

Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Ҡәнзәфәр бейҙең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған “Ҡәнзәфәр бей – мең ырыуының башлығы, дәүләт эшмәкәре” тигән фәнни-ғәмәли кәңәшмә башланды. Сара ҡурай моңо менән асылды.
Башта ҡунаҡтар Район мәҙәниәт йорто фойеһындағы бай күргәҙмә менән танышты, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре тураһында китаптарҙы ҡараны.
Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров ҡунаҡтарҙы сәләмләне, райондың танылған шәхестәргә бай булыуына баҫым яһаны. Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Фәриҙә Ҡудашева, Муса Ғәле ише бөйөк ижадсылар һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Улар араһында Ҡәнзәфәр бей айырым урынды биләй.
Фән докторы Рафаил Зинуров Ҡәнзәфәр бейҙең бюст макетын Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуровҡа тапшырҙы.
– Ошо бюсты райондағы тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү музейына – түргә ҡуясаҡбыҙ, уны Ҡәнзәфәр бей менән бәйле сараларҙа ҡунаҡтарға күрһәтәсәкбеҙ, – тине Ришат Мансуров.
– Ҡәнзәфәр бей кем ул? – тип башланы сығышын “Мең ырыуы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әхнәф Тимербулатов. – Ҡайһы берәүҙәр уны яҡшы белмәй. Ҡәнзәфәр бей 1532 йылда Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында тыуған.
Әхнәф Тимербулатов ошо көнгә хәтлем Ҡәнзәфәр бейҙең исемен мәңгеләштереү һәм башҡа эштәр тураһында һөйләне. Ҡәнзәфәр бей ерләнгән урын тәртипкә килтерелгән, ҡәберенә таш ҡуйылған.
– Беҙҙең районға килгән туристар өсөн киләсәктә Ҡәнзәфәр бей тыуған Ябалаҡлы ауылына экскурсия ойошторасаҡбыҙ, – тине Әхнәф Тимербулатов.
Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин Ҡәнзәфәр бей тураһында ентекле итеп һөйләне.
Төштән һуң ҡунаҡтар Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында Ҡәнзәфәр бейгә бюст асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.