

Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында арҙаҡлы шәхес Ҡәнзәфәр бейҙең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған “Ҡәнзәфәр бей – мең ырыуының башлығы, дәүләт эшмәкәре” тигән фәнни-ғәмәли кәңәшмәһендә фән докторы, скульптор Рафаил Зинуров билдәләүенсә, танылған шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү дауам итә. Шәхсән ул Башҡортостандың ете районында күренекле кешеләргә һәйкәл ҡуйған.
– Бындай саралар айырыуса үҫеп килеүсе йәш быуын өсөн кәрәк, – тине Рафаил Зинуров. – Уйлауымса, был бюст райондың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнәсәк. Бюст Башҡортостандың флаг авторы Фазлетдин Ислаховтың һүрәтенә ҡарап эшләнгән.
Артабан сарала ҡатнашыусылар Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында Ҡәнзәфәр бейгә бюст асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.