Башҡорт донъяһы
28 Сентябрь 2021, 06:00

Ҡәнзәфәр бей – мең ырыуы башлығы

Бөгөн Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында арҙаҡлы шәхес Ҡәнзәфәр бейҙең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған “Ҡәнзәфәр бей – мең ырыуының башлығы, дәүләт эшмәкәре” тигән фәнни-ғәмәли кәңәшмә үтә

Ҡәнзәфәр бей – мең ырыуы башлығыҠәнзәфәр бей – мең ырыуы башлығы
Ҡәнзәфәр бей – мең ырыуы башлығы

Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында арҙаҡлы шәхес Ҡәнзәфәр бейҙең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған “Ҡәнзәфәр бей – мең ырыуының башлығы, дәүләт эшмәкәре” тигән фәнни-ғәмәли кәңәшмә үтә. Әле ҡунаҡтар Район мәҙәниәт йорто фойеһындағы бай күргәҙмә менән таныша. Ишкилде Сабирйәнов әйтеүенсә, билдәле шәхестәргә бәйле сараларҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк, ошондай фәнни-ғәмәли конференцияларҙың йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә әһәмиәте ҙур.

Әйткәндәй, сарала Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуровтың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Ғаяз Зариповтың, “Мең ырыуы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әхнәф Тимербулатовтың, ғалимдар Салауат Хәмиҙуллиндың, Фәнил Фәйзуллиндың, Рафаил Зинуровтың һәм башҡаларҙың ҡатнашыуы көтөлә.

Беҙгә билдәле булыуынса Ҡәнзәфәр бей мең ырыуы кешеләрен бергә туплауға күп көс түккән.

Артабан сарала ҡатнашыусылар Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында Ҡәнзәфәр бейгә бюст асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас