үҙ өҫтөнә ала, пенсияһының күпмелер өлөшөн дә бүлә. Был эштең осона сыҡҡас, балалар өсөн майҙансыҡ төҙөү мәсьәләһен күтәрә. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, ауыл уртаһында кескәйҙәргә бик матур майҙансыҡ эшләп ҡуялар. Уға был эште ойоштороуҙа Лэя Радик ҡыҙы Вәлиева менән Элина Вадим ҡыҙы Ишмөхәмәтова ҙур ярҙам күрһәтә.
Владик Мәҡсүт улы бының менән генә туҡталып ҡалмай. Ауыл халҡының рухын күтәреү, дәртләндереү, йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу маҡсатында “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итә. Уның был башланғысын ауылдаштары ла хуплап ҡаршы ала. Конкурс барышында барлыҡ сараларҙа ла үҙенең уңғанлығы, тапҡырлығы, халыҡты ойоштора белеү оҫталығы менән барыһын да һоҡландыра Владик Мәҡсүт улы. Ауыл хакимиәте башлығы менән дә, башҡа власть вәкилдәре менән дә тиҙ уртаҡ тел таба, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләгәндә, уларҙың кәңәшен тыңлай.
Бөгөн старостабыҙ этнойорт төҙөү идеяһы менән янып йөрөй. Әлбиттә, үҙе генә түгел. Ауыл халҡы менән кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килгәс башлай был эште. Этнойорт итеп бик боронғо, уҡымышлы Сәғит мулла менән уның абыстайы Зәкиә әбейҙән ҡалған йортто һайлайҙар. Иҙән-түбәһен алмаштырып, тәҙрәләрен нығытып, боронғоса биҙәп ҡуйырға уйлайҙар. Эште атҡарып сығыу өсөн, сүрәкәйҙәр хәлдән килгәнсә аҡсалата ярҙам да күрһәтә.
Хәлиловтар ғаиләһе йортто биҙәү өсөн боронғо әйберҙәрҙе лә әҙерләп ҡуя. Миңзифа апай әсәһенән ҡалған боронғо ҡул эштәрен дә һаҡлай, өйҙәрен дә шул иҫ китмәле ҡомартҡылар менән биҙәп тота. Шуның өсөн дә уларҙың йортонан ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлөп торған һымаҡ.
Владик Мәҡсүт улы Ҡөрьәнде лә өйрәнә башлаған. Бик күп доғаларҙы яттан белә ул. Уның тағы бер изге уйы – ауылда мәсет төҙөү. Уңышлы, хәйерле булһын был башланғыс та.
Киләсәктә лә Владик Мәҡсүт улының эштәре уң булһын. Халыҡ, ауыл, тәбиғәт өсөн ҡылған барлыҡ изгелектәре үҙенә, ғаиләһенә әйләнеп ҡайтһын. Ә Сүрәкәйҙә йәшәгән кешеләргә тырышлыҡтары, әүҙемлектәре, тыуған төйәктәренә тоғролоҡтары өсөн ҙур рәхмәт. Һәр саҡ шундай берҙәм булып ҡалһындар, шул саҡта ауыл да йәшәр, сәскә атыр.
- Юлиә ДИЛМӨХӘМӘТОВА.
Салауат районы.