Башҡорт донъяһы
27 Сентябрь 2021, 14:30

Этномәҙәни үҫеш буйынса юл картаһы раҫланды

28 сентябрҙән 2 октябргә тиклем Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә. Шулай уҡ унда Кәтибә Кинйәбулатова көндәре уҙасаҡ.

Этномәҙәни үҫеш буйынса юл картаһы раҫландыЭтномәҙәни үҫеш буйынса юл картаһы раҫланды
Этномәҙәни үҫеш буйынса юл картаһы раҫланды

Яңы уҡыу йылы башынан Силәбе ҡалаһының 88-се, Мейәстең 99-сы балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнә башланылар. 28 сентябрҙән 2 октябргә тиклем өлкәлә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә. Шулай уҡ унда Кәтибә Кинйәбулатова көндәре уҙасаҡ.

Юл картаһына бөтәһе 34 сара индерелгән. Улар 2021-2022 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Документ бер нисә мөһим йүнәлештәге сараларҙы үҙ эсенә ала. Улар иҫәбендә - Башҡортостан сәнғәт оҫталарының Силәбегә гастролдәре, әҙәби осрашыуҙар, милли китапхананы үҫтереү буйынса "түңәрәк өҫтәл"дәр, педагогтар менән семинарҙар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм башҡорт ырыуҙары вәкилдәре менән эш, башҡорт телендә баннерҙар ҡуйыу.

Октябрҙә "Халыҡҡа – башҡортса китап" акцияһы үтә, Силәбе өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙгә башҡорт телендәге китаптар йыйып тапшырыу ҡаралған. 2022 йылдың февралендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса фәнни-ғәмәли кәңәшмә планлаштырыла. Майҙа Силәбе өлкәһендә башҡорт ырыуҙары йыйыны уҙғарыласаҡ.

Бынан тыш, йыл әйләнәһенә күренекле башҡорт шәхестәренең ерләнгән урындарын төҙөкләндереү, "Ҡәрҙәш мәктәптәр" проекты нигеҙендә Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе мәктәптәре араһында килешеү төҙөү дауам итәсәк. Ә башҡорт телендә баннерҙар эшләү буйынса тәүге аҙымдар башланған. Арғаяш районына ингән урында стелаға "Рәхим итегеҙ!" тип яҙып эленде.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас