Башҡорт донъяһы
28 Сентябрь 2021, 16:00

"Мең ырыуы вәкилдәренә ҙур рәхмәт!"

Ҡәнзәфәр бейгә бюст ҡуйылған урында киләсәктә тотош комплекс төҙөү күҙаллана.

"Мең ырыуы вәкилдәренә ҙур рәхмәт!""Мең ырыуы вәкилдәренә ҙур рәхмәт!"
"Мең ырыуы вәкилдәренә ҙур рәхмәт!"

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡорт тарихы йылы уңайынан арҙаҡлы шәхестәр менән бәйле төрлө саралар ойоштора. Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында башҡорт халҡының данлы улы Ҡәнзәфәр бейҙең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған “Ҡәнзәфәр бей – мең ырыуының башлығы, дәүләт эшмәкәре” тигән фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылыуы - шуға асыҡ миҫал.

Сарала күренекле тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Рәшит Аҡкөбәков, Рафаил Зинуров, Фәнил Фәйзуллин, “Мең ырыуы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов йөкмәткеле сығыш яһаны. Осрашыуҙа Ҡәнзәфәр бейҙең яҡын нәҫелдәше, Бүздәк районы буйынса суд участкаһының мировой судьяһы Ғүмәр Андарьяновты күреү айырыуса шатлыҡлы булды.

Көндөң икенсе яртыһында конференцияла ҡатнашыусылар Ябалаҡлы ауылына юл тотто. Унда Ҡәнзәфәр бейгә бюст асылды.

Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров үҙ сығышында тарихи шәхестәребеҙҙең исемен тергеҙеүҙең мөһимлеген, был эштең артабан да дауам ителәсәген билдәләне. Киләсәктә төбәктә үткән сараларға килгәндәр Ҡәнзәфәр бейҙең бюсы менән дә танышасаҡ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Ғаяз Зарипов әлеге сараны ойоштороуға күп көс һалған Мең ырыуы вәкилдәренә ҙур рәхмәт белдерҙе. "Ҡәнзәфәр бей халҡына ҡайтты. Был - берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһе, рух ныҡлығы сағылышы", - тине ул.

“Мең ырыуы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов әйтеүенсә, ошо бюст ҡуйылған урында киләсәктә тотош комплекс төҙөү күҙаллана, район буйынса туристик маршрут билдәләгәндә Ябалаҡлы ауылы ла индереләсәк, ә 2022 йылда Мең ырыуының Ҡәнзәфәр бейгә бағышланған ҙур йыйынын үткәреү планлаштырыла.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас