Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
27 Сентябрь 2021, 22:00

Шәхестәрен ҡәҙерләгән халыҡтың ҡеүәте артыр

Күгәрсен районының Нуҡай ауылында дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Баш суды рәйесе Ғәҙелша Дәүләт улы Ейәнсурин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Шәхестәрен ҡәҙерләгән халыҡтың ҡеүәте артыр
Шәхестәрен ҡәҙерләгән халыҡтың ҡеүәте артыр

Бөгөн Күгәрсен районының Нуҡай ауылында Буҫтыбайҙың арҙаҡлы ир-уҙаманы, дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Баш суды рәйесе Ғәҙелша Дәүләт улы Ейәнсурин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, “Башҡортостан” телерадиокампанияһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, Күгәрсен районы хакимиәте вәкилдәре, район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, тарихсылар, тыуған  яҡты өйрәнеүселәр, Ғәҙелша Дәүләт улының ауылдаштары, туғандары, китапханасылар һ.б. ҡатнашты.

Ғәҙелша Ейәнсурин - дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Баш суды рәйесе, 1894 йылдың октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Күгәрсен районы) Буҫтыбай ауылында тыуып үҫкән. Асыҡ мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, 1906 — 1910 йылдарҙа Сәйетҡол рус-башҡорт училищеһында белем алған. 1912 йылдан Ырымбур ҡалаһында Хөсәйеновтың типографияһында хеҙмәт юлын башлаған. 1916 йылда Беренсе донъя һуғышына алынып, уҡыу командаһына ебәрелгән. Унтер-офицер званиеһын алғас, Көнбайыш фронтта 104-се пехота полкының взвод командиры булып хеҙмәт иткән. 1917 йылдың декабрендә фронттан ҡайтҡас, 2-се Ҡараҡыпсаҡ улысы идараһында эштәр менән идара итеүсе бурысын атҡарған.

1921 йылдың декабрендә Ғәҙелша Дәүләтша улы Башвоенком тарафынан Стәрлетамаҡҡа саҡыртып алынған һәм атлы конвой командаһы начальнигы итеп тәғәйенләнгән. 1923 йылдың мартынан Йылайыр кантонында милиция начальнигы ярҙамсыһы, артабан БАССР Баш судының Йылайыр кантонындағы вәкиле булған, 1925 йылдан иһә Тамъян-Ҡатай кантонына күсерелгән. Ә 1926 йылдан Арғаяш кантоны прокуроры вазифаһын башҡарған. 1928 йылдан - БАССР прокуроры ярҙамсыһы, 1929 йылдан БАССР-ҙың Баш суды рәйесе вазифаһын үтәгән. 1931 йылдан - 17-се Дәүләт төҙөлөш тресы идарасыһы урынбаҫары, һуңынан "Ураллесстрой" тресының Башҡортостан төҙөлөш контораһы начальнигы вазифаларында эшләгән. 1934 йылдан БАССР-ҙың коммуналь хужалыҡ халыҡ комиссары вазифаһын башҡарған.

1937 йылдың 9 июлендә репрессияланған, буржуаз милләтселектә ғәйепләнеп ҡулға алынған, төрмәгә ябылған. 1937 йылдың 27 ноябрендә атылған. 1956 йылдың 21 майында аҡланған.

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев: "Ғәҙелша Дәүләт улының исеме тыуған ере, иле өсөн йән атҡан, халҡым тип янып йәшәгән күренекле яҡташтарыбыҙ исемлегендә үҙ урынын алды", - тип билдәләне, шулай уҡ журналист, тарихсы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Азат Ярмуллинға район хакимиәтенең рәхмәт хатын тапшырҙы.

Рөстәм Баянов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡортостан дәүләтселеге ойоштороуҙың башында торған шәхестәрҙе, уларҙың эштәрен халыҡҡа белдереү, исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында “Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуы һәм дәүләтселеге: 100 шәхес”  проектын булдырыуын,  уның төрлө йүнәлештә уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне. “Шул иҫәптән Ғәҙелша Ейәнсуриндың исеме лә халыҡҡа әйләнеп ҡайтты. Тарихын, билдәле шәхестәрен белгән, ҡәҙерләгән халыҡтың тамырҙары ныҡ була, ул мәңге йәшәйәсәк”, - тине Рөстәм Баян улы.

Ауылдаштары исеменән Ғәлиә Ибраһимова сығыш яһаны. Ғәҙелша Ейәнсурин иҫтәлегенә асылған таҡтаташҡа ҡунаҡтар сәскәләр һалды.

Шулай уҡ бөгөн Күгәрсен районында урындағы әүҙемселәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре менән берлектә “Айыҡ ауыл-2021” конкурсында ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса һөйләшеү үткәрҙе. Ҡоролтай вәкилдәре методик ярҙам күрһәтте, консультация бирҙе.

Урындағы ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында иһә ойошма рәйесе һайланды. Был вәкәләт Күгәрсен районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рөстәм Сәйетбатталовҡа йөкмәтелде. Ул ошо төбәктә тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, оҙаҡ йылдар район гәзитендә, хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә эшләгән. Уға уңыштар, илһамлы хеҙмәт юлы теләйбеҙ.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. 

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: